«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Илен белмәгән – белекһеҙ



06.04.2012 Илен белмәгән – белекһеҙ

Илен белмәгән – белекһеҙ
Шәғәли Шаһман вариҫтары Миәкә районының Тамъян-Таймаҫ ауылында ҡорға йыйылды
Миәкә районында Тамъян ырыуының йыйыны булды. Тәүге көндә район үҙәге ҡырғыҙ-Миәкә мәктәбендә фәнни-ғәмәли конференция үтте. “Шәжәрә − башҡорт халҡының тарихи ҡомартҡыһы”, “1812 йылғы Ватан һуғышы − яҡташтарым яҙмышында”, “Патриоттар тәрбиәләү”, “1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһармандары өлгөһөндә патриотик рух тәрбиәләү” темаларына асыҡ дәрестәр, кластан тыш саралар уҙғарылды.
Икенсе көндә Тамъян-Таймаҫ ауылында конференцияның пленар өлөшө үтте. Унда педагогтар, тарихсылар, Белорет, Әбйәлил райондарынан вәкилдәр ҡатнашты. Йыйын уңайынан Тамъян ырыуының ун алты ғаиләһе үҙ шәжәрәһен әҙерләгән.
Боғҙан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Хәлил Мәхийәнов, ырыуҙаштарын сәләмләп, ҡорҙоң эшендә уңыштар теләне.
− БР Хөкүмәтенең 2006 йылдың 10 майында, Миәкә районы хакимиәтендә ошо уҡ йылдың 7 июнендә ҡабул ителгән “Шәжәрә байрамдарын үткәреү тура­һында” ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу буйынса Боғҙан ауыл биләмәһе хакимиәтендә бихисап эш атҡарылды һәм ошо йүнәлештәге эшмәкәрлек уңышлы дауам итә. Шәжәрә байрамын үткәреү ентекле әҙерлек талап итә. Быйыл Тамъян-Таймаҫ ауылына 250 йыл була. Был иҫтәлекле датаға әҙерлек дәррәү бара. Әле архивтарҙа ауыл һәм уның арҙаҡлы шәхестәрен өйрәнеү эше башҡарыла. Алдыбыҙҙа ауылдың шәжәрәһен төҙөү, китап сығарыу, башҡа төбәктәрҙә йәшәүсе Тамъян ырыуы вәкилдәрен табыу һәм бәйләнеште нығытыу маҡсаты тора. Быларҙың барыһы ла тормошҡа ашып килә, − тине Хәлил Хәбирялал улы. Улар күптән түгел Тамъян ырыуының арҙаҡлы улы – кенәз Шәғәле Шаһман ерләнгән Белорет районының ҡаһарман ауылына барып ҡайтҡан.
Тамъян-Таймаҫ мәктәбе директоры Ғәбит Ғатин әйтеүенсә, белем усағында балаларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, тыуған яҡты өйрәнеүгә етди иғтибар бирелә. Уҡыусылар тарих буйынса район, республика кимәлендәге сараларҙа әүҙем ҡатнаша, алдынғы урындар яулай.
Ырыу йыйыны алдынан Тамъян-Таймаҫ ауылының абруйлы ир-уҙаманы, тарих уҡытыу­сыһы Салауат Вәлиул­линдың “Тамъян-Таймаҫ: тарих миҙгелдәре” китабы донъя күргән. Ул тыуған ауылының үткәндәрен байҡап ҡына ҡалмаған, ваҡиғаларға эҙмә-эҙлекле анализ яһаған. Шулай уҡ ауылының данлыҡлы ул һәм ҡыҙҙарының иҫтәлеген мәңгеләштергән. Автор әйтеүенсә, йыйынтыҡта яңылышлыҡҡа, уйҙырмаларға юл ҡуйылмаған. Сөнки ул бар мәғлүмәтте тере шаһиттар ауыҙынан яҙып алған. Башҡорт ауылының йылъяҙмаһы – киләсәк быуынға ҡиммәтле бүләк-васыят.
Әбйәлил районы делегацияһы етәксеһе Хәмит Ниғмәтуллин сығышында тарихты өйрәнеү үҙенсәлектәренә һәм нескәлектәренә айырым туҡталды. Ул, ауылдарҙың үткәндәрен өйрәнгәндә һәр факттың нигеҙе булырға тейешлеген айырым билдәләне.
Белорет районының ҡаһарман мәктәбе директоры Сәғәҙәт Хәйруллин үҙ районы һәм ауылы тормошо менән таныштырҙы. Шунан Шығай мәктәбенең тарих уҡытыу­сыһы Эльвира Сәйәхова “Беҙ – Шәғәле Шаһман вариҫтары” темаһына йөкмәткеле доклад менән сығыш яһаны, тамъян ырыуының сағыу вәкилдәренең яҙмышын һүрәтләне.
Кемдәр һуң ул тамъяндар? Был һорауға яуапты тарих фәндәре докторы Рим Янғужиндың “Башҡорт ҡәбиләләре тарихы” хеҙмәтенән табырға мөмкин. Уның фекеренсә, тамъяндарҙың сығышы монгол ҡәбиләләренә барып тоташа. IХ быуаттан Бөрйән, Үҫәргән ҡәбиләләре менән күрше йәшәгән тама ҡәбиләһе «тамъян» исеме менән йөрөтөлә башлай. XVII быуатҡа тиклем Тамъян ҡәбиләһе кешеләре Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында, Әбйәлил, Белорет райондары сиктәрендә йәшәгән. Яҡынса 21 мең кеше иҫәпләнгән. Әле Дим буйында көн иткән Тамъян-Таймаҫ ауылы кешеләренең ата-бабалары Мәсәғүт ырыуынан булған, тип фараз итергә мөмкин. Тәүге йылдарҙа Тамъян килмешәктәрен урындағы аҫабалар “мәсәғүттәр” тип йөрөткән.
Боғҙан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Хәлил Мәхийәнов әйтеүенсә, нәҫел-нәсәп ептәрен барлау, Тамъян ырыуын туплау эштәре дауам итәсәк. “Бындай кимәлдәге саралар киләсәктә тағы ла уҙасаҡ. Йәш быуынға ата-бабаларҙың изге һүҙҙәре, хәтере түкмәй-сәсмәй тапшырыласаҡ”, − тине ул.
Миәкәләр яҡын арала Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш райондарында (Йәр­мәкәй, Шаран, Саҡмағош, Туймазы), Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе ырыуҙаштары менән бәйләнеште нығытырға ниәтләй.
Сара ҡунаҡтарҙың күстәнәстәре – йыр-моңо менән үрелеп барҙы. Ә пленар өлөштән һуң хужалар күркәм концерт күрһәтте.
Һүҙемде Әкрәм Бейештең фекере менән тамамлағы килә: “Нәҫелеңде белеү ҡыҙыҡ өсөн түгел, үҙ урыныңды табыу өсөн кәрәк. Тәрән тамырҙарын белгән кеше генә үҙенең ептәре менән милләтенә бәйле икәнлеген аңлап, үҙ илендә ныҡ баҫып тора. Кешене сәләмәт рухлы, бай күңелле иткән милли тойғо шунан башлана”.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға