«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Фотоларҙа – иҫтәлек тә, тарих та



06.04.2012 Фотоларҙа – иҫтәлек тә, тарих та

“Башҡортостан” гәзите күргәҙмә асты
Фотоларҙа –  иҫтәлек тә, тарих та
“Башҡортостан” гәзите 95 йыллыҡ мәртәбәле юбилейы айҡанлы күргәҙмә ойошторҙо. Баш ҡалалағы Матбуғат йортонда, гәзит редакцияһында асыл­ған фотокүргәҙмәлә архив материалдары ла, Әле төшөрөлгән фотолар ҙа урын алған. Уларҙа олпат баҫмала төрлө йылдарҙа эшләгән шәхестәрҙе, редакцияға килгән ҡунаҡтарҙы, төрлө таланттарҙы күрергә мөмкин. Бынан тыш, журналистика өлкәһенә генә хас булған эш моменттарын, командировкаларҙа осраған ҡыҙыҡ ваҡиғаларҙы һүрәтләгән эштәр ҙә иғтибарҙы йәлеп итӘ.
Әллә күпме ҡыҙыҡлы материал туплаған фотокүргәҙмәне асыу­ҙа БР Прези­дентының матбуғат секретары Артем Вәлиев, БР элемтә һәм киң коммуникациялар ми­нистры Борис Мел­коедов һәм башҡа кешеләр ҡатнашты. “Баш­ҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Ниязбай Сәлимов, сараны асыу тантанаһына килеүселәрҙе тәбрикләп, фоторәсемдәргә экскурсия ла яһаны. Ә фотолар, ысынлап та, ҡыҙыҡлы, ни тиһәң дә, улар­ҙа кәмендә 95 йыллыҡ тарих сағыла. Иғтибарҙы 1963 йылда төшөрөлгән, бер төркөм ихлас йылмайған кешене һүрәтләгән фото йәлеп итте. Шат йылмай­ған Рәми Ғарипов та әллә ҡайҙан күренеп тора. Ул КПСС Үҙәк комитетының милли баҫмаларыбыҙҙы дубляж хәлендә генә, русса сыҡҡан баҫмалар­ҙың тәржемәһе итеп ҡалдырырға ҡарар итеүе арҡаһында үткәрелгән пикеттан һуң төшөрөлгән. Ул ваҡытта журналис­тар, пикетҡа сығып даулашып, милли баҫмаларҙы һаҡлап ҡалыу­ға өлгәшә. Фотола ошо еңеүҙе байрам иткән көндән бер генә мәл күрһәтелгән. Ошондай матур ваҡиғалар­ҙы, “Башҡортостан” гәзите редакцияһының төрлө йылдарҙағы эшмәкәрлеген һүрәтләгән фотокүргәҙмә әле лә дауам итә. Уның хаҡында мең тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр килеп күрергә кәрәк. Сөнки һәр фотола журналистика тармағы өсөн генә түгел, һәр кем өсөн фәһем алырлыҡ ваҡиғалар, мәлдәр һүрәтләнгән.

Л. СОЛТАНОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға