«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Һуған орлоғо күпме тора?



06.04.2012 Һуған орлоғо күпме тора?

Һуған орлоғо күпме тора?
Баҙарҙа орлоҡ һатыусылар әллә ни күп түгел. Улар апрель аҙағында баҙарға ябырылыусан. Баҙар янындағы майҙандарҙа әбей-һәбей килолап һуған орлоғо, стаканлап, ҡалаҡлап сөгөлдөр, кишер орлоҡтары һата башлаған. Әммә уларҙан орлоҡтарҙың үҙенсәлектәре, сорттар тураһында мәғлүмәт алырмын тимә − белмәйҙәр. Тауарын үлтереп маҡтайҙар. Урамда тәҡдим ителгән бер кило һуған орлоғо өсөн, башлыса, 150 – 160 һум һорайҙар. Бер бәләкәй стакан ҡара һуған орлоғо − 50, ҡыҙыл сөгөлдөрҙөкө – 20, бер ҙур ҡалаҡ кишер орлоғо 30 һум тирәһе тора. Орлоҡтарҙы урамдағы әбейҙәргә ышанып алырғамы, әллә инде ҡапҡа төрөлөп, инструкцияһы, сорты аңлатып яҙылғанға өҫтөнлөк бирергәме – һәр кем үҙе хәл итә. Шулай ҙа урамдағылар арзаныраҡҡа төшә шикелле.
Түбәндәге таблицала хаҡтар 4 апрелгә ҡарата баш ҡаланың Үҙәк баҙары миҫалында бирелгән.

Хаҡтар − һумда
“Алтынһыу” сортлы
һуған орлоғо 180 – 200
“Варшава” һуған орлоғо 170 – 180
“Штутгартер” һуған орлоғо180 – 200
һарымһаҡ орлоғо 340 – 360
Салат һуғаны орлоғо 330 – 350
ҡыяр, помидор, кишер,
ҡыҙыл сөгөлдөр орлоғо 8 – 10,
гибридтары йәки үҙ-үҙен
һеркәләндереүсе сорттар 18 – 20
ҡыҙыл сөгөлдөр 15 – 25
Картуф 15 – 25
Кишер 20 – 30
Һуған 20 – 30
Кәбеҫтә (быйылғы уңыш) 55 – 60
Сәскәле кәбеҫтә 140 – 150
Брокколи 270 – 300
Йәшел шалҡан 45 – 50
Помидор 120 – 200
ҡыяр 75 – 120
Гранат 250 – 270
ҡорот 120 – 150
Ауыл эремсеге 120 – 130
ҡыҙыл эремсек 430 – 450
Ауыл тауығы 300 – 350
10 кг күркә түшкәһе 3000
Өйрәк 270 − 280
10 дана ауыл йомортҡаһы 70 – 100
10 дана йомортҡа 30 – 50
0,5 литрлы шешәлә ҡымыҙ 60 – 70


Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға