«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Шәп ҡатын янында мотлаҡ… шәп ир ҙә була»



03.04.2012 «Шәп ҡатын янында мотлаҡ… шәп ир ҙә була»

«Шәп ҡатын янында мотлаҡ… шәп ир ҙә була»
Районда ҡатын-ҡыҙҙар «геү» килеп оҫталыҡта, һөнәрилектә, килен-ҡәйнәлектә ярыша, тигәс, ҡыҙыҡһынып киттем. Әле теге ауыл хакимиәтендә гүзәл заттан булған яҡташтарым һынау тота, әле быныһында. Баяғы ярыш «Иң булдыҡлы ҡатын» конкурсы булып сыҡты. Эйе, был тарафтарҙа ҡатын-ҡыҙ үҙен күрһәтә белә, уларҙың булдыҡлы икәненә шик юҡ. ҡайһы ғына һөнәрҙе алһаң да, «йөҙөп» эшләйҙәр. Күгәрсен районында ҡала шарттары юҡ, тимәк, көйәҙләнеп-наҙланып «ҡаласа» йәшәүгә ҡарағанда рәхәтләнеп, иркенләп баҡса үҫтереп, мал тотоп көн итеү яҙған уларға.
Был конкурс хаҡында райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гүзәл Якиева һөйләр, тинеләр. Уның менән әңгәмәләшергә райондың «баш ҡалаһы» Мораҡтағы ҡупшы бер йорт­ҡа килеп төштөк. «Өлгөлө йорт» тигән яҙыуҙы күреү менән күңелгә тағы ла еңелерәк булып китте. Тимәк, бында конкурс хаҡында ғына түгел, ә нисек шул өлгөлө итеп йәшәй белеү хаҡында ла һөйләшергә форсат сығасаҡ.
Хужалар асыҡ йөҙ менән ҡаршыланы, һин дә мин иркенләп һөйләштек тә киттек.

Конкурс район ҡатын-ҡыҙҙарын берләштерҙе

– Район хакимиәтендә эшләгән саҡта ла, үҫмерҙәр клубын етәкләгәндә лә һәр ваҡыт ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмәғәт ойошмалары менән эшләргә теләнем. ҡатын-ҡыҙҙар советы, минеңсә, үҙенә ҙур яуаплылыҡ алған ойошма. Эйе, уңыштар бар, шул уҡ ваҡытта беҙҙең проблемаларыбыҙ ҙа етерлек. Бер генә кеше лә үҙ ауырлыҡтары менән яңғыҙ ҡалырға тейеш түгел. Ғаиләлә, күршелә, урындағы хакимиәттә, унан юғарыла таяныс эҙләйбеҙ бит. Ошондай ваҡытта әлегеләй ойошмалар, советтар һ.б., уның нисек аталыуы мөһим түгел, ярҙамға килһә, булған проб­лемалар йәһәтерәк хәл ителә.
Шулай ҙа тормош матур, ул проблемалар­ҙан ғына тормай. Беҙҙең арала әүҙем, башҡаларға өлгө булып йәшәгән гүзәл заттар ҙа етерлек. Теге йәки был мәсьәләлә йә эштә тәжрибә уртаҡлашыу, үҙеңде танытыу ҙа кәрәк нәмә. Һин, бәлки, уңышлы йәшәүҙең берәү ҙә белмәгән серенә эйәһеңдер? Етәкселектең йә эшҡыуарлыҡтың иң һөҙөмтәле алымдары менән танышһыңдыр? Йә буш ваҡытты нисек файҙалы уҙғарырға беләһеңдер? Үрҙә телгә алған конкурста тап ошолар асыҡланды ла инде.
Ул февраль – март айҙарында Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһы менән берлектә үткәрелде. «Иң булдыҡлы ҡатын» конкурсын тәҡдим ителгән биш номинация буйынса ойошторҙоҡ. Был сараға 18 ауыл берәмегенән (үкенескә күрә, ике ауыл хакимиәтенән ҡатнашыусылар булманы) өс тиҫтә ҡатын-ҡыҙҙы йәлеп иттек. Тамаша ҡылыусылар күберәк булһын өсөн үткәреү урыны итеп төрлө ауыл биләмәләрен һайланыҡ. «Иң яҡшы етәксе ҡатын-ҡыҙ», «Иң шәп хужабикә», «Әсә йөрәге», «Уңышлы эшҡыуар ҡатын-ҡыҙ», «Килендәр һәм ҡәйнәләр» тип аталды был ярыштар.
Һәр конкурс үҙ аллы үтте. Йөкмәткеһенә килгәндә, ҡатнашыусыларға дүрт һынау ҡуйылды – үҙе менән таныштырыу, «Минең данлы сәғәтем» тигән ижади эш, викторина һәм номинацияға ҡағылышлы сығыш.
Һәр бер конкурс юғары кимәлдә үтте. ҡатнашыусылар араһында ниндәй генә һөнәр кешеләре юҡ ине – мәҙәниәт, мәғариф өлкәләрендә эшләүсе, медицина хеҙмәткәр­ҙәре, ашнаҡсы, һатыусы, хужабикә, пенсионер, һыйыр һауыусы, эшҡыуар…
Конкурсанттарға ғаиләләре, туғандары, күршеләре, ауылдаштары, коллективтары ярҙам итте. Был конкурс райондың ҡатын-ҡыҙҙарын берләштерҙе. Ошонан ауыл хакимиәттәренең эше күренде – ҡайҙа ауыл хакимиәте етәкселеге, ҡатын-ҡыҙҙар советы, мәҙәниәт йорто берләшеп эшләй, шунда уңыш яулана.
«Иң яҡшы етәксе ҡатын-ҡыҙ» булып Йомағужа ҡасабаһының моделле китапханаһы мөдире Зәйтүнә Әбдрәшитова танылды. Мораҡтан сауҙа өлкәһендә эшләүсе Миңһылыу Байбулатова «Уңышлы эшҡыуар ҡатын-ҡыҙ» икәнен раҫланы.
«Әсә йөрәге» конкурсында күп балалы ҡатындар ҡатнашҡайны. Тап ошо сара күңелдә ныҡ уйылып ҡалды. Бында Күгәрсен ауылынан уҡытыусы Алиса Маннанова еңеп сыҡты. Мәҫәлән, Тәүәкән ауылынан Рәмилә Шәһәрова ире, өс улы менән сығыш яһаны. Сағыу бер тамаша күрһәттеләр. Побоище ауылынан һатыусы булып эшләгән тол ҡатын Наталья Гусева һоҡландырҙы. 29 йәшендә генә, бер-бер артлы ире, ата-әсәһе вафат булып, бәләкәй балалары менән ҡапыл ғына ярҙамсыһыҙ ҡала. ҡатын, барлыҡ ауырлыҡты еңеүҙә иң төп терәктәрем балаларым булды, тип һөйләй. Ә Айгөл Килсенбаеваның бишек йыры әсир итте. Ана шул «Бишек йырҙары» ла сабыйҙарға бөтмәҫ тыныслыҡ бирә бит.
«Иң шәп хужабикә» номинацияһында Бикес ауылының башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Зөһрә Хәсәнова берәүгә лә алдынғылыҡты бирмәне. «Килендәр һәм ҡәйнәләр» еңеүселәре − Исемдән Зәлифә һәм Зилиә Ямалетдиновалар.
Конкурсты әҙерләүҙә, үткәреүҙә булышлыҡ итеүселәргә, әүҙем ауыл биләмәләренә, айырыуса Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусинға, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Наилә Юнысоваға, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзиә Хөснуллинаға рәхмәт белдерәм.
Был конкурс үткәндән һуң күңелгә шундай уйҙар килде − беҙҙә ҡалай ҙа һәләтле, уңған ҡатын-ҡыҙҙар йәшәй икән дә (ғорурлыҡ менән йылмая)! Ундайҙар янында мотлаҡ шундай уҡ һәләтле ир ҙә булырға тейеш! Был ҡатын-ҡыҙҙар советтары өсөн уйланырға бер сәбәп.

Береһе лә иғтибарһыҙ ҡалмаҫ

− Ғөмүмән, киләсәккә күҙаллау-ниәттәр ҙә етерлек. Ғаилә, бала, әсә көндәрен мотлаҡ билдәләйбеҙ, спорт саралары ла уҙғарыласаҡ – был тәңгәлдә лә ҡатын-ҡыҙҙарҙың һыр бирмәйәсәгенә ышанам. Бигерәк тә Йомағужалағы ҡатын-ҡыҙҙар советы урындағы хакимиәт менән спортты пропа­гандалау­ға ҙур өлөш индерә.
Унан килеп, беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү бүлеге (ОППН) менән берлектә рейдтарға сыға, имен булмаған ғаиләләргә бара. Бындай ғаилә балаларын балалар баҡсаһына урынлаштырырға ярҙам иткәнебеҙ бар. Опека органдары менән эшләйбеҙ. Былтыр «Яҡшы эш» акцияһын ойоштороп, әрмегә посылкалар ебәр­ҙек. Уны дауам итеп, быйыл да 20 посылка (12-һен оҙаттыҡ) әҙерләргә ниәтләйбеҙ. Әле был эш ауыл хакимиәттәре яуап­лылығында. Мохтаждарға кейем, уйынсыҡтар йыябыҙ. Алыусылар күп. Нишләйһең, барыһының да яҙмышы йыр кеүек бармай шул (тынып ҡала).
Шуныһы яҡшы – хакимиәт һәр эшебеҙҙә булышлыҡ күрһәтә, күп етәкселәр менән эшләйбеҙ. Мин 2010 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса яуап­лы булғас, барыһын да тиерлек йөҙгә танып беләм, таныштар менән эшләүе лә еңел. Беҙ ҡатын-ҡыҙҙар советтарының эше буйынса урындарға тәҡдимдәр, хаттар яҙабыҙ, ҡыҫҡаһы, «мәж» киләбеҙ. Төрлө сараларҙа йыш ҡына сығыш яһарға тура килә. Ниндәй эштәр башҡарғанбыҙ, нимәләр күҙаллана – барыһын да һөйләргә тырышам.

Беҙ – турист ғаиләһе

− Тормош юлдашым Йәүҙәт менән биш ҡыҙ тәрбиәләйбеҙ. Дүртәүһе, һөнәр һайлап, ҡайһыһы юғары уҡыу йортон тамамлап сыҡты, ҡайһылары уҡып йөрөй, иң бәләкәйебеҙ Мораҡтағы башҡорт гимназияһында икенсе класта белем ала. Үҙебеҙ ҙә һөнәребеҙ буйынса нефтсе булғас, бер ҡыҙыбыҙ Өфө дәүләт нефть техник университетын һайланы, Стәрлетамаҡтағы педакадемия, БДУ студенттары ла бар өйҙә, ә береһе – балерина, сит илдәргә гастролгә йөрөй (ҡыуанысын йәшермәй). Ғөмүмән, һәр береһенә юғары белем бирергә тырышабыҙ.
Туризм менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Үҙебеҙ сәйәхәттә дуҫлашып киттек, тора-бара ғаилә ҡорҙоҡ. Балалар булғас та, тәбиғәтте онотманыҡ, форсаты сығыу менән Ағиҙел буйлап һалда ағып төшә торғайныҡ, Мораҙым тарлауығы – яратҡан урыныбыҙ. Хәҙер ҡыҙҙарыбыҙ ҙа Башҡортостанды иңләп бөтөп бара.
Үҙем Төркмәнстанда тыуып үҫһәм дә, ата-әсәйем – Башҡортостандыҡылар. Күгәрсен районына ысынлап ғашиҡмын. Халҡы ла ихлас, тәбиғәте иҫ киткес, минең үҙемде лә бында яраталар – быны яҡшы тоям (йылмая).
Беҙҙең яҡтарҙа ауылға булған иғтибар күңелгә яҡын. Район хакимиәтендә эшләгән ваҡытта быны мин «эстән» күрҙем. Ә ҡатын-ҡыҙҙар советтары эшмәкәрлеген тағы ла әүҙемләштереү мотлаҡ. Тормоштоң уң яғын да, тиҫкәреһен дә бергә кисереү, тойоу һәм үткәреү өсөн.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға