«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Мөхәббәт хаҡында



05.10.2010 Мөхәббәт хаҡында

1. Ғәҙәти тормошта көслө мөхәббәт булыуына ышанаһыңмы?
а) Юҡ, ул китаптарҙа һәм кинола ғына осрай – 0;
б) Ышанам, әммә үҙем ундай хәлгә юлыҡмам кеүек – 3;
в) Ышанам һәм үҙем дә ысын мөхәббәтемде осратырмын тип өмөтләнәм – 6.
2. Түбәндәге әйтемдәрҙең ҡайһыһы дөрөҫлөккә тап килә?
а) «Мөхәббәт һуҡырайта» – 0;
б) «Мөхәббәт үлемде еңә» – 6;
в) «Мөхәббәттән дә ҙур бәхеттең булыуы мөмкин түгел» – 3.
3. Ауыр хәлдә һиңә кемдер ярҙам итергә теләй. Был осраҡта нимә тураһында уйлайһың?
а) Әллә был яҙмыштың үҙеме, бәлки, ошо осрашыуҙан мөхәббәт тыуыр? – 6;
б) Ярҙам итеүсе табылғас, бик яҡшы булды әле – 0;
в) Яҡыныраҡ танышырға кәрәк – 0.
4. Һөйөү ғазабын һуңғы тапҡыр ҡасан татының?
а) Бик күптән – 3;
б) Мин әле лә яуапһыҙ мөхәббәт менән ғазапланам – 6;
в) Үҙ ғүмеремдә әлегә яратҡаным юҡ – 0.
5. ҡасан да булһа башыңды юғалтып берәй «йондоҙ»ға ғашиҡ булғаның булдымы?
а) Бик йыш – 6;
б) Яратмаһам да, улар менән мауыҡҡаным бар – 3;
в) Бер ҙә иғтибар иткәнем юҡ – 0.
6. Дискотекала берәүгә күҙең төштө һәм ул кеше гел һинең тирәлә сыуала. Үҙеңде нисек тотаһың?
а) Уны яҡшыраҡ белергә тырышам – 0;
б) Эште үбешеүҙән ары ебәрмәҫмен кеүек – 3;
в) Әгәр ул минең хыялымда йөрөткән кеше икән, аҙағы бик яҡшы булыуы мөмкин – 6.

7. Йондоҙнамә буйынса кешеләр­ҙең бер-береһенә тап килеүенә ышанаһыңмы?
а) Эйе – 6;
б) Бер аҙ – 3;
в) Юҡ – 0.
8. Урамда берәйһе һиңә матур итеп йылмайып ҡараһа, нимә эшләйһең?
а) Йылмайыу ысынлап та миңә йүнәлгәнлеккә ышаныу өсөн, артыма боролоп ҡарайым – 0;
б) Был минең асыуыма тейә – 6;
в) Мин дә йылмаям һәм артабан нимә булыуын көтәм – 3.

Ә хәҙер мәрәйҙәрҙе һанайыҡ.

1-ҙән 23-кә тиклем. Һинең өсөн бер күреүҙә ғашиҡ булыу кинола һәм китаптарҙа ғына осрай. Ғашиҡ булыр алдынан ул кешене яҡшы итеп өйрәнәсәкһең. Сөнки һинең ҡарашҡа мөхәббәт ябай хис кенә түгел. Әммә был иҫәп-хисабың сиктән ашмаймы? Шул хаҡта уйлап ҡара әле.

24-тән 33-кә тиклем. Һин көтмәгәндә берәйһе менән мауығып китергә әҙерһең. Әммә был мөнәсәбәттәрҙең ысын мөхәббәт түгел икәнен дә беләһең.

34-тән 48-гә тиклем. Һин бик хыялый кеше. Ғашиҡ булғанһың икән, көлгә әйләнгәнсе янаһың. «Мөхәббәт һуҡырайта» тигән әйтем нәҡ бына һинең кеүектәр хаҡында әйтелгән дә инде.

Р. Вәлиуллина әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға