27.03.2012 Сериал ҡәҙерле булһа…
йәки Ололарҙы алдау осраҡтары кәмемәй
Салауат ҡалаһында йәшәүсе 83 йәшлек Әминә инәй хаҡлы ялдың бар рәхәтен татый. ҡара таңдан тороп эшкә барырға ла, ашыға-ашыға теге йә был йомош артынан йүгерергә лә кәрәкмәй. Бар ғүмере буйы эшләне инде, балаларын аяҡҡа баҫтырҙы, ҡарты ғына рәхәт тормошто күрә алманы. Хәҙер ул оҙон көндәр буйы тәмләп сәй эсә, телевизорҙан яратҡан тапшырыуҙарын ҡарай. Пенсияһын ваҡытында ала, улы менән ҡыҙы ураған һайын килеп, хәлен белешеп тора.
Ә бер көндө ыҡсым кейенгән ир әбейҙең ишеген ҡаға.
− Һаумыһығыҙ, инәй! Һөйөнөслө хәбәр алып килдем әле.
− Һаубыҙ әле. Һин кем булаһың? − Әминә әбей һағая төшә.
− Мин ҡала хакимиәтендә эшләйем. Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына машина бирелә.
− Шулай икә-ә-н… һай, рәхмәт яуғыры. Һуғыш йылдарында эшләнек инде, балам. Мин күргәнде һиңә күрергә яҙмаһын.
− Беләбеҙ, инәй, беләбеҙ… Шуға рәхмәт йөҙөнән дәүләт машина бүләк итә.
– Уныһын нисек алырмын, ҡайҙа ҡуйырмын икән? – инәй көтөлмәгән шатлыҡтан бөтөнләй ҡойолоп төштө. – Машинаны улыма бирәйемме икән, әллә кейәүемәме?
− Беҙҙең эш – һеҙгә автомобиль биреү, ҡалғанын үҙегеҙ хәл итерһегеҙ. Тик ваҡ-төйәк ҡағыҙ эштәре, машинаны Салауат ҡалаһына алып килер өсөн 5,5 мең һум аҡса түләргә кәрәк. Документ йүнләйем тип, мәшәҡәтләнергә кәрәкмәй, барыһын да үҙебеҙ эшләйбеҙ.
− Эш уныһына ғына ҡалғанда, аҡса йәлке түгел, − Әминә әбей төпкө бүлмәнән аҡса килтереп сығара. Шунан бер нисә ҡағыҙға ҡул ҡуя. “Хакимиәт кешеһе” сығып киткәс, туғандарына шылтыратып, ҡыуанысы менән уртаҡлашырға була, тик телефонын тапмай. Баяғы кеше уны сәлдергән икән. Инәй сәйер ҡунаҡ тураһында полицияға хәбәр итәһе урынға, яңы башланып торған яратҡан сериалын ҡарарға керешә. Сәғәт уҡтары төнгө ун икегә яҡынлашҡас ҡына Әминә әбей телефоны юғалғанын, аҡсаһын алдап алғандарын полицияға әйтә. Был арала енәйәтсенең эҙе һыуынып та өлгөрә.
Г. БИКМӘТОВА.