«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Илебеҙҙең дөйөм тарихында һәр халыҡтың тарихы сағылырға тейеш



23.03.2012 Илебеҙҙең дөйөм тарихында һәр халыҡтың тарихы сағылырға тейеш

Быйыл Рәсәй тарихы йылы тип иғлан ителде. Рәсәй империяһында (РФ) 130 милләт йәшәй. Совет власы осоронда 15 союздаш республика, 20 автономиялы республика, һигеҙ автономиялы өлкә, дүрт край бар ине. Аҙнаға бер булһа ла Үҙәк радио-телевидениенан төрлө халыҡтар тураһында тапшырыу­ҙар, концерттар була торғайны. Хәҙер өҫтөнлөк тик бер халыҡҡа ғына бирелә. Башҡа халыҡтарҙың теле, дине, сәнғәте, мәҙәниәте, мәғарифы ҡыҫыла, минеңсә. Һәр бер йылылышта телмәр (доклад) урыҫ телендә алып барыла, мәсеттәрҙә дини вәғәздәр урыҫ телен­дә һөйләнә. Һәр халыҡтың милли теле (туған теле), тарихы булырға тейеш.
Рәсәй тарихын беләбеҙ. Ете кенәзлек берләшеп, күршеләрен баҫып ала. Бының өсөн халыҡтарҙы бер-береһенә ҡаршы ҡуйып, көсһөҙләндереүгә өлгәшә. ҡаҙан ханлығын йыртҡыстарса талағас, Иван Грозный Әстерхан ханлығын анһат ҡына баҫып ала. Башҡортостанға сират еткәнен аңлап, башҡорт бейҙәре һуғышһыҙ, ҡан ҡойош­һоҙ баш һалырға мәжбүр була. Был турала Рәсәй тарихы яҙмай. Рәсәй баҫҡынсылары дәртләнеп, йәһәтләп ҡырым ханлығына юллана. Башҡортостан Рәсәйгә һуғышһыҙ бирелгәс, бөтә Себерҙе баҫып алыуға юл асыла. Был баҫып алыуҙар Рәсәй ҡаҙнаһына бөтмәҫ-төкәнмәҫ байлыҡ килтерә. Талауҙар, һалым түләүҙәр, урыҫ булмаған халыҡтарҙы көсләп суҡындырыу башлана. 72 төр һалым уйлап табыла. Рәсәй ҡалалары төҙөкләнә, сиркәүҙәр, острогтар һалына. Башҡорт яугирҙары Мәскәүҙе поляктар­ҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Был турала ла Рәсәй тарихҡа яҙмай, белмәмешкә һалыша. Бер ниндәй ғәйепһеҙ Һөйәнтөҙ ауылы халҡын яндырыу хаҡында беләбеҙ. Башҡорт халҡы бер миллион самаһы кешеһен юғалта. Яуыз генерал Сергеев йөҙҙән ашыу аҡһаҡалды, мулланы бер һарайға бикләп яндыра. Ауыр һалымдан интеккән башҡорттар Рәсәй һуғыштарына йәлеп ителеп ҡырҙырыла. Һуғышҡа яраҡлы булмағандар урман ҡырҡыу, һал ағыҙыу, руда сығарыу, таш киҫеү, ауыр төҙөлөш эштәренә йәлеп ителә. Балтик, ҡара диңгеҙ буйы өсөн барған һуғыштарҙа башҡорттар тураһында һүҙ ҙә юҡ, урыҫтар ғына һуғышҡан кеүек. Рәсәй территорияһына баҫып ингән француз армияһы Мәскәүҙе ала (1812 – 1814). Рәсәйҙе тағы башҡорт, мишәр яугирҙары ҡотҡара. Уҡ, һөңгө менән ҡораллан­ған башҡорттар күп юғалтыу кисерә. Рәсәй етәкселеге башҡорттарға мылтыҡ бирмәй, ышанмай.
Мине һаман аптыратҡаны − Каруанһарай мәсьәләһе. Уны төҙөүҙә бөтә башҡорт халҡы ҡатнаша. Кем күпме ярҙам итә ала − бөтә байлыҡтарын бирә. Меңәрләгән ат Уралдан төҙөлөш материалдары ташый. Каруанһарай мәсете проектын Перовский һыҙа. Бының өсөн башҡорт яугирҙары ике мәртәбә Азиялағы хәрби походҡа йәлеп ителә. Был хәрби паход «Аҡ мәсет» походы тип атала. Башҡорттар һаман үҙ мәсетен − Каруанһарайҙы ҡайтара алмай. Халҡыбыҙ үҙ азатлығы өсөн көрәшеп күпләп һәләк булды. Салауат Юлаев тураһында насар һүҙҙәр дауам итә. Батырыбыҙға «бандит», «вор» һәм башҡалар тигәндәре тарихҡа инеп ҡалған. Бөйөк Ватан һуғышында батырлыҡ күрһәткән башҡорттар тураһында бер документаль фильм да юҡ. Башҡорт кавалерия дивизияһы иң күп батырлыҡ күрһәткән. Шайморатов генерал тураһында һаман аныҡ мәғлүмәт ала алмайбыҙ. Берлиндағы Рейхстаг бинаһына әләм ҡаҙаған батырыбыҙ Ғәзи Заһитов тураһында бер һүҙ юҡ.
Яҙа башлаһаң, ҡағыҙ ҙа, ваҡыт та етерлек түгел. ҡасан ысын тарихыбыҙ булыр?

Фанияз САДИҡОВ.
Архангел районы,
Аҙау ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға