«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Күҙ буяу кемгә кәрәк?



23.03.2012 Күҙ буяу кемгә кәрәк?

Мин пенсионер Мирғәлиев Салауат Абдулла улы булам. Әлеге мәлдә бар ерҙә “күҙ буяу” китте. Ана шул күренеш күңелгә тынғы бирмәй, ҡулға ҡәләм алырға мәжбүр итте. 26 февралдә киске сәғәт 7-нән 9-ға тиклем Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов телевизор аша республика халҡының һорауҙарына яуап бирергә булғайны. Ләкин ике сәғәт эсендә бер кем дә, шул иҫәптән мин дә, уға һорау бирә алманы.
Район гәзитендә буласаҡ һөйләшеү хаҡында баҫылған иғланда ла бер генә телефон номеры күрһәтелгәйне. “Юлдаш” каналынан автоматтан атҡан шикелле бер генә номерҙы әйттеләр. Телевизорҙан сығыш башланғас, экран­ға өс телефон номерын яҙҙылар, ләкин улар буйынса бер нисек тә бәйләнешкә сығып булманы.
Бына ошо үрҙә яҙылғандарҙың барыһы ла “күҙ буяу” була ла инде. Бер аҙна элек ошо өс телефон эшләп торһа, һуңынан халыҡтың һорауҙарын дөйөмләштереп, Президентҡа биргәндә дөрөҫ булыр ине. Ул саҡта Рөстәм Хәмитов алып барыусы Юлия Останина менән ике сәғәт буйына һөйләшеп ултырыр урынына халыҡтың һорауҙарына яуап бирер ине.
Тағы ла бер осраҡ: республика башлығы “Республика Башкортостан” тип һөйләгәндә, Юлияның “Башкирия” тиергә нисек теле әйләнде икән? Етмәһә, Мәскәү телевидение­һына хәбәр ебәреп тороусы Азамат Сәлихов та “Башкирия”нан һалдыра. Ана шуны нисек аңларға?

Салауат МИРҒӘЛИЕВ.
Әлшәй районы,
Раевка ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға