23.03.2012 Крәҫтиәндәр ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ
Башҡортостанда теләге булған ауыл хужалығы ойошмаларына ерҙе залогҡа һалып кредит алыуҙа ярҙам күрһәтеләсәк. Был эш пилот проекты сиктәрендә алып барыла. ҡариҙел районында үткән ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрҙе кредитлау мәсьәләләре буйынса төбәк семинары йомғаҡтары нигеҙендә шундай ҡарар ҡабул ителгән.
Сарала ауыл хужалығы ойошмалары етәкселәре, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре, Ауыл хужалығы министрлыҡтары вәкилдәре, шулай уҡ республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары белгестәре ҡатнашҡан.
Семинарҙа ҡатнашыусылар БР Милли банкы һәм «Россельхозбанк»тың Башҡортостан төбәк филиалының заем алыусыларҙы кредитлау һәм бәләкәй хужалыҡ формаларына дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса тәҡдимдәре менән танышҡан.
Әйткәндәй, эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары яҙғы сәсеү алдынан республика аграрийҙарына әүҙем ярҙам итә. Мәҫәлән, «Мәләүез һөт-консерва комбинаты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте яҙғы баҫыу эштәрен аванслауға 100 млн һумға яҡын аҡса йүнәлтергә ниәтләй. Предприятиеның Кушнаренко, Стәрлебаш, Мәләүез, Федоровка, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Әбйәлил, Ейәнсура, Баймаҡ, Йылайыр райондарында халыҡтан һөт йыйыуҙы ойоштороу өлкәһендә берлектә әүҙем эшләү буйынса ыңғай тәжрибәһе бар.