«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Ҡыйыш көҙгө» сағылышындағы тәғлимәт



20.03.2012 «Ҡыйыш көҙгө» сағылышындағы тәғлимәт

«Ҡыйыш көҙгө» сағылышындағы тәғлимәт Һуңғы ике-өс йылда Өфөгә һәм республиканың башҡа эре ҡалаларына гастролер-тренер­ҙарҙың ки­леүе йышайҙы. Улар “Нисек тиҙ байырға?”, “Биш көн эсендә нисек шәп менеджер булырға?”, “Уңыш­һыҙлыҡ комплексынан ҡотолоу”, “ҡыҙҙы (егетте) үҙеңә ҡаратыу” һ.б. темаларға психологик тренинг үтер­гә саҡыра. Унда барыусыларға бер нисә көн эсендә бар тормошоғоҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәк, тигән вәғәҙә бирәләр, үҙ яҙмышының хужаһы булырға өндәй­ҙәр. Курстан һуң кеше мөғжизә көтә: бына хәҙер эш табыр, бизнесын асыр, уңышлы кейәүгә сығыр, һауанан аҡса эшләргә өйрәнер... Әммә күптәр өсөн бындай тренингтар күңел төшөнкөлөгөНӘ, яҡындары менән аралары боҙолоуға һәм ҙур суммала аҡса юғалтыуға килтерә, айырыуса нескә күңеллеләр психиатрик дауаханаға эләгә, хатта үҙ-үҙенә ҡул һалыу­сылар ҙа бар. Түбәндә һөйләнәсәк хәл күптәргә һабаҡ булһын.

Айнур – Әнисәнең берҙән-бер улы. Балаһын аяҡҡа баҫтырыу өсөн әсә бер нәмәһен дә йәлләмәй. Улы ауыл мәктәбен тамамлағас, Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға инә. Уҡытыусы булып эшләп йөрөгән ҡатын баш ҡалалағы улы янына күсә. Ауылдағы йорт-мөлкәтен һатып, Өфөнән бер бүлмәле фатир алып ебәрә. ҡатын эшҡыуарлыҡҡа тотона, балалар кейеме һатыу менән шөғөлләнә. Айнур яҡшы уҡый, әсәһен ҡәҙер-хөрмәт итә, бизнес яҡшы килем килтерә. Донъям түңәрәкләнде, тип шатлана Әнисә. Айнур аралашыу­сан, ихлас егет, дуҫтары күп.
Бер мәл ҡатын ҡайғылы хәбәр ишетә – Октябрьский ҡалаһында йәшәгән апаһы вафат булған. Әнисә бар эштәрен ташлай ҙа, туғандары янына ашыға. Айнур, уҡыуын ҡалдыра алмағас, Өфөлә ҡала. Ике көндән әсәһе янына барырға вәғәҙә бирә. Ошо мәлдә Айнурҙың яҡын дуҫы Айгөл уны тренингҡа саҡыра. “Көҙгө” интеллектуаль фитнес клубында уңышлы булырға, күп аҡса эшләргә өйрәтер­ҙәр, − тип өндәй ҡыҙ. – Һиңә мотлаҡ оҡшаясаҡ”. Айнур, ҡыҙыҡ күреп, дуҫы әйткән осрашыуға бара. Хатта был тренинг өсөн ун бер мең һум аҡсаһын да йәлләмәй.
Психологик курс ике көн дауамында, иртәнге сәғәт 10-дан киске 11-гә тиклем була. Уның барышында иғтибарыңды ситкә йүнәлтергә, телефондан һөйләшергә, күршеләрең менән фекер алышырға рөхсәт ителмәгән. Әгәр ҙә сығып китһәң, кире инеү хоҡуғы булмаған.
– Залда ике йөҙҙән ашыу кеше йыйылған. Улар араһында тиңдәштәрем дә, урта йәштәгеләр ҙә, хатта ололар ҙа бар ине. Көслө музыка уйнай. Барыһы ла ҡысҡырып-ҡысҡырып һөйләшә. Үҙем дә аңламаҫтан, мине ниндәйҙер ҡыуаныс тойғоһо солғап алды, күңел ярһыны, ҡайҙалыр ашҡындым. Тренинг үтеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙым да, аҡсамды тапшырҙым, – тине Айнур. − Үҙен, Украинанан килдем, тип таныш­тыр­ған ханым йәшәү мәғәнәһе, мөхәббәт, тормош ҡәҙере хаҡында оҙон-оҙаҡ һөйләне. Ләкин бер һүҙе лә хәтерҙә аныҡ ҡалмаған. Уның ярҙамсылары – лидерҙар бар ине. Улар беҙҙе бер нисә бәләкәй төркөмгә бүлде. Һәр ҡайһыбыҙ менән айырым һөйләшеүҙәр алып барҙылар. Бер кеше лә иғтибарһыҙ ҡалмай ине.
Көнөнә өс тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы тәнәфес булған. Унда ла төрлө психологик күнекмәләр эшләгәндәр. Ныҡ арыһалар ҙа, асыҡһалар ҙа, бер кем дә залдан сығып китеү хаҡында уйламай. Кешеләр зомби кеүек теге украинка әйткән һәр һүҙҙе үтәргә ашыға.
– Курстан сыҡҡас, үҙемде компьютер уйынындағы кеүек хис иттем. Тауыштар, төҫтәр, еҫтәр сағыуыраҡ булғандай тойолдо, туҡтауһыҙ йылмайҙым. Ашағы ла килмәй, арытмай ҙа. Уйлап ҡараһаң, ике тәүлек йүнләп ял итмәгәнмен, яҡшылап туҡланмағанмын. Беҙгә туғандарыбыҙҙы ошо йәмғиәткә алып килергә ҡушҡайнылар. Яҡындарымды, дуҫтарымды өгөтләй башланым.
– Был ваҡытта мин Октябрьский ҡалаһында инем, йәкшәмбе мәрхүмәне ерләргә тейеш инек, − тип һүҙгә ҡушылды әсә. − Шәмбе кис улыма, яныма кил, тип шылтыратам. Әммә ул, мине дуҫтарым көтә, тип ҡырталаша. Бик аптыраным, ошондай ауыр саҡта туғандар янында булырға кәрәк бит! Мәрхүмә инәһен ул бик яҡын күрә ине. Оҙон-оҙаҡ телефондан өгөтләгәс, Октябрь­скийға килергә булды. Унда ул үҙен бик сәйер тотто. ҡайғылы мәлдә шарҡылдап көлдө, барыбыҙҙы ла “Көҙгө” интеллектуаль фитнес клубына саҡырҙы.
Әсә менән ул Өфөгә ҡайта. Айнурға бер туҡтауһыҙ шылтыраталар, хәлен белешәләр, ҡайҙалыр саҡыралар. Бер ҡасан да ауыр һүҙ әйтмәгән егет әсәһенә екеренә, хатта ҡул күтәрергә маташа.
− Ул үҙен бөтөнләй контролдә тотмай ине, аҡылына шул тиклем зыян килтергәндәр! Бер-ике көн эсендә бөтә донъям аҫты-өҫкә килде, − тип Әнисә ханым был ваҡиғаларҙы яңынан барлап, күҙ йәштәрен тыя алманы.
− Бөтөнләй йоҡлап булмай, әммә көс-ҡеүәт урғыла. Туҡтауһыҙ ниндәйҙер эштәр эшләге, тауҙар аҡ­тар­ғы килә. Йөрәк дарҫлап тибә. Яңы “дуҫтарым” янына ашҡындым. Тренингта тылҡыған фекерҙәрҙе инҡар итеүселәрҙе дошман һымаҡ ҡабул иттем, шул иҫәптән әсәйҙе лә, − ти Айнур.
Егет бер нисек тә тыныслана алмағас, үҙе йәшәгән йорттоң ун беренсе ҡатына менеп, аҫҡа һикерергә була. Шул саҡ уны Әнисә тотоп ҡала... Ошо мәлдә әсә йөрәгенә ниҙәр генә кисерергә тура килмәй!..
Әсә кеше “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә. Улына “киҫкен психик төшөнкөлөк” диагнозы ҡуялар һәм психиатрик дауаханаға урынлаштыралар. Көслө стресс Әнисәнең һаулығына ла кире йоғонто яһай − ул да дауалана.
Ике ай буйына көслө психотроп дарыуҙар алған Айнур дауахананан бөтөнләй икенсе кеше булып сыға. Уның атларлыҡ та, һөйләшерлек тә хәле булмай. Етмәһә, табиптар уға артабан ни эшләргә кәрәклеген дә яҡшылап аңлатмай, хатта дарыуҙар ҙа бирмәй. Егеттең “ломка”лары башлана. Бахыр әсә улын ауылға алып ҡайтып, тағы ла ике ай халыҡ дауаһы менән имләй.
– Был секта! Эйе, секта. Башҡаса был ойошманы бер нисек тә атап булмай. Ике көн эсендә сәләмәт кешене ауырыуға әйләндергәндәр. Тренингтың эҙемтәһе әле лә ҡалды. Улым үҙ эсенә бикләнде, кешеләргә ышанысын юғалтты, аралашмаусанға әйләнде.
Әсә менән ул бер нисә инстанцияға, шул иҫәптән прокуратураға ла “Көҙгө” интеллектуаль фитнес клубы эшмәкәрлеген тыйыуҙы һорап ғариза яҙған, әммә ҡайһылар уларҙың һорауын тикшереүҙе, мәғәнәһеҙлек, тигән, икенселәр, улар законға ҡаршы эшмәкәрлек алып бармай, тип кире ҡаға.
Гастролер-тренерҙар араһында дипломдары, сертификаттары булған белгестәр юҡ кимәлендә. ҡағиҙә буйынса, тренер иң алда клиенттарының психик һаулығын тикшерергә тейеш. Әммә уларҙы кешенең артабанғы яҙмышы ҡыҙыҡһындырмай. Улар тик аҡса эшләргә теләй, курсҡа күберәк кеше килһә − шул тиклем аҡса кеҫәләренә инеп ятасаҡ.
Ошондай тренингтарҙа баштарына яңы идеологиялар һеңдерелгән кешеләрҙең күбеһе уҡыуын, эшен ташлаған, тарҡалған ғаиләләр ҙә бар. Курсты үтеүселәр араһында бөтөнләй бушҡа яңы клиенттарҙы йәлеп итеү менән шөғөлләнеүселәр ҙә байтаҡ.
Бындай психологик тренингтар күп илдәрҙә тыйылған. Үкенескә күрә, Рәсәйҙә был бизнесты контролдә тотоусылар юҡ. Иртәме-һуңмы, ул барлыҡҡа килер-килеүен. Әммә уға тиклем был ауҙың ҡорбандары тағы ла артасаҡ.
Әгәр ҙә таныштарығыҙ ошондай курстарҙы маҡтап, һеҙҙе лә шунда саҡырһа − йөрөмәүегеҙ хәйерле. Унда барып, аҡсағыҙҙы юғалтыр­һығыҙ, һаулығығыҙҙы ҡаҡшатырһығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға