«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ике төбәк ғалимдары фекер алышты



20.03.2012 Ике төбәк ғалимдары фекер алышты

Башҡорт дәүләт университетында “Башҡортостан Респуб­ликаһының индустриаль мира­ҫы: барлыҡҡа килеүе, модернизацияһы, бөгөнгө торошо” темаһына төбәк-ара конференция үтте.
РФ Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт дәүләт университеты, БР Фәндәр академияһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институты ойошторған сарала Башҡортостан һәм Свердловск өлкәһе ғалимдары, аспиранттар һәм студенттар ҡатнашты.
Пленар ултырыш ваҡытында БДУ-ның фәнни эштәр буйынса проректоры Вадим Захаров БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтовтың сәләмләү хатын еткерҙе.
− Билдәле булыуынса, 2012 йыл илебеҙҙә Рәсәй тарихы йылы тип иғлан ителде, − тиелә уның мөрәжәғәтендә. – Цивилизация тарихында тәү сиратта етештереү көстәре һәм етештереү мөнәсәбәттәре үҫеше тарихы урын ала. Үткәнде белмәй тороп, уның биргән дәрестәрен анализламайынса киләсәккә атлап булмай. Башҡортостан тарихы үткән өс быуатта сәнәғәт үҫеше менән тығыҙ бәйләнгән. Бөгөн республикабыҙ Рәсәйҙең иҡтисади яҡтан ныҡ үҫешкән төбәктәре исемлегенә инә. Беҙҙә яңы производстволар булдырыу, хәҙерге заман индустрияһын үҫтереү өсөн күп эш башҡарыла. Индустриаль мираҫ этаптарын тәрән тарихи анализлауға таянғанда, республиканың үҫеш стратегияһы тағы ла һөҙөмтәлерәк була. Шуға ла фәнни-ғәмәли конференцияның темаһы Башҡортостан Республикаһының сәнәғәте тарихына арналыуы менән бик актуаль һәм мөһим.
Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлегенең Тарих һәм археология институты директоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Вениамин Алекеев тау сәнәғәте үҙенсәлеге Башҡортостандың артабанғы иҡтисади һәм мәҙәни үҫешен формалаштырыуын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, хәҙер республика донъя сәнәғәтенең айырылғыһыҙ мөһим бер өлөшө булып тора.
Конференцияның пленар ултырышында ҡатнашыусылар үҙ сығыштарында Башҡортостандың индустриаль мираҫының үҫешенә, уның өйрәнелеүенә һәм төп проблемаларына, архитектура һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларына төрлө яҡтан байҡау яһаны. Артабан был эште улар секциялар ултырышында дауам итте. Сараның йомғаҡлау пленар ултырышында БР Президенты һәм Хөкүмәтенә мөрәжәғәт, резолюция проекты ҡабул ителде.

Самат ҡОТЛОЕВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға