«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ер-һыуҙарыбыҙҙың атамалары онотолмаһын



16.03.2012 Ер-һыуҙарыбыҙҙың атамалары онотолмаһын

Бер күҙәтеүем менән уртаҡлашмаҡсымын. Ул барығыҙға ла мәғлүм. Оло әбей-бабайҙар вафат булған һайын, улар менән әллә күпме ғилем китә, ауылдарҙың күп ер-һыу атамалары, тарихы юғала бара.
2009 йылда Силәбе өлкәһенең Сосновка, ҡоншаҡ райондарына фольклор йыйыу өсөн экспедицияға барғайныҡ. Белеүегеҙсә, унда үткән быуаттағы шартлауҙар, радиация сәбәпле, бик күп ауыл икенсе урындарға күсерелгән. Был ауылдарҙың халҡы менән һөйләшкәндә шуға иғтибар иттем: күсеп килгән халыҡ үҙ ауылының тарихын, легенда-риүәйәттәрен, ер-һыу атамаһын да онот­ҡан, шулай уҡ күсеп килеп, хәҙер үҙе йәшәгән ауылдың да топонимикаһын белмәй булып сыҡты. Был бик үкенесле һәм ҡурҡыныс хәл. Сөнки ер-һыу атамаһының ни тиклем күп булыуы урындағы халыҡтың унда борондан йәшәүе хаҡында һөйләй. Быны ул атамаларға бәйле легенда-риүәйәт, тыйыу, ырым-ышаныу, һынамыш, хөрәфәттең күп булыуы тағы ла дәлилләй. Ә башҡа милләт халҡы күсеп килһә, улар был ергә яңы исем бирә һәм ул ерҙәр уларҙыҡы була ла китә. Мәҫәлән, ҡурған өлкәһе Сафакүл районы Мурҙабай ауылында Көсөкбай күлен хәҙер урыҫтар «Иг­нашкино» тип йөрөтә. Шул уҡ Бөрйәнебеҙҙәге Шүлгәнташ мәмерйәһен дә бит «Капова» тип әйтәләр. Бындай миҫал­дар­ҙы бихисап килтерергә мөмкин.
Тағы ла шул, ҡурған өлкәһенең Сафакүл, Әлмән райондарында элек перспективаһыҙ һәм башҡа сәбәптәр менән бик күп ауыл бөткән, икенсе ауылдар­ға күсерелгән. Шулай ҙа, бөткән ауылдарҙың урынына, нисәнсе йылда ниндәй ауыл булғанлығы хаҡында яҙылып, билдә ҡуйылған. Беҙҙең Башҡортостанда ла борон күп ауылдар яндырылған, бөткән ауыл урындары күп. Шуға беҙҙә лә, юҡҡа сыҡҡан ауылдар урынына ташҡа яҙып булһа ла билдә ҡуйырға кәрәктер, тигән тәҡдимем бар. Шулай уҡ, мәктәп уҡыусылары ла үҙ ауылдарының ер-һыу исемен, тарихын дәфтәрҙәргә яҙып мәктәптәргә тапшыр­һа ла, атамаларҙы халыҡ онотҡан хәлдә лә, мәктәп музейҙарында һаҡланыр ине. Үҫеп килгән йәш быуын үҙ ауылдарының тарихын, ер-һыуын өйрәнеүгә битараф булмаһа икән.

Фәнирә ҒАЙСИНА.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға