«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Урманды һаҡлау – етди бурыс



16.03.2012 Урманды һаҡлау – етди бурыс

Янғындар осорона әҙерлек, тармаҡтың инвестиция проекттары, урманды файҙаланыу өлкәһендә дәүләт сәйәсәте – БР Урман хужалығы министрлығы коллегияһы ултырышында ошо һорауҙар көнүҙәк булды.
Көтөләсәк ҡоро йәй урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренән «йәшел ҡалҡан»ды һаҡлауҙа айырыуса иғтибар талап итә. Был йәһәттән янғын хәүефе булған миҙгелгә әҙерләнеүгә министрлыҡ тарафынан етди эш алып барыла.
− Урмандарҙы үҙләштереү проектына ярашлы, урман участкаларын ҡуртымға алыусыларҙың янғынға ҡаршы сараларҙы нисек алып барыуын беҙ һәр саҡ контролдә тотабыҙ. Бынан тыш, урман янғындарын иҫкәртеү маҡсатында урмандарға космик мониторинг алып барыу, видеокамералар урынлаштырыу, ерҙә һәм авиация ярҙамында патруль эштәре алып барыла, − тип белдерҙе БР урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин. − Беҙҙең тармаҡ янғындар ваҡытына тулыһынса әҙер, кәрәкле техника һәм инвентарҙар менән тейешенсә йыһазландырғанбыҙ.
Инвестиция проекттарына ҡағылып, коллегияла 2012 − 2013 йылдар­ҙа бойомға ашырыласаҡ өс инвестиция проекты билдәләнде. Уларҙың икеһе Башҡортостан урман сәнәғәте компанияһына ҡағыла. Улар төбәктә эре форматлы фанера етештереү заводы менән ағас эшкәртеүсе завод төҙөргә йыйына. «Мегастрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә республика биләмәһендә МДФ етештереү буйынса завод төҙөргә йыйына. Сәнәғәт предприятиеһында киң япраҡлы һәм ҡартайған ағастар ҡулланыласаҡ. Башҡортостан бюджетынан урман хужалығын үҫтереү өсөн 130 млн һум аҡса бүлеү планлаштырылһа, 80,1 млн һум аҡса Өфө урман хужалығы техникумына китәсәк. Сөнки быйылдан башлап урман техникумдары, колледждары, башҡа федераль мәғариф учреждениелары менән бер рәттән, Рәсәй субъекттары ҡарамағына күсте.
Рәжәп Нәбиуллин биргән мәғлүмәттәр буйынса, 29,6 миллион һум аҡса БР Янғындарҙы иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәгенә биреләсәк. ҡалған сығымдар урман контроленең мобиль төркөмдәрен тотоуға, махсус янғын һүндереү техникаһы, теплица алыуға бүленәсәк.
Урман тармағы өсөн төп бурыс – урман закондарын боҙмау һәм янғындарҙы булдырмау өсөн контроль-күҙәтеү сараларының һөҙөмтәлелеген күтәреү. БР урман хужалығы министры Р. Нәбиуллин коллегия ултырышында янғын хәүефе көслө булған миҙгел башланыу менән тармаҡтың инспекторҙар составына персональ трекерҙар һәм картографик GPS-навигаторҙар бүленәсәге хаҡында ла һөйләне. Төбәктә артабан да «Урман бүлеү реестры» мәғлүмәт системаһын ҡулланыу камиллаштырыласаҡ һәм киң йәйелдереләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға