«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡыҙҙар менән нисек танышырға?



16.03.2012 Ҡыҙҙар менән нисек танышырға?

Миңә 24 йәш. Холҡом буйынса интровертмын (үҙ эсенә бикләнгән, йомоғораҡ кеше). ҡыҙҙар менән бөтөнләй танышмайым тиерлек. Был мине һағайта. Башҡалар 13−15 йәштә үк ҡыҙҙарға ҙур иғтибар бирә башлай, урамда танышып китәләр, теләһә ҡайһы ерҙә, теләһә ҡайһы темаға һүҙ ҡуша алалар. Ә мин бигерәк әллә ниндәймен. Хәҙерге ҡыҙҙарҙы нимә ҡыҙыҡһындырғанын да белмәйем. Минеңсә, уларға минең менән күңелһеҙ. Ни эшләргә һуң?
Рәфил.

− Рәфил, һин үҙең үк ҡыҙҙар менән аралаша башларға ҡурҡҡаныңды белдерҙең. Бер нисә тапҡыр танышырға маташҡанһың да, тәүге ҡатмарлылыҡҡа осрағас та күңелеңде төшөргәнһең. Өмөтһөҙлөккә бирелергә ярамай. Иң мөһиме − «Нисек башлар­ға белмәйем» тигән барьерҙан ҡотолорға тырыш. Һис юғында, хыялыңда күнекмәләр үткәр. Тирә-йүндәгеләргә ҡара, кеше менән аралашырға хатта интернет селтәрендә лә өйрәнергә мөмкин. Үҙ баһаңды төшөрмә. «Мин быны эшләй алмайым» тигән уй һиндә булмаһын. ҡыҙҙар иғтибарлы егеттәрҙе үҙ итә. Гүзәлдәр араһында ла интроверттар бар, уларға һинең кеүектәр менән танышыу ҡыҙыҡ та буласаҡ.

Биш кәңәш

1. ҡыҙға үҙеңдең тойғоңдо әйтергә тартынма. ҡатын-ҡыҙ ҡолағы менән ярата, тигән әйтем юҡҡа ғына барлыҡҡа килмәгән ул.
2. ҡыҙ кеше үҙенә терәк эҙләүсән. Уға тап шундай терәк булырға теләүегеҙҙе аңғартығыҙ.
3. Барлыҡ ҡатмарлы ситуациялар­ҙы икәү хәл итергә тырышығыҙ.
4. Көнсөллөк мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға ҡамасаулай.
5. Икегеҙгә дөйөм шөғөл табырға тырышырға кәрәк. Был араны тағы ла йылыта.

Рәфилгә психолог
Айһылыу Абдуллина кәңәш бирҙе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға