«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Өйҙә ултырып ҡына байып буламы?



16.03.2012 Өйҙә ултырып ҡына байып буламы?

Өйҙә ултырып ҡына байып буламы?
Планетаның иң бай кешеһе, американ Билл Гейтcтың биографияһына күҙ һалһаң, уның ата-әсәһе миллионер ҙа, миллиардер ҙа түгел, ә ябай адвокаттар булған. Шуға ҡарамаҫтан, Билл ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҙур байлыҡ туплаған. Ул таш ватып та, урлашып та йөрөмәгән, ә аҡыл һәм заман технологиялары ярҙамында кеҫәһен ҡалынайтҡан.
Күгәрсен районының Волостновка ауы­лында тыуып үҫеп, әле Өфө ҡала­һында йәшәүсе 23 йәшлек Илнур Йосопов интернет ярҙамында үҙенең бизнесын асҡан.
– Башҡорт дәүләт университетында 4-се курста уҡығанда “бөтә донъя ауы” аша аҡса эшләү саралары хаҡында ҡыҙыҡһына башланым. Әммә шундуҡ уңыш­һыҙлыҡҡа осраным – интернет пираттары ҡулына эләктем. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәнем, башҡа юлдар эҙләнем. Интернет аша Мәскәүҙә йәшәүсе бер ағай менән танышып киттем, ул төрлө кәңәштәр бирҙе. Уның ярҙамында “Өфөнөң иң түбән хаҡтары” тигән тәүге сайтымды астым. Магазиндар буйлап йөрөп, арзан хаҡлы әйбер­ҙәр ҡарап, шуны сайтҡа урынлаштыра инем. Ул тиҙ арала популяр булып китте, реклама биреүселәр ҙә күбәй­ҙе. Шулай итеп, тәүге эш хаҡымды алдым.
Тәүге уңыш Илнурҙы тағы ла дәртләндерә. Ул “ҡара юрға” веб-студияһын асып ебәрә. Заказдар буйынса төрлө эштәр атҡара башлай. Бөгөн үҙенең унға яҡын сайты бар, улар төҙөлөш, һаулыҡ һәм матурлыҡ, интернет-магазин темаларына арналған. “ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгәне һәр саҡ тиҙ билдәлелек яулай. Улар “донъя ауы”нда күберәк ваҡыт уҙғара һәм төрлө ырым-хөрәфәттәргә тиҙ ышана”, − ти Илнур, йылмайып.
Был бизнестың механизмы ул хәтлем үк ҡатмарлы түгел: сайт булдырғас, уҡыусыларҙы ылыҡтырырлыҡ мәғлүмәттәр урынлаштырыр­ға кәрәк. Унда халыҡ күпләп инә башлағас, реклама биреүсе йәлеп ителә. ҡулланыусылар рекламаны күберәк уҡыған һайын, мулыраҡ аҡса кеҫәңә инеп ята. Был хаҡта интернетта күп яҙалар, шуны ялҡауланмай өйрәнергә, төшөнөргә кәрәк.
“Сер булмаһа, был сайттар һиңә ай һайын күпме аҡса килтерә?” – тип һорамай булдыра алманым. “Кәмендә илле мең һум, − тине ул. − Бында бер ниндәй ҙә коммерция сере юҡ. Был эшкә гәзит уҡыусылар ҙа тотона ала. Ошо бизнес тәжрибәһе менән уртаҡлашыу маҡсатында, дуҫым Нияз Мәмбәтов менән видеодәрестәр уҙғарабыҙ. Мәҫәлән, яңыраҡ Сибай ҡалаһында бушлай семинар үткәрҙек. Был дәрестәр менән http://big-money-adsense.ru сайтында танышырға була. Ауылда йәшәгәндәр аңлаһын ине – сит тарафтарға юлланмай, өйҙә ултырып та аҡса эшләргә мөмкин, http://vk.com/ilnuryusupov электрон адресы буйынса минең менән бәйләнешкә инегеҙ, бар һорауҙарға яуап бирергә әҙермен”.
Бынан тыш, ул икенсе бер дуҫы Илгиз Муллағәлләмов менән “Гигант һабын ҡыуыҡтары шоуы”н асҡан. Улар заказ буйынса төрлө байрамдарҙа иҫ киткес тамаша күрһәтә (был хаҡта ошо сайтта танышырға була: big-bubble-show.ru). Был да үҙенә күрә аҡса эшләү сараһы.
Интернет көндән-көн тормошобоҙға нығыраҡ үтеп инә. Уның аша бөтә мөһим эш атҡарыла. Халыҡтың байтаҡ өлөшө компьютер алдында бик күп ваҡытын уҙғара, күптәр социаль бәйләнештәр (“Вконтакте”, “Одно­классники”, “Фейсбук” һ.б.) аша дуҫтары менән виртуаль аралашыуҙы хуп күрә. Көнө-төнө интернетта ултырған үҫмерҙәр өсөн дә борсолоу тыуа.
− Ә шулай ҙа һуңғы ваҡытта компьютер алдында түгел, әүҙем тормош модаға инә бара. Тиҫтерҙәрем араһында спортҡа, мәҙәниәткә иғтибарын йүнәлтеүселәр арта, − тине Илнур. – Мобилизация заманында йәшәйбеҙ, көн һайын бик күп мәғлүмәт алабыҙ. Уны мейебеҙ ҡабул итеп, эшкәртеп өлгөрөргә тейеш. Яңыраҡ “тиҙ уҡыу” курсына йөрөй башланым. Үҙенсәлекле техника ярҙамында бер минут эсендә китаптың бер битен уҡырға була, йөкмәткеһе шундуҡ хәтерҙә ҡала. Тиҫтерҙәремә ошо ысулды өйрәнергә кәңәш итәм.
Бөгөн халыҡ төрлө мут әҙәмдәр ҡулына йыш эләгә. Әле интернет, әле телефон аша төп башыбыҙға ултыртып, аҡсабыҙҙы һуралар. Уларҙан нисек һаҡланырға, тигән һорауға Илнур:
– “Прививка” эшләтергә, йәғни был хаҡта хәбәрҙар булырға кәрәк. Һәр береһенә һуҡыр­ҙарса ышанмағыҙ, мәғлүмәт сығанағын тикшерегеҙ, − тине.
Күптәр үҙ эшен асырға ҡурҡа, минән булмай, һәләтем юҡ, тип ниәтенән төңөлә. Эшҡыуар булыр өсөн үҙенә күрә оҫталыҡ, һәләт кәрәкме икән? Быға егет:
– ҡандан да киләлер, тип уйлайым. Атай-әсәйем – эшҡыуар, сауҙа нөктәләре бар. Бер нисә быуын элек йәшәгән ҡартатайым да сауҙагәр булған. Шулай ҙа тырышлыҡ кәрәк. Шул саҡта бар нәмәгә лә өлгәшергә мөмкин. Теләк, ниндәйҙер эске этәргес көс булырға тейеш, − тип яуап бирҙе. Илнурҙың артабанғы эшенә уңыштар юлдаш булһын.
Эйе, һәр беребеҙгә иҫке ҡалыптарҙан арынырға, донъяға заманса ҡараш менән йәшәй башларға ваҡыт.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға