16.03.2012 Алданып ҡуймағыҙ
Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе 47 йәшлек ханымдың кеҫә телефонына: “Симкағыҙ блокировать ителде”, – тигән смс-хәбәр килә.
ҡатын ҡапыл албырғап ҡала, ул шундуҡ был номерҙы йыя. Трубканың теге осондағы ир: “Хакерҙар кәрәҙле бәйләнеш компанияһының серверын боҙған. Шуға күрә сим-картағыҙ ваҡытлыса эшләүҙән туҡтатылды. Уны кире элекке хәленә ҡайтарыр өсөн иҫәпкә аҡса күсерергә кәрәк, – тип аңлата. – Борсолмағыҙ, был сумма һеҙгә кире әйләнеп ҡайтасаҡ”.
ҡатын аптырашта ҡала, икенсе сим-карта алырға тура килһә, күптәр менән бәйләнеш юғаласаҡ, тип хафалана. Шуға ла теге ир әйткәндәрҙе үтәргә ашыға – банкомат аша биш мең һум аҡса күсерә.
Бер аҙҙан ғына ул алданғанын аңлай, тик һуң була инде. Һаҡ булығыҙ, ошо ханым көнөнә ҡалып ҡуймағыҙ.