«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » КВН миҙгеле асылды



13.03.2012 КВН миҙгеле асылды

Сарала Өфө, Благовещен, Ишембай, Бөрө, Белорет, Салауат, Октябрьский, Стәр­летамаҡ, Нефтекама, Учалы, Иглин, Әбйәлил райондары командалары ҡатнашты. Бәйгелә быйыл беренсе тапҡыр күршеләрҙән − ҡаҙан, Нижне­камск һәм Екатерин­бург ҡалаларынан уйынсылар килде.
− Үткән миҙгел финалы менән сағыштырғанда, быйыл йәш командалар барлыҡҡа килгән, − ти «БР Тапҡырҙар һәм отҡорҙар клубы» ойошмаһы етәксеһе, юғары телевизион лиганың өлкән мөхәррире Денис Недопекин. – Республика КВН-ы алдынғыларын пьедесталдан ҡыҫырыҡлап төшөрөрлөк яңы кандидаттар бар. ҡатнашырға теләк белдереп бирелгән ғаризаларҙың барыһы ла ҡаралды, һәм бөгөнгө бәйгегә 36 команданың 24-е үтте. Мөхәррирҙәр уларҙың сығыш­тарынан милләт-ара дошманлыҡ тыуҙы­рыр­лыҡтарын, башҡа халыҡтар­ҙың дин тойғоларына ҡағылышлыларын “ҡырҡып алды”. Әлбиттә, командалар үҙҙәре лә тупаҫ репликаларҙы сәхнәгә сығыр алдынан уҡ алып ташлай. Ләкин ҡайһы бер шаяртыуҙар шул тиклем ғәҙәтигә әйләнә һәм уйынсылар үҙҙәре “нимә яҡшы, нимә насар” икәнлеген дә айыра алмай. Шул саҡ тәжрибәле мөхәррирҙәр ярҙамға килә.
Сәхнәнән ғаилә мөнәсәбәттәре, автобуста, кинотеатрҙа, военкоматтағы осраҡтар һәм башҡа шаяртыуҙар яңғыраны. Шулай итеп, көсөргәнешле лә, шаярыу-көлөүгә бай уйындың һөҙөмтәләре лә билдәләнде. Беренсе урынды – «Бардак» (Учалы), икенсе урынды – БДУ-ның йыйылма командаһы, өсөнсөнө «Центр» (ӨДАТУ) яуланы. «Йыл асышы» – «Иптәш ҡыҙҙар»ға (Екатеринбург), «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» – Альбина Сәлимоваға («Центр», ӨДАТУ), «Иң яҡшы ир-егет роле» номинациялары Феликс Никитинға («Беҙ», ҡаҙан) бирелде. Ул шулай уҡ «Иң яҡшы шаяртыу» өсөн диплом менән бүләкләнде.
− Минең командам бына инде дүртенсе миҙгел КВН-да ҡатнаша, − ти «Беҙ» (ҡаҙан) командаһынан Феликс Никитин. – Шаяртыуҙарҙы үҙем ижад итәм. Ә уларҙың һөҙөмтәһен, үҙемдең тәжрибәм алдатмаҫына ышанһам да, дуҫтарымда тикшереп ҡарайым. Өфөлә тамашасылар объектив баһа бирҙе, дәртле ҡул сапты. Миҙгелгә үтеүемә ҡарамаҫтан, йыш килергә вәғәҙә итә алмайым – ҡаҙан Өфөнән алыҫ шул.
2012 йыл миҙгелендә беренсе урын өсөн «Неф­тема» (Ишембай), «Мин яратам» (Октябрьский), «Беҙ» (ҡаҙан), «Гудвин» (Стәрле­тамаҡ), «Бардак» (Учалы), «Центр» (Өфө), «Иптәш ҡыҙ­ҙар» (Екатеринбург), «Сель­совет» (Борай), «Сбор­ная Нефте­камска», «СДПА» (Стәр­летамаҡ) командалары көрәшәсәк. Шулай уҡ миҙгелгә Стәрлетамаҡ физик культура институты, «3Ко» (Стәрле­тамаҡ), ӨДНТУ йы­йылма командаһы, «19-сы империя» (Нижнекамск), «Свои в доску» (Салауат), БДУ йыйылма командаһы, «Паль­цем в небо» (Өфө) һәм «Люди от сохи» (Иглин районы) командалары саҡырылған.

Самат ҡОТЛОЕВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға