«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Тормош мәғәнәһе – балаларҙа



13.03.2012 Тормош мәғәнәһе – балаларҙа

Тормош мәғәнәһе – балаларҙа
Зилә һәм Илнур Хөсәйеновтар, ишле ғаиләлә балалар эш рәтен белеп үҫә, ти
Өй түрендә эленгән сәңгелдәктә ҡолас ташлап бер сабый йоҡлай. Был ҡотло бишектә нисәнсе бала үҫеп буй еткергәндер – уныһы билдәһеҙ, ә бына Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылында йәшәүсе Зилә һәм Илнур Хөсәйеновтар ғаиләһендә бишенсе улдары – өс айлыҡ ҡына Ильяр ағайҙары артынан эйәрергә көс туплай. Таймаҫ ауылындағы Р. Солтангәрәев исемендәге гимназияла 9-сы синыфта уҡыған Илмир, 8-се синыфта белем алған Линар, Ялсыҡай мәктәбендә башланғыс синыфта уҡыған Ислам, балалар баҡсаһына йөрөүсе дүрт йәшлек Инсаф бәләкәй генә ҡустыларын һағынып ҡайта. Әсәләре йорт мәшәҡәттәре менән булғанда сабыйҙы алмашлап ҡарайҙар, кәрәк икән, иҙәнен дә йыуалар, һауыт-һабаһын да йыйып ҡуялар, малды ла ҡарайҙар. Йәйгеһен бесән эшләү, баҡса үҫтереү өлкән малайҙар иңендә. Хатта аталары бушамағанда егеттәр ауыл көтөүенә лә сыға. Ҙур ике баҡсала сәселгән картуфты утау, күмеү, көҙгөһөн ҡаҙып алыуҙа балалар – ҙур ярҙамсы.
– Йәшелсә баҡсаһын үҙҙәре ҡаҙып, түтәлде эшләп бирәләр ҙә, орлоҡто мин төртөп кенә сығам. ҡалғанын каникул буйы улдарым үҙҙәре ҡарай. Алынған уңышты ҡышҡылыҡҡа тоҙлайым, салаттар яһайым. Былтыр еләк мул булды. Көн дә биҙрәләп еләк алып ҡайттылар, үҙҙәре таҙарттылар. Аллаға шөкөр, улдарым эшкә талымһыҙ, – ти Зилә.
Хөсәйеновтар йортона килгәндә, „Өлгөлө йорт” тигән яҙыу иғтибарҙы йәлеп иткәйне. Уңған, үҙ ерендә тырышып донъя көткән, барыһына ла үрнәк булырҙай ғаиләләргә генә бирелә икән бындай маҡтаулы исем Ялсыҡайҙа. Йәйгеһен уларҙың йорто гөл-баҡсаға күмелеп ултыра, ихаталарында ла тәртип. Кәртә тултырып ҡош-ҡорт, мал аҫрайҙар, тип һоҡланып һөйләй улар тураһында ауылдаштары. Ғаилә башлығы Илнур – „Толпар” ауыл хужалығы кооперативында малсы, Зилә декрет ялына тиклем балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләгән. Мәктәп йылдарынан уҡ дуҫлашып йөрөгән йәштәр ҡалала һөнәр алғас өйләнешә. Бәхет эҙләп, “оҙон” аҡса артынан ситкә китмәй йәш ғаилә, йорт һатып алып, тыуған ауылдарында төпләнә. Шәхси хужалыҡтарында күпләп эре мал аҫрайҙар, йәйгелеккә ҡаҙ, өйрәк алып үҫтерәләр. Һәр нәмәгә өлгөр, егәрле хужабикә һөттө эшкәртеп, ғаиләнән артып ҡалған ҡаймағын, майын да һата, йүнсел хужа көҙгөлөккә башмаҡтарын һимертеп, иткә тапшыра, картуф та үҫтерә. Илнур, хужалыҡта эш хаҡын иген, көнбағыш майы менән генә түләйҙәр, тип аптырап ултырмай, нисек тә донъяһын бөтәйтергә тырыша. Малы ишле булғас, бесән әҙерләү еңел булһын өсөн „Беларусь” тракторын да алып ебәргән.
Өҫтәлең һыйлы булһын тиһәң, ауыл ерендә ҡара таңдан кискә тиклем эш өҫтөндә булырға кәрәк. Өҫтәүенә, балаларың ишле булһа, ғаилә башлығына икеләтә бурыс ята. Биш малай атаһы Илнур быны яҡшы аңлай. Улдары ла үҙҙәре кеүек тырыш, мәктәптә лә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшәләр.
– Тормош иптәшем дә, мин дә күмәк балалы ғаиләлә тыуып үҫтек. Шуға ла ишле ғаиләле булыу беҙҙе ҡурҡытмай. Бындай ғаиләләрҙә балалар бер-береһенә ярҙам итеп, хеҙмәт һөйөп, дуҫ, татыу үҫә. Балалар бит – тормош ҡото, йәшәүебеҙ мәғәнәһе. Тәү­фиҡлы, һау-сәләмәт булһындар, – ти бәхетле әсәй.
Эштән ҡурҡмаған, күңеле менән ерҙе һөйгән кешегә ауылда ла бынамын итеп йәшәргә була. Бер һүҙҙән булып донъя көткән, барыһын да үҙ хәстәре, үҙ тырышлыҡтары менән яулаған Хөсәйе­новтар ғаиләһе быға асыҡ миҫал.

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Юлай КӘРИМОВ фотоһы







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға