«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Мөхәббәтегеҙ көслөмө?



13.03.2012 Мөхәббәтегеҙ көслөмө?

Мөхәббәтегеҙ көслөмө?
1. Һөйгәнегеҙҙе күргәс:
а) Күңелегеҙ шатлыҡ менән тула, йөҙөгөҙгә бәхет нурҙары йүгерә; (10)
б) Һеҙ уны бик яҡшы кеше тип уйлайһығыҙ; (7)
в) Башҡа нәмә хаҡында уйланаһығыҙ; (4)
г) «Бөтөнләй ят был кеше нимә эшләп минең эргәлә йөрөй әле?» – тип уйлайһығыҙ; (0)
2. Ял көндәрендә:
а) Уның менән икәүҙән-икәү генә өйҙә ҡалғығыҙ; (10)
б) Һөйгәнегеҙ менән киноғамы, театрғамы, ҡунаҡҡамы барғығыҙ; (7)
в) Икәүләшеп өйөгөҙҙө матурлағығыҙ; (4)
г) Өйөгөҙҙән ҡайҙалыр сығып ҡасҡығыҙ килә; (0)
3. Уға бүләк һайлағанда:
а) Иң яҡшыһын эҙләп, арып бөтәһегеҙ; (10)
б) Ул хыялланған әйберҙе алып бирәһегеҙ; (7)
в) Үҙегеҙгә оҡшаған әйберҙе бүләк итәһегеҙ; (4)
г) Бик иҫегеҙ китмәй; (0)
4. Һөйгәнегеҙ менән бер-ике көнгә айырылышып торғанда:
а) Һеҙ сәғәтте минутлап һанап, уны көтәһегеҙ; (10)
б) Уның хаҡында йыш иҫкә алаһығыҙ; (7)
в) Айырылышып тороу файҙаға, тип уйлайһығыҙ; (4)
г) ҡулығыҙҙан килһә, был көн­дәр­ҙе тағы ла оҙонайтыр инегеҙ; (0)
5. Уның менән түшәктә:
а) Һеҙ иҫ киткес бәхетле; (10)
б) Һеҙгә бергә булыу шул тиклем рәхәт, ни өсөн тигәндә, һүҙһеҙ ҙә бер-берегеҙҙең теләген белеп тораһығыҙ; (7)
в) Йыш ҡына башығыҙ ауыртыу­ға һылтанып, йоҡлап китәһегеҙ; (4)
г) Айырым ятыуҙы хуп күрәһегеҙ; (0)
6. Проблемаларығыҙ барлыҡҡа килһә:
а) Иң тәүҙә уның менән уртаҡлашаһығыҙ; (10)
б) Беренсе булып әхирәтегеҙ (дуҫығыҙ) белә; (7)
в) Бәлки, уға ла һөйләрһегеҙ; (4)
г) Уны үҙегеҙҙең эске донъяғыҙға һис кенә лә индергегеҙ килмәй; (0)
7. Уға ҡарата иң йылы һүҙҙәрҙе:
а) Көндәр буйы ҡабатлайһығыҙ; (10)
б) Йыш ҡына әйтәһегеҙ; (7)
в) Бик һирәк әйтәһегеҙ; (4)
г) Күптән инде матур һүҙҙәр әйтешкәнегеҙ юҡ; (0)
8. Һеҙ бер-берегеҙҙе аңлай­һығыҙ:
а) Ярты һүҙҙән; (10)
б) Һәр ваҡыт тиерлек; (7)
в) Бик оҙаҡ аңлашҡандан һуң; (4)
г) Бик һирәк һәм был мөһим дә түгел тиһегеҙ; (0)
9. Әхирәтегеҙ (дуҫығыҙ) һеҙгә уның етешһеҙлектәре хаҡында әйткәндә:
а) Уны яҡлап сығасаҡһығыҙ, үҙегеҙҙекен иҫбатлаясаҡһығыҙ; (10)
б) ҡәнәғәтһеҙлегегеҙҙе көс-хәл менән тотҡарлап ҡалаһығыҙ; (7)
в) Миҙал ике яҡлы була, тиһегеҙ; (4)
г) Уның менән килешеп, яҡшыраҡҡа лайыҡмын, тип уйлайһығыҙ; (0)
10. Киләсәктә бергә йәшәйәсәк йылдарҙы күҙ алдына килтереп:
а) Уның менән иң матур ғүмер кисерәсәкбеҙ, тип уйлайһығыҙ; (10)
б) Һеҙгә бик тыныс һәм яҡшы буласағына ышанаһығыҙ; (7)
в) Бик күп ауырлыҡтар осраясаҡ, тип уйлайһығыҙ; (4)
г) Бер ниндәй ҙә киләсәк булмаясаҡ, тиһегеҙ; (0)

Ә хәҙер балдарығыҙҙы һанағыҙ
86 – 100 балл. ҡотлайбыҙ, һеҙ иҫ киткес матур пар.
66 – 85 балл. Һеҙҙең мөхәббәтегеҙ тыныс фазаға әүерелгән.
46 – 65 балл. Мөхәббәтегеҙ әлегә тере. Уны тамам һүндермәҫ өсөн нимәлер эшләү үҙегеҙҙең ҡулда.
21 – 45 балл. Араларығыҙ күҙгә күренерлек һыуынған, әммә уларҙы ҡабат тергеҙеү мөмкинлеге бар.
0 – 20 балл. Мөхәббәтегеҙ юҡҡа сығыуына кемделер ғәйепләү бер ниндәй ҙә фәтүә бирмәйәсәк.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға