«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Уҡтай осто толпарҙар...



09.03.2012 Уҡтай осто толпарҙар...

Баймаҡ арғымаҡтары иң етеҙҙәре булып танылды
Уҡтай осто толпарҙар...
Ошо көндәрҙә күрше Силәбе өлкәһенең Верхнеуральск ҡалаһы ипподромында “Верхнеуральск масленицаһы” исемле халыҡ байрамы ойошторолдо. Электән килгән матур йолаға ярашлы, унда йыл да юртаҡ һәм арғымаҡтарҙың өлкә ҡышҡы ат спорты ярыштары үтә. Бына шул бәйгелә Баймаҡ районының спорт аттары әүҙем ҡатнаша һәм һәр саҡ еңеү яуламайынса ҡайтмай.
Был ипподромда үткән ат ярыштарының бөгөн инде өлкә генә түгел, ә төбәк-ара статусы алыуы уның абруйын бермә-бер күтәрә, күршеләрҙә был спорт төрөнә иғтибарҙың арта барыуы тураһында һөйләй. Һуңғы йылдарҙа бәйгеләрҙә ауыл хужалығы предприятиелары ғына түгел, ә фермер, шәхси хужалыҡтар ҙа әүҙем ҡатнаша. Ярыштарҙа Баймаҡ районында тәрбиәләнгән юртаҡ һәм менге аттарының Башҡортостан намыҫын яҡлап уңышлы сығыш яһауы ҙур ғорурлыҡ тойғоһо уята. Бындай ҡаҙаныштар иң беренсе сиратта ул саҡтағы Баймаҡ тәжрибә хужалығының, бөгөн инде “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһенең йылҡысылыҡ спортына булған маҡсатлы ҡарашының һөҙөмтәһе ул. Бында, әлбиттә, предприятиеның элекке директоры, бөгөн инде район башлығы Илшат Ситдиҡовтың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Илшат Хәмит улының йылҡысылыҡ спортына булған фанаттарса ҡарашы, уны һәр яҡлап маҡсатлы үҫтереүе арҡаһында бөгөн ҡуянтау арғымаҡтарын республикала ғына түгел, ә Рәсәй кимәлендә лә яҡшы беләләр һәм юғары баһалайҙар.
Верхнеуральск ҡалаһы ипподромында үткән төбәк ат спорты ярыштарына баймаҡтар алты юртаҡ һәм менге аты алып барғайны: бәйгелә “Баймаҡ ПМК-һы” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте (Ходкий ҡушаматлы юртаҡ), “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе (Грант, Камгия, Торнадо ҡушаматлы юртаҡтар, Буян ҡушаматлы менге аты) һәм Иҫке Сибай ауылынан “А. Шөғөров” КФХ-һы (Реактор ҡушаматлы менге аты) ҡатнашты.
Әйтергә кәрәк, ярыштар мауыҡтырғыс, әммә шул уҡ ваҡытта үтә көсөргәнешле булыуы менән айырылып торҙо. Пони, төрлө тоҡомло һәм төрлө йәштәге юртаҡтар, менге аттары төрлө дистанцияла ун заезда үҙ-ара көс һынашты. Силәбе өлкәһенең төрлө райондарынан, Силәбе, Магнитогорск ҡалаларынан йыйылған командалар араһында Башҡортостандыҡы айырым бер баҫҡысҡа күтәрелде. Рәмзил Таймаҫов идара иткән Ходкий ҡушаматлы юртаҡ Орлов тоҡомло дүрт йәшлек юртаҡтар араһында – 3-сө, Камгия − 2-се, Грант 4-се урынды яуланы. Менге аттары араһында 2000 метрға сабышыуҙа иһә Сәлим Торғонбаев Буянында икенсе булып килде.
Баймаҡтарҙан иң юғары һөҙөмтәгә Иҫке Сибайҙан КФХ етәксеһе Алмас Шөғөровтың Реактор ҡушаматлы менге аты иреште. А. Шөғөров йылҡысылыҡ спорты менән уңышлы шөғөлләнә һәм был тәңгәлдәге ҡаҙаныштары ла байтаҡ. Реактор − бөгөн районда ғына түгел, ә тирә-яҡта киң танылыу яулаған арғы­маҡтар­ҙың береһе. Иҙел Бикбулатов идара иткән был алты йәшлек сабыш аты 6000 метрлыҡ дистанцияла һоҡланғыс һөҙөмтә күрһәтте. Тәүҙән үк яҡшы старт алып, Реактор алға сыҡты һәм аҙаҡҡаса берәүҙе лә еткермәй килде. Шулай ҙа һуңғы әйләнештә уға Силәбе өлкәһенән бер дәғүәсе яҡынлашты. Шул саҡ Алмас: “Иҙел, теҙгенде тартма, бушат!” − тип ҡысҡырып ебәр­ҙе. Һыбайлының теҙгенде ебәреүе булды, Реактор керештән атылған уҡ кеүек алға ынтылды һәм башҡа аттарҙы хатта ярты әйләнешкә ҡалдырып китте. Бәйгене тамаша ҡылған халыҡ менге атына һоҡланыуын йәшермәне. “Ура, Башҡортостан, Баймаҡ!” тигән тауыштар оҙаҡ ишетелеп торҙо. Шулай итеп, баймаҡтар был юлы ла төбәктә иң көслө командаларҙың береһе булыуын тағы бер ҡат иҫбатланы.
“Верхнеуральск масленицаһы” халыҡ байрамы кискә тиклем дауам итте. Ул көн ысын мәғәнәһендә ҙур тамашаға әйләнде, халыҡ ҡыш миҙгелен оҙатып, яҙҙы ҡаршыланы. Байрам майҙанында төрлө уйын-аттракциондар ойошторолдо, фестивалдәр үтте. Унда хатта дөйә менән боланды ла күрергә мөмкин булды.

Азамат МӨХӘМӘТШИН.

Баймаҡ районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға