«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ир менән ҡатын бер-береһенән нимә менән айырыла?



09.03.2012 Ир менән ҡатын бер-береһенән нимә менән айырыла?

Һорау тәү ҡарашҡа ябай кеүек тойолһа ла, еңел түгел. Тышҡы айырманан тыш, психология, физиология, традицияларға бәйле башҡа бик күп айырма ла бар. Ни өсөн ҡатын менән ир бер-береһенә оҡшамаған? «Marie Clair» тигән француз журналында ҡатын-ҡыҙ менән ир-егетте айырып торған 100 сәбәпте иҫәпләп сығарғандар. Уларҙы белергә кәрәк, тип иҫәпләй психологтар, шул саҡта ғына беҙ ҡаршы енес вәкилдәрен дә яҡшыраҡ аңларға өйрәнәсәкбеҙ.
1. Улар сәңгелдәктә үк үҙҙәрен төрлөсә тота. Малайҙар төш күргәндә, ҡыҙҙар иғтибар менән тирә-яҡты өйрәнә.
2. Ир кешенең мейеһе ҡатын-ҡыҙҙыҡынан 200 − 350 грамға ауырыраҡ. Әммә был ауырлыҡ аҡылға бәйле түгел. Медицинала билдәле миҫал: ғәҙәттәгенән 1000 грамға ауырыраҡ мейенең хужаһы ла бөйөк аҡылы менән маҡтана алмаған. Әйткәндәй, гориллалар ҙа мейеһенең ауырлығы менән маҡтана ала, әммә аҡыл менән түгел.
3. ҡыҙҙар малайҙарға ҡарағанда иртәрәк һөйләшә башлай.
4. ҡатын-ҡыҙҙарҙа еҫ һиҙеүсәнлек ир-егеттәргә ҡарағанда 20 процентҡа юғарыраҡ, шул уҡ ваҡытта хушбуйҙың еҫен билдәләүсе эксперттарҙың һәм нәзәкәтле парфюмерия авторҙарының 80 процентын ир-егеттәр тәшкил итә.
5. ҡатын-ҡыҙҙар ике тапҡырға күберәк депрессияға бирелә.
6. Ир-егеттәр әңгәмә барышында уларҙы бүлдергән өсөн бик һирәк ризаһыҙлыҡ белдерә һәм тыныс ҡына үҙ һүҙен дауам итә.
7. ҡатын-ҡыҙҙар музыканы ла нығыраҡ тоя. Көйҙө көйләгәндә улар бик һирәк яңылыша, ир-егеттәр менән сағыштырғанда, 6:1 килеп сыға.
8. Ир-егеттәр холҡо буйынса тиҙ ҡыҙып барыусан, киҫкен. 15 – 24 йәштә үҫмерҙәр шул йәштәге гүзәл зат вәкилдәренә ҡарағанда 6 тапҡыр күберәк төрлө низағтарға инә, 4 тапҡыр күберәк юл-транспорт фажиғәһенә сәбәпсе була һәм өс тапҡырға күберәк уның ҡорбаны була.
9. Яралған ваҡытта бөтә кешеләр ҙә ҡатын-ҡыҙ затынан була. Тик алтынсы аҙнала ғына гендар йоғонтоһонда эмбрион ир-егет сифаттарын үҙләштерә башлай.
10. Ир-егеттәрҙең – 48 проценты, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың 22 проценты йоҡлағанда хырылдай.
11. Америка лингвисы Дебора Теннер раҫлауынса, ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең теләге тураһында туранан-тура әйтеүҙе өҫтөн күрә һәм шунда уҡ үҙ теләгенән кире ҡайтыуы ла бар. Ә ир-егеттәр фекер йөрөтөүҙә ныҡышмалыраҡ һәм йыш ҡына бер позицияла ҡалыусан.
12. Балалар уйынсыҡтары етештереүселәр, малайҙарҙа ижади эшмәкәрлеккә һәләт көслөрәк була, тип иҫәпләй. Яңы уйынсыҡтарҙы күпләп етештерә башларҙан алда бер төркөм балала һынау үткәргәндәр. Малайҙар яңы уйынсыҡты тиҙ үк үҙләштереп, яңы уйындар уйлап тапҡан. ҡыҙҙар иһә уларҙы электән яҡшы таныш уйындарға яраҡлаштырырға тырышҡан.
13. ҡатын-ҡыҙҙарҙың быуындары күпкә һығылмалыраҡ һәм хәрәкәтсәнерәк.
14. ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәргә ҡарағанда өс тапҡыр күберәк телефон менән файҙалана һәм уртаса алғанда 20 минутҡа оҙағыраҡ һөйләшә. Ир-егеттәргә иһә алты минут та етә.
15. Ир-егеттәр – көслө зат, тибеҙ, ысынында иһә киреһенсә. Малайҙарҙың күбеһе ваҡытынан алда тыуа. Өҫтәүенә, 100 ҡатын-ҡыҙ яралғыһына 130 – 150 ир-егет яралғыһы тура килә, әммә 105 сабый ғына малай булып тыуа. Ә 20 йәштә 100 ҡыҙға 98 егет тура килә, 65 йәшлектәр төркөмөндә ир-егеттәр 40 процент ҡына тәшкил итә.
16. Ир-егеттәрҙең генетик кодында һалыныуынса, ул, уртаса алғанда, ҡатын-ҡыҙҙан 10 про­цент­ҡа бейегерәк һәм шул тиклем үк ауырыраҡ тарта.
17. Ир-егеттәрҙең үпкәһе 20 процентҡа ҙурыраҡ, ә йөрәк эшмәкәрлегенең йышлығы – 15 процентҡа.
18. Социологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ғаилә бюджетының 69 проценты ҡатын-ҡыҙҙар ҡулында.
19. ҡыҙҙар малайҙарға ҡарағанда тиҙерәк үҫә. Тәүге күремдән һуң улар үҫеүҙән туҡтай, ә малайҙар 18 йәшкә тиклем үҫә.
20. ҡатын-ҡыҙҙар һөйләшергә әүәҫ, тип иҫәпләнә. Белгестәр иһә, ир-егеттәр һөйләргә әүәҫ тип бара, айырыуса аудитория алдында. Ғөмүмән, улар тыңлағанға ҡарағанда күберәк һөйләргә ярата.
21. Мигрень – ҡатын-ҡыҙҙар ауырыуы, был ауырыуҙың дүрттән өс өлөшө гүзәл затҡа тура килә.
22. ҡатын-ҡыҙҙарҙың интуицияһы көслө. Улар кешенең йөҙөнә ҡарап та, уның кәйефен, эске кисерештәрен яңылышмай билдәләй ала.
23. ҡатын-ҡыҙҙар оҙағыраҡ йәшәй, әммә уларҙың тиреһе иртәрәк ҡартая, сөнки уның өҫкө ҡатламы тышҡы күренештәрҙең йоғонтоһона тиҙерәк бирешеүсән.
24. Май ҡатламы ирҙәрҙең кәүҙә ауырлығының – 11 процентын, ә ҡатындарҙыҡының 23 процентын тәшкил итә.
25. ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең һаулығы өсөн ирҙәргә ҡарағанда 20 процентҡа күберәк аҡса түгә, шул уҡ ваҡытта үҙҙәре йышыраҡ ауырый.
26. ҡатын-ҡыҙ организмының алкоголгә ҡаршы тороу һәләте ир-егеттәргә ҡарағанда күпкә көсһөҙөрәк.
27. Һулаҡайҙар араһында малайҙар күберәк. Ғөмүмән, улар һул ҡулдары менән иркенерәк идара итә. Был иһә ир-егет мейеһенең уң яҡ ярымшарының өҫтөнлөгөн күрһәтә.
28. Пеләшлек күп осраҡта ир-егеттәрҙә осрай һәм бында тестостерон – ир-егеттәр гормоны ҙур ғына роль уйнай. ҡатын-ҡыҙҙарҙа, ғәҙәттә, ҡойолған сәс урынына яңыһы үҫә.
29. ҡатындарҙың уң күҙе яҡшыраҡ күрә, уң ҡолағы яҡшыраҡ ишетә, ә ирҙәрҙең − киреһенсә.
30. Математикаға һәләт ир-егеттәрҙә көслөрәк. Математика бүлегендә белем алыусы Америка студенттарының төркөмөндә иң һәләтлеләр араһында 12 егеткә бер ҡыҙ тура килгән.
31. Ир-егеттәрҙең 68 проценты, мөхәббәттә социаль гармония барыһын да хәл итә, тип иҫәпләй. ҡатын-ҡыҙҙарҙың 50 проценты улар менән килешә.
32. ҡатын-ҡыҙҙар тәмле-татлы ашарға яратһа, ир-егеттәр күберәк әсе ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә.
33. ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәргә ҡарағанда төндә йышыраҡ уяна, ҡурҡыныс төштәрҙе лә күберәк күрә.
34. Ниндәйҙер ҡарар ҡабул иткәндә лә улар үҙҙәрен төрлөсә тота, ирҙәр үҙҙәре генә хәл итергә һәләтле була, ҡатындар гел генә кәңәш һорап мөрәжәғәт итеүсән.
35. ҡатын-ҡыҙҙарҙың − 59, ә ир-егеттәрҙең 44 проценты оҙаҡ итеп үҙҙәрен көҙгөнән ҡарарға ярата. Әммә шул уҡ ваҡытта улар төрлө уйҙар кисерә, ирҙәрҙең – 68 проценты, ә ҡатындарҙың 22 проценты ғына үҙенең тышҡы ҡиәфәте менән ҡәнәғәт ҡала. Шул-шул, юҡҡа ғына уларҙың үҙҙәренән ҡәнәғәтлеге йөҙҙәренә яҙылмаған икән!
36. ҡатын-ҡыҙҙар һөйләшкәндә күберәк йылмая, әңгәмәсеһенең йөҙөнә ҡарарға тырыша, ә ирҙәр күҙгә тура ҡарауҙан ҡаса.
37. ҡатын-ҡыҙҙар ауыртыуға һиҙгер булһа ла, күпкә сыҙамыраҡ.
38. Һөйләшкән ваҡытта ҡатын-ҡыҙ “эйе” ти икән, был уның һеҙҙе тыңлауын аңлата, ә ир кеше “эйе” ти икән, тимәк, ул әйтелгәндәр менән килешә.
39. ҡатын-ҡыҙ ауыҙынан “матурым”, “бәләкәсем”, “бәрәскәй” кеүек иркәләп әйтелгән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә мөмкин, ә ир-егеттәр ундай һүҙҙәрҙе ҡулланмай тиерлек.
40. ҡатын-ҡыҙ үҙенең теләген уратып әйтергә ярата, мәҫәлән, кинотеатрҙа шундай шәп фильм башланған икән һ.б. Ә ир кеше әйтер теләген туранан-тура еткерә, мәҫәлән, әйҙә, киноға барып киләйек әле һ.б.
Гүзәл заттар менән көслө заттар араһындағы айырманы тағы ла әллә күпме табырға мөмкин. ҡалғандарын, әйҙәгеҙ, һәр кем үҙе уйлаһын.

С. НИЯЗОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға