06.03.2012 Сәскәләр хуш еҫ бөркә
.
..Баныу Астанова декрет ялына сыҡҡан мәлдә, Өфөнән Гүзәл еңгәһе шылтырата:
– Баныу, һиңә бер нәмәне күрһәтергә теләйем. Уҡыусымдың әсәһе килтерҙе, уны һин мотлаҡ күрергә тейешһең. Сөнки шундай матур нәмәләрҙе – кәнфиттәрҙән гөлләмәләрҙе – һин дә эшләй алаһың!
ҡыҙығып киткән йәш әсә шунда уҡ интернеттан кәнфиттән гөлләмәләрҙе эшләүгә арналған сайттарҙы табып ала. Бығаса таныш булмаған гүзәллекте күреп, йөрәкһеп китә хатта, ҡулымдан килерме икән, тип тулҡынлана. Күп тә үтмәй, еңгәһе үҙенә бүләк ителгән гөлләмәне Белоретҡа килтереп еткерә. Бикәсе менән икәүләп уны ипләп кенә тағатып ҡарайҙар, нисек эшләнеүе менән ҡыҙыҡһыналар. Яңы шөғөлгә тотонорға ниәт иткән бикәсен еңгәһе Өфөләге оҫтабикә менән дә таныштыра һәм Баныу уның нисек гөлләмәләр яһауын ҡарап, эш башларға кәрәк-яраҡтар алып ҡайта. Шунан һуң тәүге гөлләмәһен «тыуҙырыу»ға бар һәләтен һала.
– Ул йоғошло сир кеүек, – тип көлдө һылыу әңгәмәсем. – Бер башлаһаң, туҡтау мөмкин түгел, шул тиклем ымһындырып, күңелде арбай, хатта төшкә инә! Бер йыл буйы «ауырыным», һуңынан тынысландым, әммә барыбер күңелем ошо шөғөлдө талап итеп тик тора. Камиллыҡҡа ынтылыш көслө: берәй гөлләмәне эшләп бөткәс, их, шуны тағы ла матурыраҡ итеп эшләргә мөмкин ине, тип тағы ялҡынланып китәһең!
Тәүге мәлдә йәш оҫтабикәне материалдар менән Өфөлә йәшәүсе ағай-еңгәһе тәьмин итә. Аҙаҡ Баныу уларҙы интернет-магазиндарҙан да яҙҙырып ала башлай, урындағы магазиндарҙан да эҙләй. Белореттағы «1000 ваҡ-төйәк», «Туҡымалар», хатта төҙөлөш материалдары магазиндарында ла уны танып бөткәндәр тиһәм, бер ҙә яңылышмам кеүек. Баныуҙың махсус эш өҫтәле мәрйен, сәйлән, биҙәүестәр, төҫлө ҡағыҙ, таҫмалар, кескәй кәрзиндәр һәм башҡа әллә күпме әйбер менән туп-тулы.
Ире Айнур, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәре, ҡайһы ваҡыт өҫтәлгә ишаралап, шыр ҡалма, тип шаяртһа ла, ҡатынының шөғөлөн хуп күрә, бигерәк матур килеп сыға лаһа, тип аптырау ҡатыш һоҡланып ҡуя.
– Был шөғөлөм төп аҡса сығанағы түгел, әлбиттә, ни бары кешеләргә матурлыҡ өләшеү генә, – ти Баныу.
Әйткәндәй, Баныуҙың эштәре, бына күрегеҙ, һоҡланығыҙ – ябай нәмәләрҙән дә гүзәл әйберҙәр эшләп була, тигәнгә ишаралағандай. Ошо мөғжизәнең тыуыуын үҙ күҙҙәре менән күргән һигеҙ йәшлек Әнилә лә гөлләмәләр эшләп булаша. Кескәй Нәркизә лә гүзәллеккә битараф ҡала алмай, әсәһе эшен тамамлағанда, уның янында «матур» ҙа «матур» тип бөтөрөлә, тел шартлатып һоҡланыуын күрһәтә. Әниләнең әйтеүенсә, улар йәйен күп итеп сәскә үҫтерә: «Атайым − раузаларҙы, әсәйем − лилиәләрҙе, Нәркизә − нәркәстәрҙе, мин ләлә сәскәләрен яратам». Һылыу, аҡыллы ҡыҙ музыка мәктәбендә лә уҡыуын хәбәр итте.
− ҡурай класын һайлағанға бигерәк тә атайым ҡыуанды, ул үҙе лә бит оҙаҡ йылдар балаларҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәтте, − тип аңлатты әсәһе. − Әниләне иң тәүҙә мин һыҙғырырға өйрәттем, аҙаҡ ҡыҙым менән Илзидә бикәсемдең ире Радмир шөғөлләнде − ул профессиональ ҡурайсы, әлеге ваҡытта армияла, Бүрәт Республикаһында хеҙмәт итә. Ә беҙҙең Әнилә элек гел йүткереп ауырый торғайны, ҡурайҙа уйнай башлағас, бронхиттың ни икәнен оноттоҡ, шөкөр.
Оҫта ҡуллы, яҡты йөҙлө Баныу Зарим ҡыҙы Белорет ҡалаһының 21-се мәктәбендә башҡорт теленән һәм Башҡортостан мәҙәниәтенән уҡыта. Беҙгә башҡорт теле кәрәкмәй, тип ултырған рус телле балаларҙы ҡыҙыҡһындырыу маҡсаты менән яңы технологиялар, төрлө методик алымдарҙы файҙалана, заман менән бергә атларға тырыша. Ә бының өсөн башкөлләй эшкә сумыр кәрәк. Шулай ҙа тынғыһыҙ эшенән бер мәлгә генә арынғанда ла, ҡулына төҫлө ҡағыҙ, мәрйен, кәнфиттәрҙе ала – шул ваҡытта арыу-талыуҙары күҙ асып йомғансы юҡҡа сыға, күңелен бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡ-нур сорнай. Бәлки, шул яҡтылыҡ яһалма сәскәләргә йән өргәндәйҙер ҙә әле, кем белә...