06.03.2012 Мауыҡтырғыс һәм яҡты балалар донъяһы
− Ур-ра, «Сәңгелдәк» башлана, «Сәңгелдәк» ҡарайым, − тәпәй баҫып, теле асыла башлағанынан алып был тапшырыуҙы һәр сабый ҡыуанып көтөп ала. Уның һәр сығарылышын, һәр геройын кескәйҙәр яттан белә, тип әйтергә мөмкин. «Сәңгелдәк» тәүге тапҡыр 1992 йылдың 2 мартында «зәңгәр экран»дарға сыға. Тәүге геройҙары һәм алып барыусылары Зөлхизә Илбәкова, Лиана Хәбибуллина, Айгөл Иҙрисова, Флүзә Фаршатова, Тәлғәт Зәйнуллин, Искәндәр Урманцев хәҙер инде юғары уҡыу йортон тамамлап, эшләп йөрөй. Әйтергә кәрәк, бәләкәй саҡта телевидениеға, радиоға тап ошо «Сәңгелдәк» уятҡан һөйөү уларҙың артабанғы яҙмышына ла йоғонто яһай, бөгөн дә уларҙың күптәре тап ошо өлкәлә уңышлы эшләй. Әйткәндәй, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Тамырҙары – «Тамыр»ҙа» тигән яңы проект старт ала. Унда телевизор ҡараусылар «Тамыр»ҙың элекке алып барыусыларының кем булып китеүе менән таныша аласаҡ.
– Проект шуныһы менән ҡыҙыҡлы, улар ҡасандыр «Сәңгелдәк»тә төшкән кейемдә, шул уҡ уйынсыҡтар менән буласаҡ, шунда уҡ бала саҡтағы фотоһы менән әлегеһен сағыштырып ҡарау ҙа мөмкин, – ти «Тамыр» телеканалының баш режиссеры Рөстәм Аднабаев.
«Сәңгелдәк» тапшырыуына эләгергә теләүселәр бөгөн дә күп.
– Бигерәк тә ата-әсәләр балаларының «зәңгәр экран»дан сығыш яһауын күрергә теләй, – тип йылмая «Тамыр» балалар телеканалы етәксеһе Гөлназ ҡолһарина. – Ә беҙгә иң мөһиме – баланың теләге булыуы. Балаларҙы иң беренсе сиратта «Иләү» программаһында һынап ҡарайбыҙ.
Беҙ студияға барғанда, Диләрә, Әҙилә һәм Искәндәр ҡатнашлығында «Сәңгелдәк»тең сираттағы тапшырыуын төшөрәләр ине. Биш йәштә генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, был ҡыҙ менән малай оҫтарып бөткән, режиссер ағайҙың, алып барыусы апайҙарының әйткәнен бер һүҙҙән аңлап торалар.
– Кескәйҙәр менән эшләүе ауырмы? – тип ҡыҙыҡһынам тапшырыуҙың режиссеры Динар Мәжитовтан.
– Мин әле генә эшләй башлағас, әйтә алмайым. Шулай ҙа, иң ауыры – «Сәңгелдәк»те төшөрөү, тип әйтәләр. Сөнки, аңлауығыҙса, бәләкәй баланы һин теләгәнсә хәрәкәтләндереү, ултыртыу еңел түгел, ә инде нимәгәлер үсектеме, уны көйләп алғансы ғына ярты сәғәтләп ваҡыт китә, – ти ул.
Үҙенең эшмәкәрлеген «Сәңгелдәк»тән генә башлаған «Тамыр» балалар телестудияһы 20 йыл эсендә балалар өсөн әллә күпме һоҡланғыс тапшырыу әҙерләй. Бөгөн балалар һәм үҫмерҙәр башҡорт һәм рус телдәрендә «Сулпылар», «Семәр», «ӘЮЯ ҡаласығы», «Әкиәт китабы», «Байтус», «Ғәләмәт донъя», «Шәп арба», «Бауырһаҡ», «Шатлыҡ йыры», «Борсаҡ», «Тау-тау хәбәр», «Цирк в 13 метров», «Вечер.com», «Царь горы», «Зеркальце» тапшырыуҙарын яратып ҡарай. Шулай уҡ «Юлдаш» тулҡынында «Иләү», «Көнбағыш», «Зирәк», «Моңасҡыс», «Күпер» тапшырыуҙарын тыңлай. Береһенән-береһе ҡыҙыҡлыраҡ, береһенән-береһе фәһемлерәк был тапшырыуҙарҙың балаларҙың күңелен үҫтереү, зиһенен байытыу, рухи тәрбиә биреү йәһәтенән әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
«Тамыр» балалар телеканалы әҙерләгән тапшырыуҙар республикабыҙҙа ғына түгел, унан ситтә лә киң танылыу яулай бара. 2005 йылда , мәҫәлән, «ҡоралай» әкиәте «ТЭФИ-Төбәк» юғары телевизион премияһына лайыҡ була. Башҡортостан тарихында тәүге шундай ҙур уңыш ул. 2011 йылда иһә «Байтус» балалар юмор программаһы ошо уҡ конкурс номинацияһында еңә.
«Тамыр» балалар телеканалы балалар һәм үҫмерҙәргә әленән-әле ҡыҙыҡлы яңы проекттар ҙа тәҡдим итеп тора. Шуларҙың береһе – «Тау-тау хәбәр» медиапроекты. Ул 2010 йылда эфирға сыға, ә 2011 йылдың көҙөнән тура эфирҙа бара. Тотош Рәсәйҙә тура эфирҙа барыусы берҙән-бер балалар тапшырыуы ул.
– Уның маҡсаты бөтә уҡыусыларҙы, барлыҡ балалар студияларын бергә берләштереү ине. Сөнки, белеүебеҙсә, республика ҡала һәм райондары мәктәптәрендә, балалар ижады үҙәктәрендә күп кенә студия эшләп килә. Ошо маҡсаттан сығып, уҡыусылар араһында төрлө конкурстар, акциялар ойошторабыҙ. Әлеге ваҡытта «Мин һине бик оҙаҡ көттөм» тигән темаға видеояҙмаға конкурс бара. Уҡыусылар беҙгә ҡыҙыҡлы сюжеттарҙы төшөрөп ебәрә ала. Хатта уның сифатының нисек булыуы ла мөһим түгел, мәғәнәһе, идеяһы кәрәк.
Тағы ла бер баҫҡысҡа күтәрелеү маҡсатында «Тау-тау хәбәр» тапшырыуын тура эфирҙа әҙерләргә булдыҡ. Тәүҙә был эшкә ҡурҡа-ҡурҡа тотонһаҡ та, һуңынан үҙебеҙгә уңайлы икәнен тойҙоҡ. Ваҡыт та күп китмәй, балаларға ла тура эфирҙа төшөүе оҡшай. Әлегәсә барыһы ла яҡшы бара, киләсәктә лә шулай дауам итер, тип ышанабыҙ, – тип һөйләй Гөлназ ҡолһарина.
Беҙ иһә үҙен яңы проекттың «йондоҙо» итеп танытырға өлгөргән Өфө ҡалаһының 21-се мәктәбенең 8-се синыф уҡыусыһы Егор Антипин ҡатнашлығында сираттағы тапшырыуҙың эфирға сыҡҡан мәлен тамаша ҡылдыҡ. Үҫмерҙең камера алдында бер ҙә юғалып ҡалмай, теле-телгә йоҡмай тапшырыу алып барыуын ҡарап, һоҡланырға ғына ҡала.
– Телевидениеға осраҡлы ғына килеп эләктем, интернетта белдереү күреп ҡалғандан һуң, конкурста ҡатнашып ҡарарға була килгәйнем, – ти ул. Проект асылғандан башлап хәҙер ул уның иң оҫта алып барыусыһы иҫәпләнә. Үҙенең гонорарына ҡиммәтле телефон һатып алырға ла өлгөргән.
«Тамыр» балалар телеканалының бөгөн балалар һәм үҫмерҙәр өсөн яңынан-яңы мауыҡтырғыс тапшырыуҙар әҙерләү өсөн күптәр көнләшерлек студияһы ла, монтажлау, вокал студияһы ла, бейеү залы, өр-яңы техника менән йыһазландырылған компьютер графикаһы, дубляж кабинеттары ла бар. Дубляж бүлмәһендә Алина, Арыҫлан, Айгүзәл, Инсаф мәж килеп йәнһүрәттәрҙе башҡортсаға тәржемә итеүҙә ҡатнаша ине. Уларға йәнһүрәттәрҙең геройҙары булып һөйләшеүе бик тә оҡшай. Йәнлектәр балаһының тауышын кескәйҙәр айырыуса килештерә. «Быны мин әйтәмме? Ә ҡайһыныһын мин?» − тип бер-береһен бүлдерә-бүлдерә үҙҙәренең геройын эҙләй улар.
«Тамыр» балалар телестудияһының 2010 йылдың декабрендә айырым балалар каналы булып үҙгәртелеүе иһә кескәйҙәргә теләгән ваҡытта телевизорҙан үҙҙәре яратҡан башҡортса әкиәттәр һәм тапшырыуҙарҙы ҡарарға мөмкинлек бирә. «Тамыр» телеканалы «Башинформсвязь», «Ufanet», «Кристалл» кабель селтәрҙәрендә иртәнге сәғәт 7-нән киске 11-гә тиклем күрһәтә.
Телеканалдың балалар вокаль ансамбле лә бар. Унда балалар Сәлимә Исламова етәкселегендә йырҙар өйрәнә, конкурстарҙа ҡатнаша, концерттарҙа сығыш яһай. 2003 йылда Төркиәлә «ТӨРКСОЙ» халыҡ-ара балалар фестивалендә лауреат та булғандар. Балалар менән аҙнаһына ике тапҡыр хореограф шөғөлләнә.
ҡыҫҡаһы, «Тамыр» балалар телеканалы − гөрләп торған үҙе бер айырым донъя, балалар ҡаласығы кеүек ул. Уларҙың тормошон ҡыҙыҡлыраҡ итеү, һәләттәрен үҫтереү, киләсәктең лайыҡлы шәхестәре итеп тәрбиәләү өсөн көн дә бында нимәлер эшләнә, яңынан-яңы ҡыҙыҡлы проекттар уйлап табыла, конкурстар ойошторола.