«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » “Хазина”ны халыҡ ярата



02.03.2012 “Хазина”ны халыҡ ярата

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рауил Бикбайҙың әҫәр­ҙәрен беҙ мәктәп эскәмйәһенән үк яратып уҡыйбыҙ. Уларға һалынған халыҡсанлыҡ, көн­үҙәк проблемаларҙың асыҡ сағылышы һәм тыуған илебеҙгә һөйөү темаһы һәр ваҡыт уҡыусыны арбай, китаптарын ҡулға алыу менән аҙағынаса уҡып сығырға мәжбүр итә. Уның 2009 йылда “Ағиҙел” журналында донъя күргән “Хазина” поэмаһы ла тиҙ арала әҙәби генә түгел, сағыу сәхнә әҫәренә әүерелде.
Бихисап спектаклде халыҡ­ҡа танытыу һәм яраттырыу мөмкинлеген биргән сәхнәлә Рауил Төхвәт улының поэмаһы сағыу тамаша булып яңғыраны.
Мостай Кәрим исемендәге республика Милли йәштәр театры артистарының, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттарының бар күңелен һалып башҡарыуы тамашасыларҙы уйланырға, моңһоуланырға, һиҫкәнергә һәм урыны менән илар сиккә етергә лә мәжбүр итте. Поэманы Башҡортос­тандың һәм Рәсәй­ҙең халыҡ артисткаһы, Сала­уат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, профессор Таңсулпан Бабичева күркәм итеп сәхнәләштергән.
– Минең был поэмамдың төп маҡсаты, төп һүҙе лә йәштәргә төбәлгән. Спектакль быға тиклем республиканың төрлө ҡалаларында һәм райондарында булды, ә бына профессиональ сәхнәгә тәүге тапҡыр күтәрелде, – тине үҙ сығышында халыҡ шағиры Рауил Бикбай.
Р. САМАТОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға