28.02.2012 Мөхәббәт ҡорбаны
Мөхәббәт тигән көслө тойғо бер кемде лә “аямай” шул. ҡасан, ҡайҙа Амур уғы йөрәгеңә ҡаҙалыр – билдәһеҙ.
Бына 32 йәшлек Динар менән дә шул уҡ хәл булған. Тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, үҙенең подъезында 26 йәшлек Ларисаны осрата. Тирә-яҡта романтика әҫәре булмаһа ла, егет һылыуға тәү ҡарауҙан ғашиҡ була. Ике сәғәт самаһы аралашҡас, Ларисаны хатта үҙенә йәшәргә саҡыра. ҡыҙ инәлтеп тормай – барлы-юҡлы әйберҙәрен төйнәй ҙә, уның янына күсә.
ҡапыл ҡабынған һөйөү усағы өс көн, өс төн дөрләй. Ә дүртенсе тәүлеккә Лариса юғала. Уның менән бергә егеттең ике ноутбугы, дүрт модемы, бер нисә телефоны һәм аҡса янсығы юҡ була.
Бахыр мөхәббәт ҡолона полицияға ғариза яҙыуҙан башҡа сара ҡалмай.
Г. ЯХИНА.
(Әхлаҡи күҙлектән сығып, фамилиялар күрһәтелмәне).