«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ышаныслы егет



24.02.2012 Ышаныслы егет

Ышаныслы егет
Хәкимйән Батталовтың тормош юлы бер тигеҙ, тайпылышһыҙ, һәүетемсә генә бара. Ул мәктәпте тамамлағандан һуң ДОСААФ-та водитель һөнәрен үҙләштерә, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, хеҙмәт юлын район эске эштәр бүлегендә башлай. Башта водитель булып эшләгән тырыш, башҡарыу­сан егетте аҙаҡ дежур бүлегенә күсерәләр. Һәм бына 1993 йылдан инде полиция капитаны дәрәжәһенә тиклем үрләгән Хәкимйән Хәмит улы тынғыһыҙ эшендә алдын­ғылар иҫәбендә. Ситтән тороп Магнитогорскиҙа юридик колледжды тамамлай. Районда булған бөтә сетерекле хәлдәр полицияның дежур бүлеге аша үтә. Бүлек начальнигы ярҙамсыһы Х. Батталовтың хеҙмәте лә уяулыҡ һәм теүәллек талап итә.
– Бик яуаплы, ышаныслы егет, һәр эште урын-еренә еткереп үтәй, – тине уның тураһында полиция бүлеге начальнигы урынбаҫары, подполковник Рәшит Байе­гетов.
Көслө рухлы Хәкимйән Хәмит улы үҙенең ике хеҙмәттәше Илшат Хәкимов һәм Данил Хөсәйенов менән яңыраҡ Чечен Республи-каһында алты айлыҡ командировкала булып ҡайтты. Һәр ерҙә үҙен тулы хәрби әҙерлектә тотҡан егетте тынғыһыҙ төбәк халҡы именлеген һаҡлауҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Урус-Мартан районы хакимиәте башлығы С. Мохчаев Почет грамотаһы менән бүләкләй. Оператив төркөм етәксеһе Н. Казаев яҡташыбыҙҙың ата-әсәһенә – Һәйетҡол ауылынан Нә­зифә Сәләх ҡыҙы һәм Хәмит Са­бир улына Рәх­мәт хаты ебәрә. Ата-әсәнең ҡы­уа­нысының сиге булмай.
Хәкимйән Хәмит улы – уңған ғаилә башлығы. Район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләүсе Земфира Ғәни ҡыҙы менән ул һәм ҡыҙ үҫтереп, үҙҙәренең иркен хужалығында мал-тыуар аҫрап, шатланып ғүмер кисерәләр.
– Тормошта мин бәхетлемен. Эшләр эшем, яратҡан ғаиләм, ҡәҙерле атай-әсәйем, ҡайны-ҡәйнәм, ағай-ҡустыларым барлығына ҡыуанам. Беҙ бер оло ғаилә булып, һәр эштә бергә ҡайнашып, бер-беребеҙгә ярҙамлашып, татыу йәшәйбеҙ. Чечен Республикаһына оҙайлы командировкаға киткәнемдә лә ғаиләм өсөн күңелем тыныс булды. Туған-тыумаса бесәнен дә эшләшкән, донъяны ла ҡарашҡан. Барыһына ла оло рәхмәтемде белдерәм, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Хәкимйән Батталов.

Зөлфиә ЗАҺИТОВА.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға