24.02.2012 Элекке совхоз директорының сираттаҒы мутлығы
«Профессионалдар миллионлаған һум менән эш итә, берәү ҙә осона сыға алмаҫтай схемалар уйлап таба...»
Уҙған йыл аҙағында «Йәшлек»тә, совхоз түрәләренә ышанып, Баймаҡ районының кредит һаҙлығына батыусы Төркмән ауылы халҡы хаҡында мәҡәләм баҫылғайны. Әле был хәлгә бәйле яңылыҡтарҙы ишетеп, хайран ҡалдым...
Уҙған аҙнала Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яңылыҡтар хеҙмәте журналистары килеп, Төркмән халҡының проблемалары хаҡында сюжет әҙерләп ҡайтҡайны. Аҙна яңылыҡтарында был тапшырыу донъя күргәс, Төркмән ауылы халҡына ярҙам ҡулы һуҙырға теләк белдереүсе табылған. Баш прокурор түгел, юҡ. Президент ярҙамсыһы... Был хаҡта mvdrb.ru сайты түбәндәгеләрҙе яҙа.
... Радик Әхмәтшин эшҡыуарҙарға һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер генә тора. Тик бының өсөн уны гел генә рәшәткә артына тыға ла ҡуялар. Бына әле лә полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан оҫта аферист Радик Әхмәтшин енәйәт өҫтөндә тотолдо. Рецидивист үҙен күп тә түгел, аҙ ҙа түгел − республика Президенты ярҙамсыһы тип танытып, төрлө ауыл хужалығы предприятиеларына ялған льготалар таратып, аҡса һуға. Криминаль сәхнә оҫтаһы тарихында биш уңышлы «спектакль»; 1993 йылда енәйәт юлына баҫһа, 2007 йылда төрмәгә ултыра. Әле килеп, срогы тулып иреккә сығыу менән, өйрәнгән эшенә тотона.
Уҙған ял көндәрендә Баймаҡ районының Төркмән ауылы халҡы проблемалары хаҡындағы тапшырыу эфирға сығарыла. Меңәрләгән телевизор ҡараусы араһында 52 йәшлек Радик Әхмәтшин да була. Иртәгәһенә үк ул Төркмән ауылының совхоз директорына шылтыратып, үҙен Президент ярҙамсыһы тип таныта. Төркмәндәрҙең проблемаһын хәл итер өсөн уларға махсус дәүләт программаһы буйынса льготалы хаҡ менән ике трактор бүлергә ҡарар ителеүе хаҡында һөйөнсөләй. Уның әйтеүенсә, тракторҙарҙы алып ҡайтыр һәм документтарҙы тәртипкә килтерер өсөн ни бары 40 000 һум аҡса талап ителә.
Шатлыҡтарынан ауыл халҡы тиҙ арала 40 000 һум аҡса йыйып, ике кешене Өфөгә оҙата.
«Беҙгә хәҙер техника бик кәрәк, сәсеү яҡынлаша бит, − тип уртаҡлашты тракторсы Батыр Харрасов. − Директор, Өфөгә барғас, ошо телефон буйынса шылтырат, документтарҙы алып, тракторҙар менән ҡайтығыҙ, тип оҙатып ҡалды».
Һигеҙ сәғәт буйы юлда барып, тракторсы ирҙәр, был берәй алдыҡ түгелме икән, тигән уйға ҡала. Төрлөһөн уйлай торғас, улар Өфөлә Киров районының полиция бүлегенә юллана.
«Былтыр август айында ошоға оҡшаш хәл булғайны. Ул ваҡытта бәләгә тарыусылар, аҡсаларын мошенниктарға тотторғандан һуң бер нисә сәғәт үткәс кенә полицияға мөрәжәғәт итте. Шуға күрә был юлы чиновник менән осрашыуға енәйәти эҙләү бүлеге егеттәре менән бергәләшеп китте Баймаҡ районы вәкилдәре», − тип һөйләй полиция бүлеге начальнигы урынбаҫары Илһам Кәримов.
«Президент хакимиәте хеҙмәткәре» ауыл кешеләре менән Ауыл хужалығы министрлығының тупһаһында осрашырға һүҙ ҡуйыша. Бөхтә, эшлекле кейенгән оло йәштәге ир үҙен ышаныслы тота. Президент кәрәкле ҡағыҙҙарға ҡултамға ҡуйҙы, хәҙер ҡағыҙҙарҙы тәртипкә һалыр өсөн әлеге 40 000 һум аҡса кәрәк, тип белдерә ул. Полицейскийҙар алдан уҡ ауыл ирҙәренә махсус тамға менән билдәләгән аҡса биргән була, шуларҙы һалып алып, аферист тракторсыларға «Ошо ҡағыҙҙы күрһәтеүселәргә бирергә» тип ҡулдан яҙылған справка тоттороп, Ауыл хужалығы министрлығына инеп китә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре министрлыҡ бинаһына ингәндә, аферист шатланышҡан ауыл ирҙәренең трактор артынан китеүен вахтала көтөп торған була. Ул полиция хеҙмәткәрҙәренә ҡаршылыҡ күрһәтмәй. Әйткәндәй, ул бер ваҡытта ла ҡаршылашмай, үҙен тыныс тотоп өйрәнгән кеше икәнен хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре белеп бөткән инде.
Радик Әхмәтшин енәйәт ҡылыуынан баш тартмай. Уның өсөн ҡапҡанға эләгеү − һөнәренең ҡотолоп булғыһыҙ бер өлөшө генә. Криминаль тәжрибәһе бай булһа ла, үҙен профессионал тип һанамай.
− Профессионалдар миллионлаған һум менән эш итә, берәү ҙә осона сыға алмаҫтай схемалар уйлап таба, − ти ул, йылмайып.
Радик Әхмәтшин, элекке ауыл хужалығы предприятиеһы директоры булараҡ, был тармаҡтың бөтә нескәлектәрен дә яҡшы белә, шуға күрә бөтә һорауҙарға ла яуапты еңел таба, кешенең ышанысын яу-лай белә. Әйтеүҙәренсә, шулай аптырап йөрөгән кешеләргә үҙ ваҡытында тотош заводты ла «һатып» ебәргән. Бына шундай «ярҙамсы» килеп сыға Баймаҡ районының Төркмән ауылы халҡының аһ-зарына.
«Был Төркмән халҡы, ниһайәт, һәр аҙымды уйлап баҫырға өйрәнде, ахыры», − тигән уй башыма килгәс, күңелһеҙ генә көлөмһөрәп ҡуйҙым. Кемдеңдер миллионлаған һум бурысын үҙ елкәләренә алып, күндәм генә йәшәп ятҡан ауыл халҡы ла йәл, шул уҡ ваҡытта төрмәнән яңы сығып, кире ултырырға тейешле Радик Әхмәтшинды ла, нишләптер, ғәйепләге килмәй. Дөрөҫөн әйткән бит: «Профессионалдар миллионлаған һум менән эш итә, берәү ҙә осона сыға алмаҫтай схемалар уйлап таба...». Мәхлүк ул. Радик кеүектәр, йә түрәләренә сикһеҙ ышанған Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондарының колхоз-совхоздары эшселәре кеүектәр генә, профессионал булмағас, төрлө махинатор-аферистар өсөн бил бөгә бирә...
Тағы ла. «Йәшлек»тә Баймаҡ районының Төркмән ауылы халҡының бәләһе хаҡында мәҡәлә сыҡҡас та, ауылға республика прокуратураһы тәфтишселәре килер, Урал аръяғынан башҡа бәләгә тарыусылар, берләшеп, үҙҙәренең енәйәт ҡорбандары булыуы хаҡында саң ҡаға башлар, тип өмөтләнгәйнем. Ләм-мим.