24.02.2012 Тәре походы ҡабатлана?!
Ислам донъяһының тарҡаулығынан файҙаланып, урта быуаттағы тәре походы ҡабатлана. Мосолман илдәрен үҙ-ара ыҙғыштыралар. Быға Израиль тантана итә, мосолмандарҙың ерен баҫып ала. АҡШ яҡлауы арҡаһында ошо ил атом бомбаһы эшләүгә өлгәште, бөтә мосолман донъяһын ҡурҡытып йәшәй. ҡеүәтле ил булһа ла, Мысырҙы ҡорал менән теҙләндерҙе.
Израилдең ҡеүәтле «Моссад» разведкаһы бар. Ғәрәп илдәре менән күрше йәшәгәс, телдәрен, диндәрен яҡшы беләләр. Кәрәк икән, мосолман булып, хамелеонға әүереләләр.
Урта быуат осоронда Европа халыҡтары көрсөк, аслыҡ, эшһеҙлек кисерә. Был бәләнән ҡотолоу өсөн сиркәү әһелдәре ас, ярлы халыҡты мосолман илдәренә ҡаршы тәре походына саҡыра. Унда мосолмандар бай һәм рәхәт йәшәй, һөт, бал йылға булып аға, емештәр үҫә, тип дәртләндерә. Унда Иисус Христос ерләнгән, Алла уны ҡотҡарыуҙы теләй, булған гонаһтарығыҙҙы Алла ғәфү итә, тип сығыш яһай. Дүрт мәртәбә тәре походы ойошторола, ҡайһы бер тәре йөрөтөүселәр Израиль дәүләтен төҙөүгә өлгәшә. Күп быуаттар уҙһа ла, Франция Президенты Саркози Филипп II Августың эшен дауам итә. Англия короле Ричард I Арыҫлан Йөрәктең эшен – Бөйөк Британия, Италияның католик папаһы Иннокентийҙың эшен хәҙерге Рим папаһы (Ватикан) алып бара. АҡШ донъя жандармы ролен үтәп, океан аша килеп, Югославия Федератив Республикаһын тарҡатты, тыныс ҡалаларҙы бомбаға тотто, күп йылдар һуғыш менән янап, Ираҡты баҫып алды. Йәнәһе, ул атом ҡоралы етештерә башлаһа, Европа илдәренең именлегенә янай. Атом ҡоралы Ираҡта табылманы, һылтау булды. Бөгөн Ираҡ халҡын ҡырып, нефтен, байлығын талайҙар.
Усама Бин Ладен Европа, АҡШ иленә теракт ойоштора, тип һылтау табып, уны үлтереүгә өлгәштеләр. Уйлап ҡарағыҙ, Бин Ладендың армияһы ла, ҡоралы ла юҡ ине. Американдар, төрлө һылтауҙар табып, артта ҡалған Афғанстан иленә баҫып инде. Күп ғазаптар күргән афған халҡы капиталистик илдәр армияһынан ҡырыла, үҙ аллы йәшәй алмай. Мосолман илдәренә Алла байлыҡ биргән. Был байлыҡты ҡулға төшөрөү өсөн капиталистик илдәр бөтә көсөн һала. Улар Төньяҡ Африкалағы мосолман илдәрендә фетнә ойоштороуға өлгәште. Бынан Мысыр, Алжир, Тунис, Ливия зыян күрҙе. Сүриәлә үҙ-ара ыҙғыш дауам итә.
Хәҙер АҡШ-тың ағыуы Иранға төбәлде. Океан аша килеп, был бәләкәй генә мосолман дәүләте яры буйында хәрби көстәрен туплай, уңайлы ваҡыт көтә. Бында ла билдәле һылтау − Иран атом ҡоралы эшләргә ынтыла, Америкаға янай, имеш. Иран нефткә бай. АҡШ уның байлығына ҡыҙыға. Һуғыш башланһа, ялҡыны беҙгә лә тейеүе мөмкин…
Фанияз САДИҡОВ.
Архангел районы,
Аҙау ауылы.