«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Һайлау барышында күҙәтеүсе – мөһим кеше



24.02.2012 Һайлау барышында күҙәтеүсе – мөһим кеше

Хөрмәтле редакция! Бер һорауға күптән аныҡ ҡына яуап белгем килә − һайлау участкаларында күҙәтеүселәр нимә өсөн яуап бирә? Тиҙҙән тағы ла мөһим сәйәси ваҡиға була бит. Уға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе белеү ҡамасауламай.
Р. ҒӘЛИЕВ.
Бөрө ҡалаһы.

Күҙәтеүсе – ул һайлау участкаһында тауыш биреү ваҡытында йәмәғәт тәртибен контролләүсе сәйәси партия йә теркәлгән кандидат, шулай уҡ киң мәғлүмәт сараһы вәкиле. 18 йәше тулған, һайлауҙы күҙәтергә теләге булған һәр кем күҙәтеүсе була ала. Бының өсөн ниндәйҙер партия ағзаһы булыу мотлаҡ та түгел. Шул уҡ ваҡытта бер партиянан бер генә күҙәтеүсе булырға тейеш.
Күҙәтеүсенең төп бурысы – тауыш биреүҙә һәм уларҙы һанауҙа законлылыҡты күҙәтеү, закон боҙоуға юл ҡуймау. Хоҡуҡ боҙолған осраҡта мотлаҡ был күренеште теркәү (фотоға, видеоға төшөрөү ҙә ошо иҫәптә).
Әлеге эшкә ваҡытлыса алынған кеше “Һайлауҙарҙа ҡануниәттән тайпылыуҙың йыш осраҡтарының ҡыҫҡаса исемлеге” (“Краткий список типовых нарушений законодательства на выборах”) менән танышып сығырға тейеш.
Күҙәтеүсе һайлау комиссияһы ағзаларына мәшәҡәт тыуҙырмайынса, тауыш биреү, һанау процесында фотоаппарат, видеокамера ҡулланырға, етди хоҡуҡ боҙолғанда юғарылағы һайлау комиссияһына, судҡа ялыу яҙырға хоҡуҡлы.
2002 йылдың 12 июнендәге “РФ граждандарының һайлау һәм референдумда ҡатнашыу хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”(“Об основных гарантиях избирательных прав и права на участие в референдуме граждан Российской Федерации”) Федераль законға ярашлы күҙәтеүселәрҙең йәнә түбәндәге хоҡуғы бар:
а) һайлаусылар, референдумда ҡатнашыу­сылар исемлеге, “открепительный”ҙар биреү реестры, участканан ситтә тауыш биреү өсөн ғаризалар менән танышыу;
б) бюллетендәр биреүҙе ҡарау;
в) участканан тыш тауыш биреүҙә ҡатнашыу;
г) бюллетендәргә индерелгән исемлек буйынса тауыш биреүҙе, ҡулланылмаған бюллетендәрҙе һанауҙы контролләү, тауыштарҙы һанауҙа тултырылған йә тултырылмаған бюллетендәр менән танышыу; комиссияның тауыш биреү һөҙөмтәһе тураһында протокол яҙыуын ҡарау, уның йөкмәткеһе менән танышыу;
д) һайлау комиссияһы рәйесенә, ул булмаған осраҡта урынбаҫарына ойоштороу мәсьәләләре буйынса тәҡдимдәр йә иҫкәртеүҙәр менән мөрәжәғәт итеү;
е) комиссиянан протоколдарҙың раҫлан­ған күсермәләрен алыу;
ж) үҙенең статусын күрһәтеүсе, исем-фамилияһы яҙылған түшкә таға торған билдә йөрөтөү (шулай уҡ уны күҙәтеүсе итеп ебәреүсе партия йә кандидаттың да исемдәре булыуы мөмкин);
з) әлеге Закондың 75-се статьяһында ҡаралғанса, комиссияның эш-ғәмәле йә эшләмәүе хаҡында юғарыла торған комиссияға, Рәсәй субъектының һәм Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияларына йә судҡа яҙыу − обжаловать;
и) тауыштарҙы ҡабаттан һанауҙа ҡатнашыу.
Шуныһы ла бар: күҙәтеүсе һайлаусыларға бюллетень бирергә, уның өсөн тултырырға, тауыш биреүҙең йәшерен булыуын боҙған ғәмәлдәр эшләргә, хәл иткес тауышҡа эйә комиссия ағзалары үткәргән бюллетендәр­ҙе һанауҙа, комиссияның ҡарар сығарыуында ҡатнашырға, уның эшенә ҡамасаулар­ға, һайлаусылар араһында агитация алып барырға тейеш түгел.
Әйткәндәй, тауыш биреү көнөндә һайлау участкаларында халыҡ-ара күҙәтеүселәр ҙә эшләүе мөмкин. Улар сит ил йә халыҡ-ара ойошмалар исеменән һайлауға әҙерлекте, тауыш биреүҙе ҡарай. Кандидаттар йә улар­ҙың ышаныслы кешеләре менән осраша алалар, һайлау комиссияһының теләһә ҡайһыһының − участка, территориаль, үҙәк − ултырыштарында ҡатнашырға мөмкиндәр. Ә бына үҙ статустарын һайлауға ҡыҫылышы булмаған эшмәкәрлектә файҙаланырға тейеш түгелдәр. ҡалған хоҡуҡтары ябай күҙәтеүсенекенә тура килә. Сит ил күҙәтеүселәренең хоҡуҡтары боҙолоу халыҡ-ара ғауға тыуҙырыуы ла бар.

А. ЗИННУРОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға