«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡулынан һөйөнөп, халыҡты һөйөндөрөп



24.02.2012 Ҡулынан һөйөнөп, халыҡты һөйөндөрөп

Ҡулынан һөйөнөп, халыҡты һөйөндөрөп
Ағастан семәрләп эшләү – халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдәренең береһе. Һәр ауылда тиерлек бар бындай оҫталар. Үҙҙәренең яратҡан шөғөлөнән кинәнес табып, оҫта ҡулдары менән халыҡты һөйөндөрөп йәшәй улар. Көйөргәҙе районының Ялсығол ауылынан Зөфәр ҡунаҡҡоловты ла тирә-яҡта белмәгән кеше һирәктер. Беҙгә лә уны табыуы ауыр булманы, семәрләп эшләнгән тәҙрә ҡапҡастары, ишек алдындағы матур беседкаһы ла бында оҫта йәшәүе хаҡында әллә ҡайҙан ҡысҡырып тора ине.
Зөфәр үҙенең ҡасан был шөғөл менән мауыға башлауын иҫләмәй ҙә шикелле. Атаһының һүрәт төшөрөргә әүәҫлеге әллә күңелендә ошондай ҡыҙыҡһыныу уяттымы, ун йәштәр самаһында ул ағастан юнып, тәүге сувенирын эшләп ҡарай. Матур ғына килеп сығыуын күргәс, эшкә тағы ла дәртләнеберәк тотона. Хәҙер уның коллекцияһында ниндәй генә айыуҙар юҡ – бәләкәйе лә, ҙуры ла, батманлыһы ла, батманһыҙы ла. Эшләгән һайын ҡулы шымара бара, айыуҙар янына боландар, аттар, бөркөттәр, тейендәр өҫтәлә. Төрлө формалағы сувенирҙар береһенән-береһе матур. Сувенирҙары араһында күҙҙең яуын алып торған семәрле самауыр ҙа бар. Ул эшләгән матур һандыҡтарҙы, өҫтәл-ултыр­ғыстар­ҙы, тәҙрә рамдарын, ишектәрҙе иһә сит-яҡтарҙан да килеп алып китәләр.
Йорттарында беҙ уның эштәренең бик аҙын ғына ҡарай алдыҡ. Оҫта егет эшләгән ағас һындарының күбеһен туғандарына, дуҫтарына бүләк итә, музейҙарҙа һаҡлан­ғандары, магазиндарға һатыуға ҡуйылғандары ла бар. Ғөмүмән, үҙенең эштәрен нисек тә халыҡҡа таратырға, күрһәтергә ынтыла. ҡунаҡҡоловтар район үҙәгендә, Өфө ҡалаһында үткән күргәҙмәләрҙә һәр саҡ ҡатнашырға тырыша.
Ҡулынан һөйөнөп, халыҡты һөйөндөрөп
– Сувенирҙар эшләү өсөн йүкә ағасы ҡулай, ул йомшаҡ, юнып эшләү өсөн еңел. Ә инде өҫтәл, ултырғыс, һандыҡ кеүек йыһаздарға ҡарағай ағасын алырға тырышам. Буш ваҡытым булдымы, күңелем ярат­ҡан шөғөлөмә тартыла ла тора. Ғөмүмән, ҡайҙа ғына йөрөһәм дә уйым менән үҙемдең оҫтаханамдамын, теге йәки был әйбер­ҙе эшләү өсөн ҡулай материалдар ҡарайым, – тип һөйләй үҙенең яратҡан шөғөлө хаҡында алтын ҡуллы ғаилә башлығы.
Оҫта оҫта инде, ағастан ғына түгел, боҙҙан да ҡойоп ҡуйғандай итеп эшләп ҡуя. Шуға күрә йыл һайын үҙен район үҙәгенә боҙ ҡаласыҡтары эшләргә лә саҡыралар. Таштар ҙа ҡыҙыҡһындыра уны. Киләсәктә таштан да сувенирҙар эшләргә өйрәнергә ниәте.
Атанан күргән − уҡ юнған, тигән халыҡ мәҡәлендәгеләй, 9-сы синыфта тик «бишле» билдәләренә генә уҡыусы улы Фәнис тә иҫ белә башлағандан атаһы янында, бысҡан ваҡытта ағасын тотоп торһонмо, кәрәкле инструментын алып бирһенме… Ете йәшенән иһә атаһының ярҙамы менән тәүге сувенирын эшләп ҡарай. Бына шулай бәләкәйҙән генә ағас­тан һырлап эшләү серҙәренә өйрәнә. Хәҙер иһә оҫталыҡта атаһынан бер ҙә ҡалышмай, мәктәп исеменән үҙенең эштәре менән төрлө күргәҙмәләрҙә лә ҡатнашып йөрөй. Аталы-уллы ҡунаҡҡоловтар бергәләп тотон­ғанда инде ағастан күҙҙең яуын алыр­ҙай мөғжизәле әйберҙәр тыуа.
Көйөргәҙе районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға