«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Юлдаштарҙың төрлөһө бар



24.02.2012 Юлдаштарҙың төрлөһө бар

Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән 34 йәшлек ир поезд менән Силәбенән ҡайтып барғанда, юлдашы менән һөйләшеп китә. Әйткәндәй, ул был ҡалала наркотик бәйлелегенән дауаланған. Бер нисә тапҡыр уғрылыҡ өсөн хөкөм ителгән булған. Әңгәмә ваҡытында ул юлдашының үҙе менән ҙур суммала аҡса алып китеп барыуын белеп ҡала. Өфө ҡалаһына еткәс, ул яңы танышының аҡсаһы һәм документтары булған барсеткаһын сәлдерә һәм эҙен ялтырата.
Бындай байлыҡты иң алда бик елле «йыуа» – араҡы йылғалай аға. Ә иртәгәһенә магазиндар буйлап сығып китә. Үҙенә спорт костюмы, кроссовкалар, телефон, хатта 30 мең һумлыҡ алтын йөҙөк һатып ала. Әммә уға оҙаҡ байрам итергә тура килмәй, шул уҡ кистә уны полицияның енәйәти эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре эләктерә. Улар ирҙең һатып алған бар әйберен, аҡсаның ҡалған өлөшөн тартып алып, хужаһына тапшырған. ҡараҡ тиҙҙән хөкөм алдына баҫасаҡ. Уның тағы ла иркенән мәхрүм ителеүе бар.
Г. ЯХИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға