«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Майһыҙ диета



21.02.2012 Майһыҙ диета

ҡаймаҡҡа сабата бол­ға­һаң да, тәмле була, тип йыш ҡабатлай бер танышым. Шулай инде, майлап-ҡаймаҡлаһаң, бар ри­зыҡ та телеңде йоторлоҡ булалыр.
ҡайһы саҡ кешеләрҙе лә “майлап” ебәрергә тура килә. Бына Өфө ҡалаһының бер юғары уҡыу йортоноң кафедра етәксеһе шулайтыуҙы һәләк ярата. Студент­тарына: “ҡоро ҡашыҡ ауыҙ йырта... Юғиһә сығарылыш имтихандарығыҙ – тү-тү...” – ти икән. Ул йылмайып-көлөп торһа ла, уҡыусылар белә – шунһыҙ һиңә диплом тәтемәйәсәк. Ун биш ҡыҙ һәм егет кафедра етәксеһенә тиҙ арала 200 мең һум аҡса тоттора. Был аҡса педагогтың күңеленә майҙай яғыла, яҡшы кәйефтә студенттарын ҡабул итергә әҙерләнә.
Тик бына республика буйынса Эске эштәр министрлығының иҡтисад өлкәһендәге енәйәттәргә ҡаршы көрәшеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре бындай “майлау”ҙы яратмай икән. Улар педагогҡа ҡарата “мутлыҡ” статьяһы буйынса енәйәт эше асып та ҡуйған. Хәҙер бахырға майһыҙ диетаға ултырырға тура килер, ахыры.

Г. ЯХИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға