«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Беҙҙә йәштәр һайларға әҙер



21.02.2012 Беҙҙә йәштәр һайларға әҙер

Мәләүез ҡалаһында йәш һайлаусылар менән эш яуаплы алып барыла. Ошо көндәрҙә ҡаланың 3-сө гимназияһында “Нимә? ҡайҙа? ҡасан?” тигән уйын уҙғарылды. Сарала быйылғы һайлауҙа тәүгә тауыш биреүселәр һәм әлегә һайлау йәшенә яҡынлашып ҡына килеүселәр ҡатнашты. Гимназияға ҡунаҡҡа һәм бергә һайлау темаһына һынау тоторға Мәләүез механика-технология техникумы студенттары менән һөнәри белем биреү лицейҙары уҡыусылары килгәйне.
ҡала һәм район территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Виталий Иванов, хакимиәттең йәштәр эштәре буйынса секторы етәксеһе Радик Гәрәев, ғаиләгә, балаға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеүсе “Ышаныс” үҙәге директоры Игорь Руднев үҫмер­ҙәр­ҙең, йәштәрҙең һайлау тураһындағы белеменә һоҡланды, һынауҙарға ижади әҙерләнеүен хупланы. Бер һүҙ менән әйткәндә, сарала кәйефһеҙ, белмәүҙән яурын һикерткән кеше булманы. Ярышыусыларҙы көйәрмәндәре лә дәртләндереп торҙо. Һөҙөмтәлә 3-сө гимназия уҡыусылары беренсе урынға сыҡты, механика-технология техникумы – икенсе, 42-се һөнәри лицей уҡыусылары өсөнсө урынға лайыҡ тип табылды. Буласаҡ әүҙем һайлаусылар иҫтәлекле бүләктәр алып та ҡыуанды.
Был сара Йәш һайлаусы аҙналығы сигендә ойошторолдо.

З. МОТАЛЛАПОВА,
“Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе башҡарма комитетының баш белгесе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға