21.02.2012 Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге мәсьәләһе нисек хәл ителә?
Яңыраҡ «Комсомольская правда» гәзите редакцияһында «Йәйәүлеләр хәүефһеҙлеге» темаһына «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. ЮХХДИ-ның баш инспекторы Динар Ғилметдинов әйтеүенсә, Башҡортостанда юл хәүефһеҙлеге мәсьәләһе киҫкен тора. Төрлө осраҡта фажиғәлә йәйәүле үҙе йәки водитель ғәйепле була. Дәүләт автоинспекцияһы статистикаһы буйынса, былтыр водителдәр 1694 йәйәүлене тапатҡан. Шуларҙың 338-е йәйәүлеләр сыға торған урында булған. 26 кеше үлгән, 342 кеше төрлө йәрәхәт алған. Ә йәйәүлеләр арҡаһында булған фажиғәләр һаны 935-кә еткән. Был осраҡта 145 кеше үлгән, 828-е йәрәхәт алған.
Юл-транспорт фажиғәләрен кәметеү маҡсатында Дәүләт автоинспекцияһы тарафынан яңы стандарттар индереү тураһындағы тәҡдимдәр ҡарала. Ул ер аҫты һәм ер өҫтө юлдары төҙөтөү, уларға яҡтылыҡ үткәртеү, юл ситтәрен ҡамау, кәрәкле урында «зебра» һәм светофорҙар ҡуйыу менән бер рәттән, социаль роликтар аша йәмғиәтте, бигерәк тә балаларҙы тәрбиәләү, уларҙы юл ҡағиҙәләренә өйрәтеү мәсьәләләре менән шөғөлләнә.
Бөгөн юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу өсөн бөтә Рәсәйҙә йәйәүлеләр рейды үткәрелә. Сара «Зебра»ға һунар» акцияһы сигендә ойошторола, маҡсаты – юл хәүефһеҙлеге талаптарына тура килмәгән юл аша сығыу урындарын асыҡлау. Ул беҙҙә ноябрҙан алып ойошторола һәм бөгөнгә шундай 9226 урын тикшерелгән. Республикабыҙ буйынса ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, юл аша үтеү урындарының торошо менән ҡәнәғәт булмаған граждандар gorlinia-02gibdd@yandex.ru адресы буйынса уларҙың электрон почтаһына мөрәжәғәт итә ала.
Флүзә ТҮЛӘКОВА әҙерләне.