«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Армия һалымдарҙың артыуына сәбәпсеме?



21.02.2012 Армия һалымдарҙың артыуына сәбәпсеме?

Рәсәй Хөкүмәтендә һалымдарҙы арттырыу хаҡында һөйләшеүҙәр алып барыла. Чиновниктар әйтеүенсә, бындай сара буласаҡ Президент хәрби көстәргә, хоҡуҡ һаҡлау ограндары һәм дәүләт аппаратына сығымдарҙы кәметмәгән осраҡта талап ителәсәк.
Бөгөн 18 процент тәшкил иткән НДС-ты (өҫтәмә хаҡҡа һалым) 20, хатта 22 процентҡа тиклем күтәреү, прогрессив килем һалымы шкалаһын индереү, страховка түләүҙәрен, йөкләмәләрҙең бер өлөшөн (4 процент) эшләүсе халыҡҡа япһарып, 34 процентҡа еткереү, алкоголь һәм тәмәкегә акцизды арттырыу хаҡында һүҙ бара.
Иҡтисади эксперт төркөмө етәксеһе Евсей Гурвичтың иҫәпләүҙәре буйынса, НДС-ты бер процентҡа арттырыу бюджетҡа эске тулайым продукттың (ВВП) – 0,33%, страховкалау түләүҙәренең – 0,16, килем һалымы ставкаһының 0,24 процентын килтерәсәк. НДС-тың һәм страховкалау түләүҙәренең 4 процентҡа артыуы бюджетҡа йылына 2 процентҡа яҡын эске тулайым продукт һәм быйылғы йыл шарттарында 1,2 триллион һум аҡса килтереүҙе күҙаллай.
Һалымдарҙың артыуы Путиндың “Ведомости” гәзитендә сыҡҡан мәҡәләһенә ҡаршы килә, ти Гурвич. Сөнки ул, ставкаларҙы сығымдарға тиңләргә түгел, ә сығымдарҙы килемдәргә һыйҙырырға кәрәк, тип яҙа. Һалымдарҙы күтәреү Рәсәйҙең инвестициялар йәлеп итеүсәнлегенә лә насар тәьҫир итәсәк, тип иҫкәртә Гурвич.
Хәрби ғәскәрҙәргә сығымдарҙы арттырыу былтыр Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев менән ул ваҡыттағы финанс министры Алексей Кудрин араһында бәхәс тыуҙырғайны. Кудрин тейешле тәьмин итеүҙәрһеҙ бюджетҡа төшкән ауырлыҡты тәнҡитләне. Бының өсөн ул эшенән бушатылды.
С. РӘШИТОВ әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға