«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Бағымсыға барма, башыңа бәлә алма



21.02.2012 Бағымсыға барма, башыңа бәлә алма

Үҙем менән булған бер хәлде һөйләмәксемен. Донъя бит, төрлө мәлдәр була, ауырып та кителә. Батып барған кеше һаламға ла йәбешә, тигәндәй, Әбйәлил районында йәшәүсе бер халыҡ имсеһенә барырға булдыҡ. Апайым һәм еҙнәм менән кәрәкле йортҡа барып еткәс, сиратҡа баҫтыҡ – беҙгә тиклем ике машина бар ине. Дауалаусы кешегә инеүселәр бик ризаһыҙ ғына килеп сыға. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, бер ҡатын сыҡты ла беҙҙе ҡабул итә торған бәләкәй йортҡа әйҙәне. Инеп, урындыҡҡа ултырҙыҡ. Өшкөрөүсе ҡатын еҙнәне ултырғысҡа ултыртып, көрөшкәһенән һыу һибә башланы, үҙе уның эсенә ҡаты итеп төртөп-төртөп ала. Эргәһендә доға китабы ята ине, ә ул китабына ла ҡарамай, еҙнәнең башынан һыйпап тик торҙо. Бөтә өшкөрөүе шул булды. Шунан ул, төшкө ашҡа, тип сығып китте. Унан һуң тағы бер нисә кешене ҡараны. Күмертау һынлы ерҙән килеп еткәс, апайым менән, ҡаралайыҡ әле, тип тағы өйөнә индек. Ә ул гәзит уҡыған кеше булып тик ултыра ине, ҡарайым да, юҡ та, тип өндәшмәне. ҡараңғы төштө, беҙ ҡайтырға сыҡтыҡ. Көҙгө юл бик насар ине, етмәһә, ямғыр ҡоя. Еҙнәй ауырый башланы. Ныҡ асыу килде. Әгәр ҙә бағымсы ҡатын алдан уҡ, ҡарамайым, тиһә, көн яҡтыһында ҡуҙғалыр инек. Ә еҙнәм мандыманы, күп тә тормай, үлеп ҡалды.
Бағымсыларға халыҡ ҙур ышаныс менән килә. Әгәр ҙә улар үҙҙәренә шундай ҙур йөкләмә алған икән, миһырбанлы, әҙәпле булһын ине. Хәҙер медицина көслө, әбей-һәбейҙәргә, бәлки, йөрөү ҙә кәрәкмәйҙер.

Бәҙиға БАЙРАМОВА.
Күмертау ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға