«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Репертуарҙы баҫтырып, дөрөҫ эшләйһегеҙ



17.02.2012 Репертуарҙы баҫтырып, дөрөҫ эшләйһегеҙ

ҡәҙерле редакция!
Мин Ишембай ҡалаһында йәшәйем һәм байтаҡ йылдар «Йәшлек» гәзитен даими алдырып киләм. «Йәшлек»тә баҫылған репертуар буйынса әле күптән түгел Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында сәхнәләштерелгән «Ғәлиәбаныу» спектаклен ҡараным. Гәзиттең һәр йома һанында театр һәм филармонияларҙың репертуарҙарын баҫтырып, бик дөрөҫ эшләй­һегеҙ. Улар менән гәзиттәге иғлан аша ғына танышам. Бик тә уңайлы. Шул уҡ ваҡытта бер һорауым да бар. Ни өсөн «Йәшлек» гәзите битендә Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының репертуары бирелмәй? Әгәр шуны ла хәл итһәгеҙ, Стәрлетамаҡ халҡына ғына түгел, яҡын тирәләге ҡала-райондар халҡына ла концерттарға йөрөргә бик уңайлы булыр ине.

Үтенес менән,
Сәлимә апайығыҙ ҒӘЛИМОВА.

Редакциянан. Хөрмәтле Сәлимә апай!
«Нимә, ҡайҙа, ҡасан?» рубрикаһына битараф булмағанығыҙ өсөн рәхмәт. Ике ай дауамында ошо рубрикаға ҡағылышлы байтаҡ хат алдыҡ, шылтыратыуҙар ҡабул иттек. Шул мәғлүм булһын: репертуарҙарҙы гәзит битендә түләүһеҙ баҫтырыу мөмкинлеге юҡ. Шуға күрә республикалағы бөтә театр- филармонияларҙың да репертуарҙарын биреп бара алмайбыҙ. Тамашасылар даирәһен киңәйтергә теләгән театр һәм филармонияларҙың етәкселәре редакцияның тәҡдимен хуплап ҡаршы алды. Ә ҡайһы бер етәкселәр был мәсьәләгә иғтибар биреп еткермәй. Киләсәктә башҡалар ҙа был хаҡта уйлар, тигән өмөттә ҡалабыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға