«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » 1 000 000 гектар урман



17.02.2012 1 000 000 гектар урман

Рәсәй ҡытайҙарға ҡырҡырға биргән урман майҙаны, бәлки, тәү ҡарамаҡҡа кемдәргәлер әҙ булып күренәлер. Ил ҙур шул, уның арҡырыһын-буйын иңләп сығыу өсөн ғәләмәт көс һәм ваҡыт талап ителә. Йылы яҡтары ла, һыуығы ла, тауы ла, далаһы ла бар. Халҡы ла үҙенә уңайлы ерҙән төйәк тапҡан. Ә бына әҙ кешеле Алыҫ Көнсығыштың тиҙҙән ҡытай, корейҙар менән тулыуы бар. Әйткәндәй, Рәсәйҙең Амур өлкәһендәге сигендә күптән ҡытай Республикаһынан килеп, 600 мең гектар ерҙе эшкәртәләр. Тағы 200 мең гектар ерҙе уларға бирергә әҙерҙәр. Вьетнам менән сингапурҙар ҙа ҡуртымға ер һорап ыҙалата. Аренда хаҡы – тауыҡ көлөрлөк. Улар йылына түләгән суммаға ике “текә” сит ил машинаһы алырға мөмкин. Рәсми мәғлүмәттәрҙән тыш, былай ғына – “дуҫтарса”, йәғни урындағы түрә менән ҡул ҡыҫышып ҡына бирелгән ерҙәр күпме икәнен белһә, ҡытай-корейҙар үҙҙәре генә самалай торғандыр.

“Частный корреспондент” сайтындағы мәғлүмәттәрҙе файҙаланып, Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға