«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Был аҙнала беҙҙе...



17.02.2012 Был аҙнала беҙҙе...

Хафаландырҙы...
Волгоградтың үҙәк урамдарының береһендә 14 февраль кисендә “Белладжио” кафеһында янғын сыға.
Күҙаллауҙар буйынса, уның сәбәбе – бинаны йылытыу маҡсатында ҡулланылған газ баллоны шартлау. Янғында 23 кеше зыян күргән, тип хәбәр итәләр. Ул кистә кафела Ғашиҡтар көнөнә арналған сара үткәрелгән булған. Шундағы кешеләрҙең береһе йылытыу приборының ҡолауын күргән. Артабан ҡайһылыр ере ватылған йә тишелгән баллондан газ сыҡҡан, унан – шартлау һәм янғын. Шул уҡ ваҡытта кафеның газ менән түгел, ә кондиционер менән йылытылыуы тураһында ла мәғлүмәт бар. Кафе администраторы бинала бер ниндәй ҙә газ булмауын, кухняла ла электр плиталары эшләүен белдергән. Нисек кенә булмаһын, көслө янғын сыҡҡан, кешеләр зыян күргән, тимәк, кемдер фажиғә эҙемтәләре өсөн яуап та бирергә тейеш.

һоҡландырҙы...
Беҙҙең арала ҡыйыу балалар­ҙың бихисап булыуы ҡыуандыра.
Бына февраль башында ғына Ставрополь крайындағы Рагули тигән ауылда һигеҙ йәшлек ике бала боҙло һыуға төшөп харап була яҙған. Улар торбанан ағып сыҡҡан һыулы соҡор өҫтөндәге “каток”та шыуып йөрөгән. ҡапыл боҙ ярылып, икеһе лә бата башлай. Уларҙы, үҙенән өлкән һәм ауыр ғына булһалар ҙа, беренсе класс уҡыусыһы Аня Бутаева ҡотҡара. Тәүҙә әхирәтен тартып сығара, унан инде – арыу ғына өшөргә өлгөргән малайҙы. Балалар шундуҡ өйҙәренә йүгерә, бәхеткә күрә, ауырымайҙар.

Көлдөрҙө...
ҡытай властары илгә дини инаныу мәсьәләһе буйынса һөйләшергә килергә теләгән АҡШ илсеһенә виза биреүҙән баш тартҡан.
Был “эш”тең сәбәптәренең береһе – илсенең ҡытайҙа үткәрәсәк осрашыуҙары һаны менән ҡәнәғәт булмау. Йәнәһе, Сьюзан ханым бик әҙ генә урында осрашмаҡсы. Әлбиттә, ҡытайҙың был аҙымын Вашингтонда тәнҡитләп бер булғандар, әммә, һыр бирмәҫкә тырышып, халыҡ ишетмәһә ярар ине тигәндәй, мәғлүмәтте таратмағандар.
Обама Пекин менән киҫкенләшеңкерәп торған мөнәсәбәттәрҙе төрлөсә яйларға маташһа ла, килеп сыҡмай. ҡытайҙар һәр саҡ үҙ фекерендә ҡала

Тетрәтте...
Мәскәүҙәге Көньяҡ Бутово районына ҡара­ған фатирҙарҙың бере­һендә аслыҡтан үлгән ике айлыҡ баланың мәйетен тапҡандар.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар белдереүенсә, малай етешһеҙ ғаиләлә тыуған. Уны әсәһе имеҙмәгән дә, ашатмаған да, тип фаразлайҙар. Әлегә фажиғә буйынса тикшереүҙәр дауам итә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға