«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Енәйәт һәм яза



17.02.2012 Енәйәт һәм яза

Эшләмәү ғәйеп була тиме ни?
Шишмә районында йәшәүсе ир 27 йәшлек улын, эшләмәйһең, тип йыш ҡына шелтәләр булған. Ҙур ир-егетте үҙ елкәһендә аҫрауы еңел булмағандыр атай кешегә. Егетте атаһының был һүҙҙәре тамам туйҙырған булһа кәрәк. Ул сығырынан сығып, балта ала ла атаһына саба. Алынған йәрәхәттәрҙән ир урында уҡ һәләк була. Ә эш һөймәүсе улға хәҙер 15 йыл төрмә янай.


Туғыҙ йылдан һуң

2003 йылда ҡырмыҫҡалы районының ҡабаҡ ауылында йәшәүсе ханым тыуған көнөнә туғандарын, дуҫтарын йыя. ҡатын аш бүлмәһендә табын әҙерләгәндә ире унан эсергә һорап килә. А.- ға ире һуғырға теләгән кеүек тойола һәм ул, ҡапыл боролоп, тормош иптәшенә бысаҡ менән ҡаҙай. Алған йәрәхәттәренән ир һәләк була. Туғандары был ваҡиғаны йәшерә, үҙ-үҙенә ҡул һалды, тип һөйләп бирә.
Туғыҙ йылдан һуң полицияға А.-ның ҡыҙы килеп, әсәһенең атаһын сәнсеп үлтереүе тураһында хәбәр итә. ҡатынға ысынын һөйләп биреүҙән башҡа сара ҡалмай. Уның артабанғы яҙмышын суд хәл итәсәк.
З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға