«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Блогтарҙан



17.02.2012 Блогтарҙан

Блогтарҙан
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ!
Замандың “текә” технологияларынан артта ҡалмайыҡ, тип “Йәшлек”тең журналистары ла үҙ блогтарын булдырҙы. Бында улар үҙ уйҙарын, хәл-әхүәлдәрен, теге йәки был күренешкә, ваҡиғаға ҡарашын яҙа. Бер һүҙ менән әйткәндә, виртуаль донъяла көндәлек алып бара. Әлбиттә, һеҙҙең дә уҡып ҡына ҡалмай, фекерҙәрегеҙҙе лә яҙыуын көтә. Блогтар гәзиттең сайтында – www.ye02.ru адресы буйынса урынлаш­ҡан.

Рәми байрамы

Башҡортомдоң бөйөк шағиры Рәми Ғариповтың исеме беҙҙең өйҙә һәр ваҡыт телгә алынды, уның һәр китабы булды. Хәйер, китаптарын әле лә ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Атайым Өфөләге 1-се интернат-мәктәптә (хәҙер – Р. Ғарипов исемендәге беренсе республика башҡорт гимназия-интернаты) тап Рәми уҡыған осорҙараҡ белем алған, Рәмиҙе «тереләй» күргән кеше. Атайым сәхнәләрҙән шағирҙың «Табыныу» поэмаһын нисә тапҡыр һөйләне икән? Уға ҡушылып бер мәл үҙем дә тотош ятлап алғайным был әҫәрҙе. ҡыҫҡаһы, Рәми Ғариповты атайым һәр саҡ, интернатташым, тип бөтмәҫ бер ихтирам менән иҫләй. Етмәһә, Рәми «еле» ашалыр инде, бәлки, ул да шиғыр яҙҙы, билдәле шағирҙарҙың әҫәр­ҙәрен ятҡа һөйләне. Шунлыҡтан беҙҙә, атай балаларында, шағир ижадына һөйөү тыумыштан уҡ булды тиергә мөмкин.
«Февраль. Буран…» премьераһын да түҙемһеҙләнеп көттөм. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ҡуйған был театрлаштырылған тамаша 9 февралдә булды. Бер аҙ тулҡынланыңҡырап барҙым – зал тулы булһа ярар ине, тип. Аллаға шөкөр, милләттәштәр ололай белде Шағирҙы.
Рәхмәт был байрамды ойоштороусылар­ға! Йәш артистар ролдәрен ихлас башҡар­ҙы. Урыны-урыны менән күҙҙән йәштәр атылып сыҡты хатта. Мин генә түгел, тамаша залының әллә күпме мөйөшөндә булды уфтанып, танау тартыуҙар.
Эй, шул башҡорттоң рухлы улдарын әрәм итеүҙәре! Туҡтармы икән бер заман бындай бәлә! Уйлаған һүҙҙе әйтә алмай онотоп, әйткән өсөн эҙәрлекләнеп, ҡайһы бер һатлыҡ йән милләттәштәр тарафынан әрләнеп йөрөгән ваҡыттар башҡорт өсөн гелән булырмы икән? Хатта әле лә ҡурҡып ҡуйҙым − Рәмигә арналған был тамашаны ла тыйып ҡуймағайҙары. Ә бит уны театр репертуарына индереп, республика төбәктәрендә ҡуйып халҡыма сығыу күпме рухи байрам килтерәсәк. Бөгөн беҙ йыр-бейеүгә етерлек иғтибар бирәбеҙ, буғай. Ә бына шиғриәт кисәләре һирәк булған кеүек. Беҙ барыбер ана шул ижад төрөнә һыуһағанбыҙ. Бәлки, ялҡынлы шиғырҙарғалыр. Аңлата алмайым әлегә.
«Февраль. Буран…» ныҡ оҡшаны. Уны тағы бер нисә тапҡыр ҡарарға иҫәбем. Һеҙгә лә тәҡдим итәм, мартта була. Был ябай тамаша түгел.
Әйткәндәй, уны ҡарағандың иртәгәһенә ауылға ҡайттым, кисләтеп кенә. Атайыңды клубҡа алып киттеләр, ти әсәйем. Бер аҙ торғас ҡайтып инде – Рәмиҙе һөйләнем әле, «Табыныу»ын да, башҡа бер нисә шиғырын да, ти. Үҙе ҡәнәғәт. Күрше ауылға Шағирҙың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған кисәгә барған икән. Һәр ерҙә үткән шундай саралар. Онотолмай Рәми ижады. «Батшаларға башын эймәгәнде, башҡаларға башҡорт баш эймәҫ» кенә ни тора!

Интернеттағы адресы:

http://www.blog.ye02.ru/alsu/133-rmi-bayramy.html







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға