14.02.2012 Ҡулынан һөйөнә Сулпан
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң советтар илендә иҡтисади һәм мәҙәни күтәрелеш башлана. Илленсе йылдарҙа ауылда йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күңелһеҙ һоро кейемдәрен матур биҙәкле ситса күлдәктәргә алмаштыра башлай. Әбйәлил районының Туйыш ауылында йәшәгән ете йәшлек Сулпан да апай-еңгәләренең байрамса тегелгән ҡупшы күлдәктәренә, итәктәренә ҡыҙығып ҡарай. Уның да шундай матур кейемдә йөрөгөһө килә. Һәм бер көн энә-еп менән яҡындан таныш ауыл ҡыҙы ситса тауарҙы ҡырҡып, ҡул менән итәк тегә лә, биленә резинка тағып, ағаһының күлдәген кейеп урамға сығып та китә. Эре генә баҫып килә, үҙе тирә-яҡҡа тиҙ-тиҙ генә ҡараш ташлай, йәнәһе лә, күрәләрме икән минең матур итәгемде.
– Шулай итеп урамда бер йөрөп килгәс, эй күңелем булды, – ти Сулпан апай. – Шул тәүге теккән әйберем һаман да бөтә биҙәктәре менән күҙ алдымда тора. Бала саҡтан тектем инде. Әсәйемдең теген машинкаһы булды, ул да ҡул эшенә ифрат маһир ине.
Сулпан апай беҙҙең менән һөйләшкәндә лә эшен ташламай. Уға Байым клубында күптән эшләп килгән «Әхирәттәр» ансамбле өсөн тиҙ арала күлдәктәрҙе өлгөртөргә кәрәк (тегенсе үҙе лә ошо фольклор ансамбленең ағзаһы). Борон Күбәләк ырыуы ҡатындары ҡыршауы (ҡатмары – авт.) биленә тиклем еткән күлдәк менән тәңкәле кәзәкей кейгән, Сулпан апай тап шундай кейемдәрҙе тегә лә инде. «Әхирәттәр»ҙе кейендергәс, урындағы «Шатлыҡ» балалар бейеү ансамбле сиратҡа баҫа. Ҙур заказдар араһында өләсәйҙәр «үҙебеҙҙең боронғо» күлдәккә заказ бирә; атай-әсәйҙәр ҙә кескәй балаларын милли кейемдә күргеһе килә; никахҡа инеүселәр ҙә милли кейемде аҡтан-аҡ тауарҙан тектереп ала. Бер һүҙ менән әйткәндә, Сулпан Заһретдинованың ҡулы һис ҡасан эшһеҙ тормай, хатта ваҡыты етмәй ҡаңғыра. Оҫтабикәгә әбйәлилдәр генә түгел, өфөләр, учалылар, архангелдар ҙа йыш мөрәжәғәт итә. Сөнки Сулпан апай бер кейемде лә шаблон буйынса текмәй – һәр береһе үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ. Өлгө бесеп тә ыҙаланмай, нисектер тота ла тауарҙы ҡырҡып, тегә лә башлай.
– Тегә белгәс, рәхәт инде ул, кешегә көнөң ҡалмай, үҙеңә оҡшаған кейемде тегәһең дә кейәһең, – тип Сулпан апай бер мәлгә машинкаһын зырылдатыуҙы туҡтатты. – Текмәгән нәмә ҡалманы – шапкалар ҙа, пальто ла, салбарҙар ҙа тектем. Иң ҡыуаныслыһы, әлбиттә, балаларҙы Яңы йыл кисәһенә әҙерләү ине. Ғөмүмән, эш башлар алдынан тәүҙә кейемде тулыһынса күҙ алдына килтерәм, аҙаҡ шуны тормошҡа ашыраһы ғына ҡала.
Нимәгә миңә махсус журнал, үҙемдең башымда «Бурда», тип көлдөргән өләсәй ҡәҙерле ейәндәре Артур менән Алтынайға ла күҙ яуын алырлыҡ башҡорт кейемен тегеп кейҙергән. Ошо бәпестәрҙең әсәһе Гүзәлдең дә тегенеүгә һәләте бар. Гүзәл, әсәһенә оҡшап, «тун бесһә», Азамат менән Заһир, атайҙарынан күрмәксе, «уҡ юнған» егеттәр, йәғни эшкә шәптәр, тырыштар, икеһенең дә ҡулы ипле. ҡулынан һөйөнгән Сулпан апай иренән уңған: Камил Юлай улын да ауылдаштары ихтирам итә, уны егәрле, ғәҙел кеше итеп беләләр. Ике тырыш кеше бергә тура килгәс, Заһретдиновтарҙың донъялары «ялт» итеп тора: бар ерҙә тәртип, таҙалыҡ һәм, әлбиттә, Сулпан апай теккән әйберҙәр күҙ яуын ала – селтәр, шаршау, ябыуҙарҙа тегенсенең ҡул йылыһы ла, күҙ нуры ла, хыялдары ла сағыла кеүек...