«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Мөхәббәтте нисек һаҡларға?



14.02.2012 Мөхәббәтте нисек һаҡларға?

Мөхәббәтте нисек һаҡларға?
Бына, ниһайәт, үҙ яртыңды осраттың! Мөхәббәтте табыу менән эш бөтмәй әле, уны саф килеш һаҡлай белергә лә кәрәк. ҡыҙ менән егет бер-береһенә ышанысын юғалтһа, юҡтан ғәйеп тағып йыш әрләш­һә, аралары бик тиҙ һыуынасаҡ. Түбәндәге 25 ҡағиҙәне үтәү хистәрегеҙҙе һаҡларға ярҙам итер.
1. Тойғоларың хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйлә. Мөхәббәт һәм һоҡланыу хаҡында ғына түгел, бар тойғоларыңды (үпкә, шик һ.б.) дөрөҫ еткерә бел.
2. Тыңларға өйрән. Һөйгәнеңде бүлдермә, фекерен һәр саҡ тыңлап бөт.
3. Үҙеңдең ҡылыҡтарыңды аңлат. Ул уларҙы яңылыш аңлап, дөрөҫ булмаған һығымтаға килеүе бар.
4. Һөйгәнеңдән үткәндәре хаҡында һорашма. Элекке мөхәббәте хаҡында үҙе һөйләмәһә, был теманы ҡуҙғатмау хәйерле.
5. Юҡ-барға тауыш ҡуптарма. Аҙаҡтан үҙең ниндәй тойғолар кисереүең хаҡында уйла. Уның да хәтере ҡалыуы бар.
6. Һөйгәнеңдең эше, маҡсаттары хаҡында даими ҡыҙыҡһын. Әгәр ҙә мөмкин булһа, ярҙам ит.
7. Уны ишетергә өйрән.
8. Тәрбиәләргә, ҡайһы бер ғәҙәттәрен үҙгәртергә тырышма.
9. «Һинең эшең түгел», «ҡыҫылма, үҙем беләм» кеүегерәк һүҙҙәрҙе онот.
10. Әгәр ҙә һөйгәнең һине алдаһа һәм был хаҡта белеп ҡалһаң, быға күҙ йомоп ҡарама. Шундуҡ аңлатыуын талап ит. Һеҙҙең арала аңлашылмаған мәлдәр булырға тейеш түгел.
11. Әгәр ҙә алдарға тура килһә – тотолма. Юғиһә ул һиңә ҡарата ышанысын юғалтасаҡ.
12. ҡыҙыҡһыныуҙарын ихтирам ит. Мәҫәлән, һөйгәнең джаз музыкаһын оҡшатмаһа, аҙна һайын уны шундай концертҡа алып барырға кәрәкмәй.
13. Рәхмәт әйтә бел. Ысын күңелдән ихлас әйтелгән рәхмәт арағыҙҙы тағы ла яҡынайта.
14. Уртаҡ сифаттарығыҙҙы табырға тырыш. Улар ни тиклем күп – шул тиклем яҡшыраҡ. Был хаҡта һөйгәнеңә йышыраҡ әйт.
15. Бер-берегеҙгә хаттар йәки смс-тар яҙығыҙ. Көн дауамында «һағындым», «яратам» һ.б. тип ебәрергә мөмкин. Тик сама хаҡында онотмағыҙ.
16. Һөйгәнең хаҡында хәстәрлек күр. Сәй эсеп ултырғанда уға шәкәр һауытын яҡынайтырға була, һалҡын булып китһә, яурынына шәл һал һ.б.
17. Комплименттар хаҡында онотма.
18. Көнләшмә.
19. Йылы һүҙҙәрҙе йышыраҡ әйт. «Аҡҡошом», «ҡояшым», «берҙән-берем», «алтыным» – был һүҙҙәр һәр кемде иретер.
20. Көнөнә кәмендә һигеҙ тапҡыр ҡосаҡлашырға кәрәк. Бер-береңә тейеү, ҡосаҡлашыуҙар кәмеү – аралар һы­уыныу­ҙың тәүге билдәһе.
21. Икегеҙҙең генә байрамығыҙ, үҙенә күрә йолағыҙ булһын. Шулай уҡ шартлы билдәләр ярҙамында һөйләшеү ритуалы уйлап сығарырға мөмкин. Мәҫәлән, кешеләр араһында ошо «тел»дә аралашыу һеҙҙе тағы ла яҡынайтасаҡ.
22. Әхирәтеңә (дуҫыңа) уның кире яҡтарын һөйләмә. Һөйгәнеңдең яҡын кешеләренә, туғандарына уны яманлау уғата килешмәй.
23. Ышан. Бер-береңә ышаныс булған саҡта ғына хистәр сафлығын юғалтмаҫ.
24. Икегеҙ араһында булған серҙе өсөнсө кеше белергә тейеш түгел. Әгәр ҙә был хаҡта ул башҡалар ауыҙынан ишетһә, күңеле ҡаласаҡ.
25. Һәр саҡ һөйгәнеңдең күҙҙәренә ҡара. Мөхәббәтең хаҡында белдергәндә лә, үпкә һүҙҙәрен еткергәндә лә туп-тура күҙенә ҡарарға өйрән.

Бәхетбикә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға