14.02.2012 «Ҡармаҡтар» һалынды, ә ниндәй «балыҡ эләктереүе» һәр кемдең үҙенә бәйле
йәки Бөгөн үҙ эшен асырға теләүселәргә район хакимиәттәре һәр яҡтан да ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер
Күмәк хужалыҡтар тарҡалыу арҡаһында ауыл халҡының мәшғүллек һәм, әлбиттә, йәшәү кимәле лә артыҡ маҡтанырлыҡ түгел. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, дәүләт ауыл хеҙмәтсәндәренә, үҙ эштәрен асһын, ауылдаштарына ла эш урындары булдырһын өсөн яңынан-яңы программалар эшләп, район хакимиәттәре менән берлектә уларҙы бойомға ашыра. Ошондай программаларҙың береһе – ауылда урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уларға ярҙам итеүгә субсидиялар биреү. БР Хөкүмәтенең 6 февралдәге бойороғо менән ошо йүнәлештә эш ойошторған иң яҡшы муниципалитеттарҙың эшмәкәрлеге баһаланды. Улар араһында 100 меңгә тиклем халыҡ йәшәгән райондарҙан беренсе урын – Благовещен районына, икенсе — Күмертау ҡалаһына, өсөнсө урын Яңауыл районына бирелде. 100 меңдән артығыраҡ халыҡ йәшәгән муниципалитеттар араһында Нефтекама ҡалаһы, Туймазы һәм Бәләбәй райондары билдәләнде. Ә муниципаль райондарҙан беренсе урынға – Көйөргәҙе, икенсегә – Салауат һәм өсөнсө урынға Әбйәлил райондары лайыҡ булды. Шулай уҡ бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә яҡшы шарттар булдырған Белорет, Мишкә, Борай, Әлшәй, Саҡмағош райондары, Сибай, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалалары билдәләнде.
Республиканың башҡа райондары хакимиәттәре лә үҙ халҡының йәшәү-көнкүреше тураһында хәстәрлек күреп, йүнселлек-кәсепселекте үҫтереү мәсьәләһенә иғтибарҙарын йүнәлтһен, алдынғыларҙан үрнәк алһын өсөн урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты ойоштороу буйынса бер нисә район тәжрибәһен килтереп үтмәк булдыҡ.
Лариса СӘФӘРҒӘЛИЕВА, Яңауыл районы хакимиәтенең иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары:
– Дәүләт эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә һиҙелерлек ярҙам бүлә башлағас, районда бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итеү фондын булдырҙыҡ һәм бөтә финанс ағымы ошо фонд иҫәбе аша үтте. 2009 йылда был юҫыҡта район бюджетынан 100 мең һум аҡса бүленгәйне. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеларын ойоштороу буйынса конкурс иғлан иттек. Биш кешенән ғариза килде, һәм уларҙың барыһының да үтенесе ҡәнәғәтләндерелде. Был тәүге аҙымыбыҙ бойомға ашҡас, республика тарафынан бәләкәй эшҡыуарлыҡты субсидиялау конкурсында ҡатнашырға булдыҡ. Уны уңышлы үттек һәм дәүләттән 233 мең һум аҡса алдыҡ. 2010 йылда район эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә – 500 мең һум, республика 1 млн 398 мең һум аҡса бүлде. Бер йыл үтеүгә был ярҙам суммалары тағы ла ике-өс тапҡырға артты: район 2 млн һум аҡса бүлһә, республиканан 4 млн 939 мең һум ярҙам алдыҡ. Бынан тыш, урындағы бюджет тарафынан микрофинанслау ҙа ҡаралды – ауыл халҡына банкылар менән бәйләнешкә инеү ауырлығын күҙ уңында тотоп эшләнде был.
Әйтергә кәрәк, районда тәҡдим ителгән бер генә бизнес-проект та иғтибарһыҙ ҡалмай. Урындарға сығып, буласаҡ эшҡыуарҙарҙың тормош-көнкүреше, хәл-торошо менән танышҡандан һуң «тәгәрмәс» ҡуҙғала ла инде. Бигерәк тә өҫтөнлөклө йүнәлештәге йүнселлеккә, әйтәйек (былтырғы йылды ғына алһаҡ та), халыҡтан һөт йыйыу, теплица ойоштороп, йәшелсә үҫтереү, йәмәғәт туҡланыуы, автомобилдәр йыуыу кеүек тармаҡтарға ярҙам күрһәтелеүен билдәләп үтеү яҙыҡ булмаҫ.
Фонд быйыл да ошо йүнәлештәге эшен дауам итә – план мартта раҫланасаҡ. Шуныһы мөһим, быйыл эшҡыуарлыҡҡа район тарафынан аҡса былтырғы кимәлдә бүленәсәк. Шулай уҡ микрофинанслау тураһында район гәзите аша иғлан бирҙек инде – эш хәҙер йүнселдәрҙең үҙҙәренә ҡайтып ҡала. Уларҙан ғариза һәм ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр көтәбеҙ.
Рәйсә ЛАТИПОВА, Әбйәлил районы хакимиәте башлығының иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса урынбаҫары:
– Былтырғы йомғаҡтар буйынса беҙҙең районда 1235 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты һанала. Элекке йылға ҡарағанда, уларҙың һан буйынса үҫеше 100 берәмек тәшкил итә.
Былтыр бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә республика һәм район программалары буйынса 25 предприятиеға 1 млн 938 мең һум аҡса бүленде. Бынан тыш, районда Көньяҡ Урал райондарын үҫтереү программаһы буйынса микрофинанслау үҙәге асылғайны, 5,5 ай ғына эшмәкәрлек итеү осоронда ул республиканан алыҫ урынлашҡан үҙәктәр араһында иң яҡшыһы тип танылды. Ошо ваҡыт эсендә үҙәк эшҡыуарлыҡ эшен башлап ебәреү стадияһында булған субъекттарға һәм лизингыға техника, ҡорамалдар һатып алған субъекттарға тәүбашланғыс иғәнәләрен түләргә ярҙам йөҙөнән 14,5 млн һум күләмендә микрозаем бүлде.
Был программалар буйынса эш асырға йәки үҫтереү өсөн бүленгән ярҙам иң тәүҙә ауыл ерендә өҫтөнлөклө эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә эшләүселәргә – ауыл хужалығы, төҙөлөш, эшкәртеүсе производстволарға, хеҙмәт күрһәтеүсе ойошмаларға күрһәтелде һәм күрһәтелә.
Халыҡ араһында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү һәм уны үҫтереү буйынса аңлатыу эше лә әүҙем алып барыла. Ауылдарҙа йыйындар ойошторолоп, унда үҙ эшен асыусыларға дәүләт һәм район яғынан ниндәй ярҙам күрһәтелеүе, шулай уҡ закондар тураһында һүҙ алып барыла. Бына ошо сараларҙан һуң район хакимиәтенә үҙ эшен асырға теләүселәр ағымы арта. Хакимиәттең иҡтисад бүлеге, шулай уҡ мәғлүмәти-консультатив үҙәк белгестәре улар менән эште консультация биреүҙән башлаһа, артабан дөрөҫ итеп ғариза яҙырға, документтар юлларға, бизнес-план төҙөргә өйрәтә.
Район халыҡ мәшғүллеге үҙәге лә был йәһәттән ҙур эш алып бара. Эшһеҙҙәр араһында аңлатыу эше алып барыу арҡаһында күптәр шәхси эш башлауға (бер эш урыны булдырыуға) ошо үҙәк аша 58 800 һум аҡса алып, уны эш асыу өсөн тәүбашланғыс капитал итеп ҡуллана. Былтыр ошо тәңгәлдә халыҡҡа мәшғүллек үҙәгенән күрһәтелгән ярҙам 2 млн һум тирәһенә етте.
Әминә ҒӘНИЕВА, Салауат районы хакимиәте башлығының иҡтисад мәсьәләләре буйынса урынбаҫары:
– Эшләргә теләмәгән кеше генә ауылда эш юҡлыҡҡа һылтана, ә эшләргә теләүселәр өсөн «йәшел ут», тип әйтер инем мин һуңғы ваҡытта районда бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәрҙең һаны арта барыуына бәйле. Былтыр урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына район бюджетынан ярҙам йөҙөнән 600 мең һум аҡса бүленһә, республика бюджетынан килгән ярҙам баһалап бөткөһөҙ – шәхси йүнселдәр өсөн 5 млн 214360 һум аҡса килде. Һатып алыу йүнәлешендә эшләгән эшҡыуарҙарҙан башҡа, ауыл хужалығы, теген эше, халыҡҡа хеҙмәттәр күрһәтеү, кулинария (районда тәүгеләрҙән булып «Восточные сла-дости» кулинария буйынса яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте асылды), пеноизол етештереү буйынса (әйткәндәй, был предприятие республика гран-прийына лайыҡ булып, 150 мең һум аҡса алды) предприятиеларға аҡсалата ярҙам күрһәтелде.
Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәр араһында йәштәрҙең күп булыуы һөйөндөрә – тимәк, ауыл йәшәйәсәк. 35 – 45 йәштәгеләрҙең әүҙемләшеп китеүе лә күңелде йылыта. Ысынлап та, бала саҡтан ауылда мал ҡарап үҫкән кеше малсылыҡ эшен дәррәү күтәреп алып китә алыу мөмкинлегенә эйә – теләге генә булһын. Ауылда ни, бер эш урыны булдырыуҙары ла яҡшы. Икенсенән, уларҙың эш күреп үҫкән балалары ла ауылдың киләсәге бит. Ауыл хужалығы, нәҡ малсылыҡ йүнәлешендә эш башлап ебәреүселәргә 150-әр мең һум аҡса бүленеүе үҙе үк һәйбәт. Әлбиттә, өҫтөнлөк лизинг буйынса техника һәм башҡа ҡорамалдар алыусыларға, «Старт-ап»ҡа бирелде.
Беҙҙең районда 76 крәҫтиән-фермер хужалығы, 15 ауыл хужалығы предприятиеһы, 6 мең тирәһе шәхси хужалыҡ бар. Был хужалыҡтар буш ерҙә ҡалҡып сыҡманы, ә йыл башында һәм йыл аҙағында ауылдарға сығып, халыҡ менән туранан-тура аралашып, уларҙың һорауҙарын, проблемаларын тыңлау, мәсьәләләрен хәл итергә тырышыу һөҙөмтәһе булып тора. Район хакимиәте башлығы Ғәли Ғәләүетдин улы Хәйретдинов йыйындарҙа райондың киләсәге, пландар менән уртаҡлаша, һорауҙарға яуап бирә. Ошондай йыйындарҙан һуң район хакимиәтенә килеүселәр һаны бермә-бер арта. Биргән консультацияларыбыҙҙың инде иҫәбе-һаны юҡтыр. Эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында районда конкурс иғлан ителгәс, кешеләргә ғариза яҙышырға, документтар юллашырға, бизнес-пландар төҙөшөргә ваҡыт күп сарыф ителә. Сөнки аҡса эшенә ҡарата талаптар ҙур.
Күп эш мәшғүллек үҙәге менән берлектә башҡарыла.
Быйыл туризмды үҫтереү йәһәтенән эш башлап ебәрҙек. Туризм буйынса концепция, шулай уҡ программа эшләнде – республика программаһына эләгергә тырышабыҙ. Үтһәк, районға ошо йүнәлештәге эште үҫтереүгә аҡса бүленәсәген күҙ уңында тотабыҙ. Әле дүрт кешенән шәхси эш асыуға ғариза теркәлде лә инде. «Салауат Юлаев эҙҙәре буйлап» тигән дүрт туристик маршрут эшләйәсәк.
Һәр йырсының үҙ йыры, үҙ көйө булған кеүек, һәр район етәкселегенең дә үҙ эш ысул-алымдары һәм донъяға, халыҡҡа ҡарашы, мөнәсәбәте: район хакимиәте башлығы һәм белгестәре райондаштарына йөҙ менән боролған ерҙә эш бына шулай ҡайнай.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА