10.02.2012 Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы
Тормош шулай бит ул… Тап бөгөн атҡан таңға, бөгөн сыҡҡан ҡояшҡа ынтылып бер ҡарамай, иртәгә атасаҡ таңды, сығасаҡ ҡояшты көтөп ғүмер уҙа. Әйтелмәгән йылы һүҙ, ҡылынмаған изгелек, бөгөн сыҡҡан ҡояш кеүек, офоҡ араһына инеп юғала.
Студент йылдары йылдан-йыл алыҫая бара. Өлкәнәйәбеҙ, балалар үҫә, тормош баҫа. Бары хәтер генә ваҡыт-ваҡыты менән дәртле лә, күңелле лә шул замандарға ҡайтып әйләнә. Йәшлек, әхирәттәр, имтихандар алдынан ҡалтыраныуҙар, мөхәббәт… Тағы ниҙәр иҫкә төшә? Әлбиттә, уҡытыусыларыбыҙ. Ғөмүмән, беҙ остаздарыбыҙҙан уңдыҡ. Һәр береһенең яҡты йөҙө, ихлас һүҙҙәре, береһенән-береһе ҡыҙыҡлыраҡ, мауыҡтырғысыраҡ дәрестәре – барыһы ла бөгөнгөләй күҙ алдымда. Шуларҙың береһенә, хөрмәтле Кәрим Ғайса улы Ишбаевҡа 75 йәш тула.
Беҙҙең уҡыу төркөмөндә 25 студент ине. Әле генә мәктәпте тамамлап, институт ишеген үрелеп асҡан ҡыҙҙарҙың уҡырға инеү шатлығының сиге юҡ. Шулай булмай ни?! Беҙ бит уҡытыусы буласаҡбыҙ!
Насар уҡыманы төркөмөбөҙ: дәрес ҡалдырманылар, тәртип боҙоп йөрөмәнеләр, семинарҙарҙа әүҙем ҡатнаштылар. Хәйер, Стәрлетамаҡ педагогия институтының (бөгөн академия) башланғыс синыфтар факультетында 1985 – 1989 йылдарҙа белем алған башҡорт төркөмө үҙе лә төшөп ҡалғандарҙан түгел ине. Йәмәғәт эштәрендә ҡатнашты, факультет, институт күләмендә үткәрелгән төрлө сараларҙа юл башлап йөрөнө, хеҙмәт семестрҙарына бармай ҡалманы.
Тәүге дәрестәрҙең береһенә сөм ҡара сәстәрен артҡа тараған, мөһабәт кәүҙәһен тура тотоп, һалдаттарса атлаусы бер ағай килеп инде. Уның үтә лә етди булыуына берсә һоҡландыҡ, берсә һағайҙыҡ. Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы мотлаҡ шулай булырға тейеш, тип уйланыҡ. Ул ошо көндәрҙә үҙенең оло юбилейын билдәләүсе Кәрим Ишбаев ине.
«Башҡорт телендә баҫым» темаһына арналған тәүге лекцияла быға тиклем телебеҙҙә һүҙ баҫымы үпкәнән өрөлгән тындың көсөргәнешенә бәйләнгән булыуын да, бер нисә ижекле һүҙҙәрҙә баҫымдың, нигеҙҙә, һүҙҙең аҙаҡҡы ижегенә төшөүен һәм, һүҙгә ялғауҙар ҡушылған һайын, һүҙҙең иң аҙаҡҡы ижегенә баҫҡыслап күсә барыуын да белә инек. Әммә Кәрим Ғайса улының бер нисә дәрескә һуҙылған үтә ҡыҙыҡлы, бәхәскә ҡоролған лекцияларынан бер һығымтаға килдем: быға тиклем үҙемде башҡорт телен, бигерәк тә грамматикаһын, насар белмәгән студент тип һанаған булһам, был дәрестәрҙән һуң бөтөнләй хафаға ҡалдым. Белергә тейеш булғандарҙың яртыһын да белмәйем икән. Артабан тел буйынса борсоған һорауҙар күп булһа ла, олуғ ғалим эргәһенә барып, ауыҙ асып һорарға ҡыйманым. Яйлап ҡына уның ғилми хеҙмәттәрен өйрәндем. «Башҡорт телендә ҡылымдың инфинитив формалары» темаһына яҙылған диссертацияһын, «Башҡорт теленең һүҙъяһалыш системаһы проблемалары» темаһына докторлыҡ диссертацияһын, фәнни мәҡәләләрен уҡыным. Ғалимдың был фәнни хеҙмәте башҡорт теле һүҙъяһалышын комплекслы планда тикшереүгә арнала һәм ошо йүнәлеш буйынса киләһе эҙләнеүҙәргә юл аса.
Кәрим Ғайса улы 1937 йылдың 9 февралендә Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе ауылында донъяға килгән. Тыуған еренең ҡәҙерен белеп үҫкәнгә лә ғалим башҡорт теленең һәр һүҙен алтынға бәрәбәр итеп ҡабул итәлер ҙә. Нисек кенә булмаһын, зиһенебеҙҙә осҡон ҡабыҙыусы, дәртебеҙгә дарман биреүсе, телгә хөрмәт уятыусы бер остаз итеп ҡабул итәбеҙ уны. Олуғ ғалим кеүек күренгән ағайыбыҙ үтә лә ябай, киң күңелле, теләге изге, әйткән-өйрәткәне тормошта хәл иткес булды. Һалмаҡ ҡына тыныс тауышы менән күңелебеҙҙәге шик-шөбһәне, борсолоуҙарҙы һыпырып ҡына ала ла, йөрәгебеҙҙә тормошҡа ышаныс, телгә һөйөү уята ине Кәрим Ишбаев. Әле лә уята, әле лә өйрәтә.
Диплом эшемде лә Кәрим Ғайса улы етәкселегендә яҙҙым. «Ике-өс йәшлек балаларҙың телмәрен өйрәнеү» тип аталған ижади эшем ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та ине. Кәрим Ғайса улы тикшеренеү эшемдә бик ҙур ярҙам күрһәтте.
Ғалим – алты монография, ете дәреслек, ике һүҙлек, башҡорт теленең төрлө аспекттарына арналған 120-нән ашыу ғилми мәҡәлә авторы. Уның авторҙашлығында төҙөлгән «Башҡорт телендә паронимдар һүҙлеге» (Өфө, 2001), «Башҡорт теленең һүҙъяһалыш һүҙлеге» (Өфө, 2005) башҡорт лексикографияһында тәүге хеҙмәттәрҙән һанала.
Филология фәндәре докторы, профессор Кәрим Ишбаев – фән һәм мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн бик күп маҡтаулы исемгә лайыҡ булған олуғ ғалим.
Оло юбилейы менән ҡотлап, беҙ, уның уҡыусылары, остазыбыҙға ихлас күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ. Күренекле ғалим, башҡорт тел ғилеме белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Кәрим Ишбаевтың «фәнни мәктәбе»ндә әле күптәр ҡанат нығытасаҡ. Телгә ҡәҙер, илгә хөрмәт күрһәтеп хеҙмәт итәсәктәр. Уның фәнни мәктәбенең башҡаса эшләүе мөмкин түгел.
Гөлнар ЮЛДАШБАЕВА-ТАНҺЫҡҡУЖИНА.