«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡышҡы селлә нисек үтә?



10.02.2012 Ҡышҡы селлә нисек үтә?

Февраль селләһе һыйыр мөгөҙөн һындырыр, ти халыҡ. Ысынлап та, шундай көндәр етте. Һауа температураһы күтәрелмәй, хатта йылы яҡтағы диңгеҙҙәр туңа, республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында әсе буран тынмай. Халыҡ ошо зәһәр һыуыҡтарҙы нисек үткәрә икән?

Таһир ХАЖИН, Баймаҡ ҡалаһы:
– ҡалын юрған аҫтында һәм компьютер алдында (көлә). Ғәҙәттәгенән күберәк йоҡлайым һәм ашайым. Бар эшем өйҙә башҡарыла, шуға урамға бик һирәк сығам. Тик интернет аша ғына тышҡы донъя менән бәйләнеш тотам.

Роза БАЙРАМҒОЛОВА, Өфө ҡалаһы:
– Көндәр йылы саҡта улым Инсаф (уға алты ай) менән паркта йөрөй инек. Селлә мәлендә урамға сығырға ҡурҡыта. Шулай ҙа яңыраҡ ун минут булһа ла февралдең һалҡын һауаһын һулап индек. Көндәр тиҙерәк йылынһын ине, тип көтөп йөрөйбөҙ.

Марат ГӘРӘЕВ, Октябрьский ҡалаһы:
– Бик яҡшы! Сатнап торған селләне яратам. Аҙнаһына бер тапҡыр мотлаҡ урманға барам. ҡышҡы тәбиғәт кешене шул тиклем тынысландыра, сафландыра. Дуҫтар менән бер нисә тапҡыр өс-биш көнлөк походҡа сыҡтыҡ.
Сынығыу менән махсус рәүештә шөғөлләнмәйем. Шулай ҙа ҡайһы саҡ һалҡын һыу менән ҡойонам, ялан аяҡ ҡарҙа йөрөйөм. Эҫе мунсала ныҡ итеп сабынғандан һуң ҡарға һикергәнегеҙ бармы? Бына ошо рәхәтлектең сиге булалыр. Спорттың экстремаль төрөн үҙ итәм. ҡышҡыһын балыҡ тотоу – иң яратҡан шөғөлөм. Быларҙың барыһы ла сәләмәтлегемде нығыта, эске донъям­ды тәртиптә тоторға ярҙам итә.

Альбина СӘЙӘХОВА, Ауырғазы райо­ны:
– Әле ғаиләбеҙ менән, һалҡын алдырып, ауырыйбыҙ. Мыршылдайбыҙ, йүткерәбеҙ. Ялҡытты был һалҡындар, ҡулға бер эш тә бармай, кәйеф тә юҡ. Тиҙерәк яҙ етһен ине.

Илшат БӘХТЕГӘРӘЕВ, бухгалтер:
– Ғәҙәттәгесә үтә. Көнө буйы эштәмен, ә кис өйҙә булам. Көн торошо миңә бер нисек тә йоғонто яһамай. Тик бына иртәнсәк машинаны ҡабыҙыуы ауырыраҡ. ҡыҙым ныҡ шатлана (көлә), һыуыҡ булғас, башланғыс синыфтар уҡымай.

Сәғит БАҡЫРОВ:
– Йылыраҡ көндәрҙә дуҫтар менән һырғалаҡҡа йөрөнөк. Ә әлеге һалҡындарҙа урамға һирәк сығам. Күберәк компьютер йәки телевизор алдында ултырам. Әсәйҙең тәмле ҡайнатмаһы ҡушып, ҡайнар сәй эсеп алһаң, күңел дә йылынып киткәндәй тойола.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға