«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡаҙ ҡанатына мәҙхиә



07.02.2012 Ҡаҙ ҡанатына мәҙхиә

(Уйынлы-ысынлы)
Ҡаҙ ҡанатына мәҙхиә
Быуындан-быуынға ялғанып килгән ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, йолаларыбыҙ − халҡыбыҙҙы милләт итеп йәшәтеүсе, төрлө уРындарға һибелеп көн күргән кешеләребеҙҙе берләштереүсе, уларҙы бер ҡорға туплаусы, үҙ-ара дуҫлыҡ, берҙәмлек тойғоларын яңыртып тороусы илаһи бер ҡиммәт, баһалап бөткөһөҙ рухи байлығыбыҙ ул.

Көндәр һыуынып, тәүге ҡар төшөү менән ағай-эне, күрше-күлән менән берләшеп, һуғым һуйыу, йә, йәш-елкенсәкте саҡырып, ҡаҙ өмәләре үткәреү – башҡорттоң борондан беҙҙең көндәргәсә һаҡланып килгән иң күңелле, тормош-көнкүрешкә матди мөмкинлек өҫтәп, йәшәргә дәрт-дарман биреп тороусы изге йолаһы.
Ауыл кешеләренең әрһеҙләнеп, тырышып-тырмашып ҡаҙ-өйрәктәрен һимертеп, ниһайәт, һуйып, иш янына ҡуш булһын, тигән теләктәре тормошҡа аша: йыбанмай ҡош-ҡорт аҫрағандар күңелле өмәләр үткәрә. Был үҙе бер тамаша: кемеһелер (ғәҙәттә, хужа үҙе) ҡош-ҡортон салып тора, ә уларын төтөн, боҫ борҡоп торған йылы мунсала шарт та шарт килтереп йолҡа ла башлайҙар. Был тамашала иң ҡыҙығы, моғайын, шулдыр: йолҡонған ҡаҙҙарҙы парлап-парлап көйәнтәләргә элеп, һыу буйына (мәкегә) алып барып, таҙа итеп ышҡып-ышҡып йыуып, тағы ла көйәнтәләп, мәрәкәләшеп һәм, әлбиттә, йыр-бейеүҙәр менән ҡайтып, ошо әҙер байлыҡты хужалар ҡулына тапшырыу. Шатлығы йөҙөнә сыҡҡан хужабикә бер ҡаҙын (ҡайһы берҙә хатта икәүһен) тиҙерәк ҡаҙан­ға һала…
Шулай итеп, өмә дауам итә, һәм ул өмәселәрҙе һыйлау менән тамамлана. Хужалар ҙа ҡәнәғәт, сөнки бер мәшәҡәттән ҡотола, өмәселәр ҙә шат, күңелдәре күтәрелә. Әйткәндәй, ҡош-ҡорт аҫрамаған кешеләр ҙә шыпа мәхрүм түгел был көндәрҙә: туған-таныштарына ба­рып, тирләп-бешеп ҡаҙ йолҡоп, ҡош ите менән һыйланып, өйҙәгеләренә күстәнәскә ҡош боттарын тотоп ҡайта. Их, был ҡаҙ ҡанаттары!
ҡаҙға бәйле бер булған хәл, лаҡап йөрөй беҙҙең ҡаҫмарт буйында. Рим тигән йәш кенә егет көнө-төнө тракторы менән ауыл халҡының бесән-кәбәндәрен һөйрәтә. ҡаҙ өмәләре осоро, быны көн дә ҡаҙ ите менән һыйлайҙар икән. Бүгеп киткән, күрәһең, бер көн түҙмәгән: «Надоел ошо ҡаҙ бото!» − тип сираттағы бер ботто быраҡтырып ебәргән, имеш. Булыр, тим, көн дә бер үк нәмә екһетә бит ул…
Йәшерәк саҡтағы өмәләрҙе иҫкә төшөрөп, «ҡанат»лы замандарҙан үҙем кисергән бер-ике ваҡиғаны бәйән итмәксемен.
Апайым менән еҙнәмдең саҡырыуы буйынса 1948 йылдың авгусында өсәүләп − әсәйем, ҡустым, мин Үзбәкстанға барып ҡайтырға йөрьәт иттек. Юлда ниндәй этлектәр күреүебеҙҙе (Ырымбурҙан Таш­кентҡа дүрт тәүлек тауар поезы − «Пятьсот веселый»ҙа жуликтарҙан талана-талана барыуыбыҙ, аръяғына тағы өс тәүлек) сурытып тормайынса, күңелле бер ваҡиғаны ғына иҫкә алмаҡсымын. ҡайтыу яғына беҙҙе өлкә үҙәге − ҡаршы ҡалаһына тиклем оҙата килгән еҙнәйем әсәйем менән мине вокзал ресторанына алып инде. Инһәк, кеше күп, сәхнә һымаҡ ҡалҡыу урында тынлы оркестр беҙгә таныш булмаған ниндәйҙер көйҙәрҙе башҡара. Әсәйем, эй, бынау думбыралары, тип көйһөҙләнеп тә алды. Еҙнәйем музыканттар янына барып, нимәлер һөйләшеп килде. Официанттың беҙҙең өҫтәлгә ашамлыҡты алып килеп ултыртыуы булды, баяғы оркестр «ҡаҙ ҡанаты»н уйнап та ебәрҙе:
ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була,
Ир ҡанаты ат була.
Сит илдәрҙә бик күп йөрөһәң,
Һөйгән йәрең ят була…
Тыуған яҡтарҙан бик алыҫта, Памир тауҙары күренеп торған үзбәк ерендә, үҙебеҙҙең моңдо тыңлау беҙҙең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Әсәйемдең дә күңеле күтәрелде. Ошо ваҡиғаны туғандар, дуҫтар менән осрашҡанда хәтерләп алабыҙ. Шул йыр ҡолағымда әле лә сыңлап торған кеүек.
1991 йылдың марты башында ауылыбыҙҙан сыҡҡан күренекле шәхес, техник фәндәр докторы, профессор Нәжиб Харис улының 80 йәшлек юбилейына Ташкентҡа барҙыҡ. Был юлы самолет менән. Нәжиә еңгәй менән Нәжиб ағай бик йылы ҡаршы алды, күп кенә кеше саҡырып, ҡунаҡ күрһәттеләр. Бер аҙ ҡыҙмаса булып алғас, ҡунаҡтар йырға күсте. Тыуған илен ныҡ һағынған Нәжиб ағай, шул йырҙы йырла әле, быныһын йырла әле, тип өҙмәй ҙә ҡуймай. Бер-ике йыр йырлаған булдым, әммә ул һораған «Урал»ды, белмәгәнлектән, йырлай алманым. «Булат, йә әле, «ҡаҙ ҡанаты»н йырла, һин уны беләһең бит», − тип һораны юбиляр ағайыбыҙ. Шунда йәш кенә татар ҡатыны бар ине. Ул пианинола уйнай башлаһын, мин ҡушылырмын, тинем, татар ҡатынына ымлап. «Мин ул көйнө белмим, үзегез башлап күрсәтегез», − ти пианино артында ултырған сибәркәй. ҡаршыһына баҫып, йырҙың башын көйләүем булды, пианино ла «тел»гә килде:
ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый,
Хаттар яҙырға ярай.
Уйнамағас та көлмәгәс,
Был донъя ниңә ярай?..

Булат АҡМАНОВ.
Ейәнсура районы,
Иҙелбәк ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға