«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Йөрәктәрегеҙҙең бер-береһенән алыҫлашыуына юл ҡуймағыҙ



07.02.2012 Йөрәктәрегеҙҙең бер-береһенән алыҫлашыуына юл ҡуймағыҙ

Бер ваҡыт Остаз уҡыусыларынан:
– Ни өсөн кешеләр бер-береһе менән талашҡанда ҡысҡыра? – тип һораны.
– Сөнки улар тыныслыҡты юғалта, – тине бер уҡыу­сыһы.
– Икенсе кеше эргәңдә генә тора бит, ниңә шул тиклем ҡысҡырырға? – ти Уҡытыусы.
– Сөнки уның менән тыныс һөйләшеп булмай…
Уҡыусылар үҙҙәренең төрлө яуаптарын тәҡдим итте, әммә Остаздарына береһе лә оҡшаманы. Һәм ул былай тип аңлатты:
– Кешеләр бер-береһе менән ҡәнәғәт булмағанда, әрләшә, ғауғалаша һәм ошо арҡала уларҙың йөрәктәре бер-береһенән алыҫлаша. Ошо алыҫлыҡты ҡаплар һәм йөрәктәренең тибешен ишетер өсөн ҡысҡыра улар.
– Ә кешеләр ғашиҡ булғанда нимә була?
– Улар ҡысҡырмай, киреһенсә, шым ғына һөйләшә. Сөнки уларҙың йөрәктәре бер-береһенә бик яҡын була.
– Тағы ла нығыраҡ ғашиҡ булһалар?
– Ул саҡта инде бөтөнләй һөйләшмәй, бышылдашалар ғына, ә мөхәббәттәре тағы көсәйә. Аҙаҡҡа табан бышылдашыуҙың да кәрәге ҡалмай, сөнки улар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай башлай. Был бер-береһен өҙөлөп яратҡан ике кеше араһында ғына була.
Бына шуның өсөн дә һөйгәнегеҙ менән бәхәсләшкәндә тауыш күтәрергә тырышмағыҙ, йөрәктәрегеҙҙе алыҫлаштырырлыҡ насар һүҙҙәр әйтмәгеҙ. Йөрәктәрегеҙҙең бер-береһенә кире әйләнеп ҡайтмаҫлыҡ кимәлгә алыҫлашыуы бар. Ә был – иң ҡурҡынысы һәм аяныслыһы. Мөхәббәтегеҙҙе, һөйгәнегеҙҙе берүк һаҡлағыҙ!
Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға