«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » “Еңел” аҡса баш ауырттыра



03.02.2012 “Еңел” аҡса баш ауырттыра

Салауат ҡалаһында йәшәүсе 22 һәм 23 йәшлек Альберт менән Данил анһат ҡына байымаҡсы була.
Яңы йыл байрамы алдынан кәйеф-сафа ҡороп йөрөгәндә, уларға бер ир ҡушыла. Ул Себерҙә вахта ысулы менән эшләгән булған. Аҡса күп, араҡы йылға булып аға. Баяғы ир, ныҡ иҫереп, йоҡлап китә. Егеттәрҙең күҙе уның хаҡы ярты миллион һумдан ашыу торған “Chery Tiggo” машинаһына төшә. Шул саҡ уларҙа тиҙ генә байығыу планы барлыҡҡа килә лә инде. Данил ирҙең кеҫәһенән машинаһының асҡысын алып, тиҙ генә дубликатын эшләп алып килә лә, ысынын урынына һала.
Ир ике аҙнанан һуң эшкә киткәс, егеттәр уның урамынан, артыҡ тауыш­һыҙ ғына, машинаһын урлай.
Тик документтары булмаған автомобилде нисек һатаһың? Был икәү әмәлен таба. Осһоҙ хаҡ­ҡа – ни бары йөҙ мең һумға, моғайын, алыр­ҙар, тигән уй килә ҡараҡтарҙың “аҡыл­лы” баштарына. Бер-ике ке­шегә хәбәр итеүҙәре була – машинаны алырға теләүсеһе лә табыла. Әммә ошо урында яҙмыш улар менән уҫал шаярта. Һатып алыусы тигәндәре полиция хеҙмәткәре булып сыға! Шулай итеп, мут егеттәр ҡапҡанға эләгә.
Хәҙер еңел аҡсаға өмөт иткән был ике елғыуар менән тәфтишселәр эшләй. Ә Себер тарафында эшләп йөрөгән теге ир саҡ “тимер ат”һыҙ ҡала яҙғанын әле лә белмәй икән. Тәртип һаҡсылары уның тыуған яғына ҡайтыуын көтә.
Г. БИКМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға