«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Бүлер өсөн алырға кәрәк



31.01.2012 Бүлер өсөн алырға кәрәк

йәки Төбәктәргә ил Конституцияһында нығытылған вәкәләттәрҙең бөтәһе лә кире бирелерме?
Унитар дәүләттең мәртәбәһе дәүләт менән йәмғиәт институттарының, ә федератив берләшмәлә үҙәк менән төбәктәрҙең вәкәләттәр даирәһен айырыуҙың ни дәрәжәлә камил булыуы менән билдәләнә. Тәүгеһенә өлгө итеп Франция йәки Япония, икенсеһенә АҡШ менән Германия тәжрибәһен атарға мөмкин. Үкенескә күрә, Рәсәй Федерацияһы был төркөмдәр­ҙең береһенә лә инмәй. Һуңғы ваҡиғалар, киреһенсә, илдә дәүләт машинаһының тотош йәмәғәтселек файҙаһына эшләргә һәләтһеҙ булыуын күрһәтте.

Яңы йыл алдынан Кремлдә РФ Президентының Федераль Йыйы­лышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә иғлан ителгән сәйәси реформаларының ҡайһы берҙәрен ғәмәлгә ашырыу буйынса һөйләшеү ойошторолғайны. Унда РФ Конституцияһында үҙәк менән төбәктәрҙең берлектәге вәкәләттәре булып та, федераль үҙәк ҡулында тупланған байтаҡ полномочиены төбәктәргә тапшырыу зарурлығы ла ҡуҙғатылып, ҡыҙыҡлы һәм шул уҡ ваҡытта ғибрәтле фекер­ҙәр ҙә яңғыраны. Вице-премьер Д. Козак белдереүенсә, урындағы башҡарма власть органдарынан тыш, төбәктәрҙә төрлө федераль министрлыҡ һәм ведомствоға ҡараған 2700 (һәр төбәктә – 30 – 40 самаһы) идаралыҡ эшләп килә. «Бындай хәл донъяның бер илендә лә юҡ», – ти вице-премьер. Төбәктәрҙәге социаль-иҡтисади хәлгә һәм инвестиция мөхитенә йоғонто яһаған полномочиеларҙың күбеһе, мәҫәлән, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүгә рөхсәт биреү, хоҡуҡ һаҡлау, контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге, дәүләт милкенә һәм тәбиғи байлыҡтарға идара итеү – федераль идаралыҡтарҙың тейелгеһеҙ хоҡуғы. Козак фекеренсә, хеҙмәт һәм һаулыҡ һаҡлау, ер, геодезия, метеорологик, ветеринар күҙәтеү, хайуандар донъяһын, мәҙәни мираҫты һаҡлау кеүек эшмәкәрлекте төбәктәр ҡарамағына тапшырыу маҡсатҡа ярашлы.
Ләкин был конституцион идея, күренеүенсә, ҡайһы бер даирәләр­ҙә көслө ҡаршылыҡҡа дусар ителә. «Федераль чиновник булмаһа, барыһы ла емереләсәк, тип ышандырырға маташалар», – ти Д. Козак. Хәйер, уның шулай икәнлегенә федераль хөкүмәт рәйесе В. Путиндың фекерҙәрен ишетеп тә ышанырға мөмкин. Санитар-эпидемиологик күҙәтеү, аҙыҡ-түлектең сифаты һәм именлеге – дөйөм милли мәсьәлә, ти башҡарма власть етәксеһе. Уны төбәктәр ҡарамағына биреү дөрөҫ булмаҫ ине. Шулай уҡ Премьер-министр халыҡ кәсептәренә ярҙам күрһәтеүҙе лә, федераль әһәмиәттәге мәсьәлә, тип ҡарай. Үҙ фекерен ул, бәлки, иң элек финанс мәсьәләһе менән бәйләйҙер, ләкин бында төбәк башлыҡтарына ышаныс юҡлығы ла шәйләнә. Был айырыуса «көс» ведомстволары етәкселәренең Мәскәү тарафынан тәғәйенләнеүендә асыҡ күренә. Мәҫәлән, беҙҙә Именлек хеҙмәте етәксеһенең башҡорттарҙан ҡуйылғаны булманы.
Федераль үҙәк менән төбәктәр вәкәләттәрен айырыу тураһындағы положениелар РФ Консти­туция­һының 71-се һәм 72-се статьяларында нығытылып, үрҙә телгә алынған тәҡдимдәрҙең күбеһе, шул иҫәптән ер, тәбиғәттән файҙаланыу, һаулыҡ һаҡлау, хатта социаль тәьминәт мәсьәләләре лә сағылыш тапҡан. Ә 79-сы статьяның 2-се пункты буйынса ҡайһы бер хоҡуҡ-бурыстарҙы атҡарыуҙы төбәктәргә биреү ихтималлығы ла әйтелгән икән, бәхәс ҡуптарыуҙың кәрәге бармы ни?
Бүлер өсөн иң элек алырға кәрәк. Һуңғы йылдарҙа дәүләткә идара итеү дилбегәһенең, айырыуса һалым-финанс йәһәтенән, федераль үҙәк ҡулында булыуы, төбәк башлыҡтарының үҙ абруйына шик төшөргән хәл менән килешеп йәшәүе был процесты кирегә ебәреүҙә ҙур ауырлыҡтар тыуҙырыуы ихтимал. Һүҙ вәкәләттәрҙе ҡайтанан бүлеү генә түгел, улар менән бәйле 1 триллион һум аҡсаны төбәктәргә йүнәлтеү тураһында бара бит, ти Д. Медведев. Тимәк, һалым сәйәсәтен дә ҡайтанан, йәғни төбәк файҙаһын хәстәрләп ҡарарға тура киләсәк. Был йәһәттән РФ Президентының Төньяҡ Кавказ федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле А. Хлопонин тәҡдимдәр ҙә әҙерләгән. Табышҡа, һыуҙан файҙаланған өсөн, өҫтәлгән хаҡҡа (НДС) һалымдар, алкоголле эсемлектәр, тәмәке һәм дизель яғыу­лығына акциздар, күсемһеҙ милеккә берҙәм һалымдан төбәктәргә өлөш сығарыу финанс тәьминәтен хәл итергә мөмкинлек бирәсәк, тип иҫәпләй юғары дәрәжәле чиновник.
«Власть вертикален нығытыу» Рәсәй һалым түләүсеһенә ҡиммәткә төштө. Сөнки ул граждандар институттарын нығытыуҙа түгел, ә чиновниктар даирәһен киңәйтеүҙә сағылыш тапты. Бөгөн федераль үҙәккә буйһонған территориаль идаралыҡтарҙа 400 мең чиновник тупланып, уларҙың эшлекһеҙлеген В. Путин РФ Дәүләт Думаһына һайлауҙарға тиклем үк танырға мәжбүр булды. Был армия төбәктәрҙең башҡарма власть даирәләрендә (356 мең) эшләгән хеҙмәткәрҙәр­ҙән дә күберәк. Ә бит муниципаль берәмектәрҙә лә «юғары»нан килгән финанс тәьминәтендә 228 мең чиновник ултыра. Билдәле, миллионлы армия күпселек осраҡта яуаплылыҡты үҙ өҫтөнән осороп, бер-береһенең эшен ҡабатлап, күберәк ҡағыҙ яҙыу йәки яраштырыу менән мәшғүл.
Д. Козактың тәҡдименә ярашлы, һүҙ 100 меңләп федераль чиновникты ҡыҫҡартыу тураһында бара. «Әлбиттә, улар эшһеҙ ҡалмаясаҡ, – тип ышандыра вице-премьер, – төбәк башҡарма органдарына урынлаштырыласаҡ».
Шулай итеп, сәйәси реформалар барышында федераль үҙәк йөҙләгән вәкәләтте төбәктәргә ҡайтарып бирмәксе. Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, һуңғы йылдарҙа федераль үҙәк ышығында йәшәп өйрәнгән ҡайһы бер губернаторҙарҙы был көтөлмәгән идея ҡаушатып ебәргән. Мәҫәлән, Липецк өлкәһе хакимиәте башлығы О. Королев, киреһенсә, ҡайһы бер полномочиеларҙы «юғары»ға биреү яғында. Эш менән тәьмин итеү проблемаһын үҙәк отошлораҡ хәл итә ала, тип иҫәпләй губернатор. Быны нисек патернализм тойғоһо сағылышы тип атамайһың?!
Ошо ыңғайҙан Федерация Советы рәйесе В. Матвиенко ҡуҙғат­ҡан федераль округтарҙы бөтөрөү мәсьәләһе лә күптән хәл итеүгә мохтаж. Идея тулы хоҡуҡлы вәкилдәр урынына территориялар буйынса министр вазифаһы индереп, уларға федераль программаларҙың үтәлешен күҙәтеү хоҡуғы биреү менән сикләнеүгә ҡайтып ҡала. Министрҙың төбәк компетенцияһына ҡыҫылыу хоҡуғы булмаясаҡ. Үкенескә күрә, был фекергә Кремль бер ниндәй ҙә мөнәсәбәт белдермәне. Күрәһең, унда яңы етәксе килгәнен көтөргә булғандар.
Полномочиеларҙы бүлеүҙә финанс мәсьәләһе тиккә генә ҡуҙғатылмай. Сөнки Рәсәй төбәктәренең күпселеге үҙендә йыйылған һалымды еткерә алмайынса федераль үҙәк субвенциялары иҫәбенә генә осон-осҡа ялғай. Ундайҙарға аҡсаны иҫәпләп биреү, урлашыуға юл ҡуймау, ысынлап та, ҡатмарлы проблема. Ә уны берәгәйле хәл итеүҙең юлы билдәле: федерация субъекттарының хоҡуҡтарын ҡайтанан ҡарап, әлеге «матрешка принцибы»нан баш тартыу, үҙ көнөн үҙе хәстәрләргә һәләтле субъекттар­ҙың хоҡуҡтарын, ысынлап та, федератив принцип нигеҙендә киңәйтеү зарур. Ә субвенциянан тыш йәшәргә һәләтһеҙ субъекттар­ға ҡарата сәйәсәттең ике яҡ өсөн дә отошлоһон файҙаланыу. Һәр хәлдә, демократик донъя ғәмәлендә башҡаһы әлегә уйлап табылмаған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға